Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владивостокта Владимир Путин Ким Чен Ын менән осрашты. Һөйләшеүҙең төп темаһы – Корея ярымутрауының көнүҙәк проблемаһын хәл итеү һәм ғөмүмән, Төньяҡ-Көнсығыш Азияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Саммит һуңында бер ниндәй ҙә килешеүҙәр һәм белдереүҙәр булмаясаҡ, тип алдан хәбәр иттеләр. Әммә күҙәтеүселәр әйтеүенсә, был осрашыу башҡа илдәр араһында Пхеньяндың мәртәбәһен үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау. Владимир Путин Донбасс халҡына Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңелләштереүсе указға ҡул ҡуйҙы. Был исемлеккә Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында йәшәүселәр инә. Үҙгәрештәргә ярашлы, был мәсьәләне хәл итеү ваҡыты 3 айҙан артмаҫҡа тейеш.  Ил етәксеһе тик гуманитар маҡсат менән был ҡарарға килдем, тип билдәләй. Сөнки  ошо төбәктәрҙә йәшәүселәр күптәнән үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра алмай.

Диңгеҙ йәйәүле ғәскәре һәм танк биатлоны. Көньяҡ хәрби округында хәрби күнекмәләр үтә. Рәсәйҙең оборона министрлығы журналистар өсөн матбуғат турын да ойошторған. Хәбәрселәр үҙ күҙҙәре менән диңгеҙ пехотасыларының ергә төшөүен, танк биатлонының ҡаршылыҡтар аша үтеүен һәм истребителдәрҙең осоуын күҙәтте.

Умка өйөнә ҡайтты. Камчаткала аҙашып йөрөгән аҡ айыуҙы ҡотҡарыусылар вертолетта Чукоткаға алып килгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике аҙна элек ТилИчики ауылы халҡы йорттарына яҡын килгән, әммә хәлһеҙләнгән йыртҡыс хайуанды күреп ҡала. Үҙен тыныс тотҡан айыуға Умка ҡушаматы бирәләр һәм ашатып торалар. Ул Чукотканан Камчаткаға Беринг диңгеҙе аша боҙ киҫәгендә йөҙөп килеүе ихтимал, ти ғалимдар

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хайуандар өсөн тиҙ ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Хайуандар өсөн тиҙ ярҙам

Башҡортостанда хайуандар өсөн тиҙ ярҙам хеҙмәте эшләй башланы. Машиналарҙа хайуандарҙы ветеринар станцияһына алып барып еткәнсе диагноз ҡуйырға мөмкин. Хатта дауалау өсөн дә шарттар тыуҙырылған.Беренсе ярҙам күрһәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған тәүге автомобилдәр Өфөнөң ветеринария...

10 января 2020
Смотреть видео Санавиация вертолеттары өсөн һигеҙ майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Санавиация вертолеттары өсөн һигеҙ майҙансыҡ төҙөү ҡарала

Быйыл Башҡортостанда санавиация вертолеттары өсөн тағы ла һигеҙ майҙансыҡ төҙөү ҡарала. Июлгә Нефтекамала, Асҡында, Сибайҙа, Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Өфөлә яңы майҙансыҡтар барлыҡҡа килергә тейеш. Пациенттарҙы Өфөгә вертолет менән килтереү өсөн Стәрлетамаҡтан 40 минут, Сибайҙан һәм...

10 января 2020
Смотреть видео Машиналар урамдарҙы ҡарҙан таҙатыуға ҡамасаулай | ГТРК «Башкортостан»

Машиналар урамдарҙы ҡарҙан таҙатыуға ҡамасаулай

Коммуналь хеҙмәттәр водителдәргә мөрәжәғәт итеп, машиналарын урам буйында ҡалдырып китмәҫкә саҡырҙы. Тап ошо сәбәпле ихаталар, урамдарҙың күп өлөшө ҡарҙан таҙартылмай ҡала. Һәр подъезға тиерлек иғландар эленһә лә, тимер ат хужалары уларҙы күрмәнек тип аҡланырға тырыша. Әммә һәр водитель дә...

