“Аша, уҡы, үҫ”

Белем биреү йорттарында туҡландырыу тәртибен яңыртыу көтөлә. Был программаға тәү сиратта Өфө мәктәп һәм балалар баҡсалары ҡушыла. Яңыртылған ашхана эше менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева танышты. Башҡаланың мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениеларында туҡланыу ойоштороуҙы камиллаштырыу — көнүҙәк мәсьәлә. Был өлкәлә эшләгән өс операторҙы туплап мәктәп туҡланыуының берҙәм операторын билдәләү аҙыҡтың үҙҡиммәтен төшөрөргә, социаль туҡланыуҙы үҙәкләштерергә, ризыҡ сифатын ныҡлы контролдә тоторға, һөнәри идара итергә һәм продукция сифаты, кадрҙар әҙерләү һәм табыуҙың берҙәм стандартын раҫларға булышлыҡ итәсәк. Әлеге ваҡытта башҡала мәктәптәрендә белем алған 116 мең  баланың 100 меңдән ашыуы ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Мәктәп туҡланыуы операторҙары тырышлығы менән ашханаларҙа буфет биләмәләре лә булдырылған. 147 мәктәптә өс балаһы белем алған Фәриҙә Яхина ризыҡ сифатын ыңғай баһалай. Мәктәпкә яңыртылған меню ризыҡтарын тәмләп ҡарарға ата-әсә менән балалар ғына түгел, башҡала хакимиәте, мәғариф учреждениелары етәкселәре, белгестәр һәм контроль органдары вәкиле килде. Балаларҙы туҡландырыуға төп талап – аҙыҡ саф, сәләмәт һәм яңы бешкән булырға тейеш. Уның нимәнән әҙерләнеүе лә мөһим. Беренсе марттан һуң, мәҫәлән,  былтырғы йәшелсәнән сей салаттар тыйыла, ти ҡулланыусылар мәнфәғәте һағындағы федераль идаралыҡ вәкиле. Шуға ла өҫтәлдәге салаттар  тик бешкән йәшелсәнән. Балалар туҡланыуын ойоштороуҙа йәнә бер мөһим мәсьәлә – сәләмәт аҙыҡ ғәҙәтен тәрбиәләү. Яңыртылған ашханалар был талапты ла үтәргә әҙер. Мәктәп һәм балалар баҡсаһында туҡландырыуҙы яңыртыу аҙыҡ төрлөлөгөнә өлгәшеүҙән генә тормай. Ашхана мөхите, технологик йыһаздар, хатта һауыт-һаба яңы, берҙәм һәм бренд менән танытылған. Бренд иһә “Аша, уҡы, үҫ”, тип яңғырай. Фарфор һауыттар ныҡ, матур, санитар-эпидемиологик талаптарға яуап бирә һәм Башҡортостанда етештерелгән. Тәрбиәүи мәғәнәнән тыш туҡланыу тәртибен яңыртыуҙың төп маҡсаты  — балалар һаулығын һаҡлау һәм уларға белем биреү шарттарын уңайлы ла, файҙалы ла итеү. Уны бойомға ашырыу бар яуаплы хеҙмәттәрҙең берҙәм эшмәкәрлегенә бәйле.

 

 

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

2 минуты 38 секунд назад
Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә, Воровский урамы ҡапҡаһында, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара. Оҙонлоғо 668, киңлеге 16,7 метрлы ҡоролма “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә һалына.  Проект документацияһына ярашлы төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән. Тәүҙә...

21 мая 2020
Смотреть видео Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар

Башҡортостанда иген культураларын сәсеү тамамлана. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренең киләһе этабына күсте.  Ҡайһы бер ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йылы яртҡан культураларҙы – кукуруз, борсаҡ  сәсеүгә тотондо. Бынан тыш республикала беренсе тапҡыр баҫыуҙарға торма һәм етен ултыртыласаҡ....

21 мая 2020
Яндекс.Метрика