Халҡыбыҙ аҫыл улы менән хушлашты

Республика Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты һуңғы юлға оҙатты. Әҙип менән хушлашырға республика етәкселеге, йәмәғәтселек, шағирҙың ижадын һөйөүселәр килде. Башҡорт әҙәбиәтен үҙ төбәгендә генә түгел, ә донъяның тиҫтәләгән илдәрендә танытҡан Рауил Бикбаев ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та абруй ҡаҙанды. Республика мәнфәғәтенә бағышлаған хеҙмәте юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Рауил Бикбаевтың вафаты сәнғәт, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт өсөн ауыр юғалтыу. Республиканың күп танылған шәхестәре йөрәк әрнеше аша хәтирәләрен уртаҡлаша.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ

 Был турала  Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында авиабәйләнеште тулыһынса ябыу өсөн нигеҙ юҡ. Коронавирус башланыу сәбәпле 1 февралдә...

11 февраля 2020
Смотреть видео Гриптан нисек һаҡланырға? | ГТРК «Башкортостан»

Гриптан нисек һаҡланырға?

  Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика саралары тураһында иҫкәртә һәм күмәк халыҡ йыйылған урындарға бармаҫҡа, битлек кейергә, ҡулдарҙы һабын менән йыуырға, бүлмәне даими елләтергә тәҡдим итә.  Һуңғы аҙнала республикала...

11 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта

Республикала айырым ҡалаларҙа мәктәптәр һәм балалар баҡсалары 16 февралгә тиклем карантинға ябылды. Әгәр киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта икән мәктәп етәкселеге уҡыуҙы туҡтатып тороу тураһында үҙаллы ҡарар ҡабул итә ала.  

11 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған. Улар тыуған яғындағы хәл тураһында яҡшы хәбәрҙәр һәм яҡындары өсөн борсола. 5 ҡатлы бина, 1-се ҡатында дауахана, ҡалған дүртендә бөтә Рәсәйҙән, шулай уҡ сит илдән килеп уҡыған студенттар йәшәй. Мөдир ятағы Ҡытай...

10 февраля 2020
Смотреть видео Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа – 86 йәш | ГТРК «Башкортостан»

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа – 86 йәш

Бөгөн Башҡортостан республикаһының тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙенең 86 йәшен билдәләй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. 1993 йылдан алып 2010 йылға тиклем Башҡортостан республикаһын етәкләй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы...

7 февраля 2020
Смотреть видео Юлдарҙың сифатын тикшереүсе күсмә лаборатория | ГТРК «Башкортостан»

Юлдарҙың сифатын тикшереүсе күсмә лаборатория

Өфөлә күсмә телевизион станцияһы яңы һулыш ала.  1980-се йылғы Олимпиаданы трансляциялауҙа ҡатнашҡан һәм Башҡортостан телевидениһының алтын фондын тәшкил иткән кадрҙар төшөргән станция республика юлдарының сифатын тикшерергә сыға. Был кадрҙар хәҙер телевидениеның алтын фонды. Ул ғына ла түгел...

7 февраля 2020
Смотреть видео "50+" телестудияһы | ГТРК «Башкортостан»

"50+" телестудияһы

 Туймазы ҡалаһында үҙенсәлекле студия эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр үҙҙәрен тележурналистика өлкәһендә һынай. Опретаорҙар, хәбәрселәр, ҡораусылар бар унда. Мәктәп йылдарынан уҡ фото, видеоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһынған телеоператор Усман Ажбиев һәм хәбәрсе Татьяна...

7 февраля 2020
Смотреть видео Беренсе класҡа ҡабул итеү | ГТРК «Башкортостан»

Беренсе класҡа ҡабул итеү

Февраль башынан алып, балаларын беренсе класҡа ҡабул итеүҙәрен һорап 8 меңдән ашыу ата-әсә ғариза биргән. Быны «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектациялау» сайтындағы электрон сират аша эшләргә була. Мәҙинә быйыл беренсе класҡа бара. Әҙерлек дәрестәренә йөрөп уҡырға, яҙырға,...

7 февраля 2020
Смотреть видео Коронавирусты республикаға индермәҫ өсөн оператив штаб булдырылған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусты республикаға индермәҫ өсөн оператив штаб булдырылған

Кәңәшмәлә үлемесле вирустың таралыуын иҫкәртеүсе саралар тураһында фекер алыштылар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ҡытайҙа коронавирустан һәләк булғандар һаны мең өс йөҙгә еткән. Әлеге көндә 30 меңгә яҡын кеше был вирус менән зарарланған. Күрһәткестәр сәғәт һайын арта. Ҡулланыусылар хоҡуғын ...

7 февраля 2020
Смотреть видео Һыйыр һауыусы роботтар | ГТРК «Башкортостан»

Һыйыр һауыусы роботтар

30 йылға алдан хәстәрләп. Әбйәлил районында роботтар һыйыр һауа. Малға аҙыҡ һалыу, тиҙәктән таҙартыу эше лә робот иңендә. Ҡурала таналар бәйһеҙ аҫырала, һәүкәштәр теләгәндә ашай, эсә, ял итә. Һауыу урынына ла теләгән ваҡытта инә, унда инде үҙенең рационы буйынса ашарға бирелә һәм һөт һауып алына,...

7 февраля 2020
Яндекс.Метрика