10 января 2020
Смотреть видео Эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе | ГТРК «Башкортостан»

Эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе

Республика етәксеһе яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров фекеренсә, янғындар, уларҙа һәләк булыусылар кәмеүе эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе. Быға тиклем йыл һайын тиерлек Башҡортостанда тап яңы йыл каникулдары осоронда күпләп кеше һәләк була ине. Бер йыл эсендә хәлдәр тамырынан үҙгәрҙе....

10 января 2020
Смотреть видео Яңы троллейбус көҙгә Өфө урамдарына сыға | ГТРК «Башкортостан»

Яңы троллейбус көҙгә Өфө урамдарына сыға

Киләһе көҙгә башҡала урамдарына Өфөлә төҙөлгән өр-яңы троллейбустың сығыуы көтөлә. Трамвай-троллейбус заводының етештереү күләмен арттырыу мәсьәләһе быйылғы беренсе инвестиция сәғәте ултырышында тикшерелде. Завод йылына 100 машина етештереүгә иҫәп тота. Әлегә тиклем троллейбус өсөн кузовтар партнер...

10 января 2020
Смотреть видео 2020 йылда беҙҙе ниҙәр көтә? | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылда беҙҙе ниҙәр көтә?

Яңы йыл киләсәккә оло өмөттәр, ышаныс биргән тылсымлы тантана. Яңы йылға ғына түгел, яңы мөсәлгә аяҡ баҫҡанда йондоҙҙар нимә вәғҙәләй. Көнсығыш календарен Ҡомаҡ, йәғни, сысҡан йылы асып ебәрә. Әлбиттә, риүәйәткә ярашлы, сысҡандың тәүге рәттә тороуы ғәҙел түгел, сөнки ул үгеҙҙең елкәһенән үрмәләп...

30 декабря 2019
Смотреть видео 2019 - беҙҙең коллектив өсөн иҫтәлекле йыл булды | ГТРК «Башкортостан»

2019 - беҙҙең коллектив өсөн иҫтәлекле йыл булды

Уҙып барған йылға йомғаҡ яһағанда, яратҡан тамашасыларыбыҙ менән үҙебеҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстар тураһында ла онотмайыҡ әле. Сөнки Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулды: - “60 йылға 60 караоке” проекты - телевидение тураһында 60 тарих, - “Алтын бишек” акцияһы... - Яңы проекттарҙан “Үҙ...

30 декабря 2019
Смотреть видео Мәҙәниәттәге йыл йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәҙәниәттәге йыл йомғаҡтары

Мәҙәни саралар аша ла тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Рәсәй төбәктәре башҡорттары Өфөлә концерттар менән сығыш яһаны, ә Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре башҡа төбәктәргә юлланды. Йыл башынан алып бөгөнгәсә төбәктәге мәҙәни ваҡиғаларға байҡау яһағанда шуны әйтер инем - был юҫыҡта йыл сағыу, күп...

30 декабря 2019
Смотреть видео 2019 йыл Башҡорт милләтенә яңы һулыш өрҙө | ГТРК «Башкортостан»

2019 йыл Башҡорт милләтенә яңы һулыш өрҙө

Башҡорт халҡының артабанғы үҫеш нөктәһе, берҙәмлеккә һәм уртаҡ маҡсатҡа йүнәлеш билдәләү йыйыны. Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайына Радий Хәбиров шундай баһа бирҙе. Башҡорт милләтле кешенең донъяла ҡабул ителгән образына үҙгәрештәр индерергә ваҡыт, тине республика етәксеһе....

30 декабря 2019
Смотреть видео 2019 йыл Башҡортостан мәғарифын Осошҡа этәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

2019 йыл Башҡортостан мәғарифын Осошҡа этәрҙе

Мәктәптәр уҡыусыларға белем генә түгел, тәрбиә лә биреүҙә ярышырға йөкләмә алды, Аша, уҡы, үҫ, тип балаларға бөтә шарттар тыуҙырҙы. Аҙнаның биш көнөн дәрестәргә арнап, ҡалған икеһен ялға бағышланы. Белем биреү тармағындағы яңылыҡтар былар менән генә сикләнмәне... Урта мәктәптәр уртаса түгел, ә...

30 декабря 2019
Яндекс.Метрика