Мәғариф сәғәте

Башҡортостандың мәғариф тармағы республика етәкселегенең иғтибарында. Белем биреү тармағы һәм ундағы төп мәсьәләләр хәҙер ике аҙнаға бер тапҡыр тикшерелеп торасаҡ. Был турала республика етәксеһе Радий хәбиров “мәғариф сәғәтендә” белдерҙе.  Был юлы ҡаралған һорауҙар төбәктең белем биреү тармағындағы үҙгәрештәргә ҡағылды. Мәҫәлән, яңы уҡыу йылында Баҡалы районында яңы мәктәп асылып, Бәләбәйҙәге белем биреү усаҡтарының береһендә уҙған ҡыш емерелгән спорт залы төҙөкләндереләсәк. Ә тағы 4  йылдан баш ҡаланың Глумилино биҫтәһендә 2 200 балаға иҫәпләнгән мәктәп файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Башҡортсотан етксеһе Радий Хәбиров, шулай уҡ, балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһен айырым иғтибарға алырға ҡушты.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Донъялағы иң бейек ҡурай моңона күмелде | ГТРК «Башкортостан»

Донъялағы иң бейек ҡурай моңона күмелде

Донъядағы иң бейек биналарҙың береһе-Ғәрәп Әмирлектәрендәге Бурдж-Нәлифә ҡурай моңона күмелде. Дубайға ул турист булараҡ барған Земфира Рәшитова 828 метрлыҡ бейеклектә башҡорт халыҡ көйөн башҡарҙы.

14 мая 2018
Смотреть видео Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика беренселеге үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика беренселеге үтте

Башҡортостандың ММА федерацияһы ойошторған ярыш федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды. 100-ҙән ашыу спортсыны берләштергән тиҫтәгә яҡын клуб. Рингҡа сығыусыларҙың барыһы ла үҙ клубында иң көслө алышсы. Һәм тап уларҙың араһынан иң-иңдәр республиканың...

14 мая 2018
Смотреть видео Милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар | ГТРК «Башкортостан»

Милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар

Бер-нисә минут элек кенә Өфөлә Владимир Путиндың “Милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар” тураһындағы указын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә тамамланды.

14 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Индонезияның Ява утрауындағы өс сиркәүҙә террор ғәмәлендә 11 кеше һәләк булған, 40 кеше яраланған.  Үҙ-үҙен шартлатыусылар араһында 12 һәм 9 йәшлек ике бала ла бар. Теракт өсөн “Ислам дәүләте” террорсылары яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Алыҫ Көнсығышта поезд янған урман аша үткән. Был видео...

14 мая 2018
Смотреть видео Ҡоро үләнгә ут төртөү осраҡтары артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Ҡоро үләнгә ут төртөү осраҡтары артҡан

Көндәр йылыныу менән республикала  Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарында ошондай ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлеүе тураһында хәбәр итә шаһиттар. Ут һүндереүгә махсус көстәр йәлеп ителгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 166 гектарҙа  27 урында тәбиғи янғын сыҡҡан.

14 мая 2018
Смотреть видео Өфөлә юлдар тәртипкә килтерелә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлдар тәртипкә килтерелә башланы

Салауат Юлаев проспектында, Өфө-Аэропорт юлында әле күләмле ремонт эштәре бара. Ошо сәбәпле водителдәргә сәғәтләп тығындарҙа торорға тура килә. Өфөлә ҡар менән бергә асфальт та ирене тигән, лаҡап бар. Был, ысынлап та, юҡҡа түгел. Сөнки яҙ етеү менән урамдар водителдәр өсөн автомобилдәрҙе һынау...

14 мая 2018
Смотреть видео Бөгөн ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн Һамар-Өфө-Силәбе юлының Шишмә районы аша үткән өлөшөндә ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Әлегә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Туймазы ҡалаһында йәшәүсе водитель юл ситенә сығып осҡан. Һөҙөмтәлә ике пассажир һәләк булған. Водитель һәм тағы ла бер пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән...

14 мая 2018
Смотреть видео Һоҡландыра оҫта ҡулдар | ГТРК «Башкортостан»

Һоҡландыра оҫта ҡулдар

Өфөлә йәшәүсе Марс Мофаззалов уҡ-һаҙаҡ һәм ҡурай эшләү менән мауыға. Уның ҡул эштәре хәҙер күргәҙмәләрҙә, шулай уҡ тирмәләрҙә үҙ урынын тапҡан. Ағастан эшләнгән көнкүреш кәрәк-яраҡтары, музыка ҡоралдары – барыһы ла Марс Мофаззаловтың өйөн биҙәй. Ата-олатайҙарының ҡул эштәрен күреп кенә түгел, ә...

11 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте авто сәйәхәт уҙғара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте авто сәйәхәт уҙғара

Уның барышында ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыу, иң әүҙем гүзәл заттарҙы билдәләү, уларҙы бүләкләү ҡаралған. Урындағы халыҡҡа медицина, психологик, юридик ярҙам күрһәтеү ҙә ойоштороласаҡ.

11 мая 2018
Смотреть видео Өфө “Таҙа яр” бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфө “Таҙа яр” бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторған был сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бөгөн Яҡутов паркындағы Һалдат күле таҙартылды. Пластик шешәләр, консерва һауыттары, быяла һәм һәм хатта аяҡ кейемдәре - был "табыш" Өфөләге Һалдат күле төбөнән сығарылған. Һыуҙа ятып, улар тирә-яҡтағы экологияға...

11 мая 2018
Яндекс.Метрика