Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владивостокта Владимир Путин Ким Чен Ын менән осрашты. Һөйләшеүҙең төп темаһы – Корея ярымутрауының көнүҙәк проблемаһын хәл итеү һәм ғөмүмән, Төньяҡ-Көнсығыш Азияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Саммит һуңында бер ниндәй ҙә килешеүҙәр һәм белдереүҙәр булмаясаҡ, тип алдан хәбәр иттеләр. Әммә күҙәтеүселәр әйтеүенсә, был осрашыу башҡа илдәр араһында Пхеньяндың мәртәбәһен үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау. Владимир Путин Донбасс халҡына Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңелләштереүсе указға ҡул ҡуйҙы. Был исемлеккә Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында йәшәүселәр инә. Үҙгәрештәргә ярашлы, был мәсьәләне хәл итеү ваҡыты 3 айҙан артмаҫҡа тейеш.  Ил етәксеһе тик гуманитар маҡсат менән был ҡарарға килдем, тип билдәләй. Сөнки  ошо төбәктәрҙә йәшәүселәр күптәнән үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра алмай.

Диңгеҙ йәйәүле ғәскәре һәм танк биатлоны. Көньяҡ хәрби округында хәрби күнекмәләр үтә. Рәсәйҙең оборона министрлығы журналистар өсөн матбуғат турын да ойошторған. Хәбәрселәр үҙ күҙҙәре менән диңгеҙ пехотасыларының ергә төшөүен, танк биатлонының ҡаршылыҡтар аша үтеүен һәм истребителдәрҙең осоуын күҙәтте.

Умка өйөнә ҡайтты. Камчаткала аҙашып йөрөгән аҡ айыуҙы ҡотҡарыусылар вертолетта Чукоткаға алып килгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике аҙна элек ТилИчики ауылы халҡы йорттарына яҡын килгән, әммә хәлһеҙләнгән йыртҡыс хайуанды күреп ҡала. Үҙен тыныс тотҡан айыуға Умка ҡушаматы бирәләр һәм ашатып торалар. Ул Чукотканан Камчаткаға Беринг диңгеҙе аша боҙ киҫәгендә йөҙөп килеүе ихтимал, ти ғалимдар

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикала короновирус менән ауырыусылар кәмей.  | ГТРК «Башкортостан»

Республикала короновирус менән ауырыусылар кәмей.

Әммә, Радий Хәбиров билдәләүенсә, тынысланырға иртәрәк. Пандемия осоронда табиптар ысын мәғәнәһендә батырлыҡ күрһәтә. Айҙар буйы үҙ ғаиләһен  күрмәүселәр ҙә бар. Короновирус йоҡтороп айырым бокстарҙа ятыусы сирлеләргә табиптар махсус кейемдә генә керә. Баштан аяҡҡа тиклем костюм, күҙлек,...

26 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостанда ил Коснтитуцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ил Коснтитуцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү бара

Бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла ил Коснтитуцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү башланды. Сәйәси сараның тәүге көнөндә үк электорат әүҙемлек күрһәтә. Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү кесаҙна башланды. Ил закондарының төп тупланмаһын яңыртыу мәлендә...

26 июня 2020
Смотреть видео Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Өфөлә алты миллион ҡорбан иҫтәлегенә алты символик шәм ҡабынды. Йәһүд милли-мәҙәни үҙәге биләмәһендә асылған монументаль композиция Волга буйы һәм Урал федераль округтарында Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған тәүге һәм әлегә беренсе һәйкәл.   Ошо уңайҙан ойошторолған тантана...

26 июня 2020
Смотреть видео Бөтә Рәсәй кинологтары  көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Рәсәй кинологтары көнө

Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй кинологтары  үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ошо уңайҙан хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова дүрт аяҡлы эҙәрмәнде тәрбиәләү нескәлектәренә төшөндө.Надежда Отвесова  юғалған кешеләрҙе эт ярҙамында эҙләүсе  республикалағы берҙән-бер кинолог. Уның өсөн ял...

25 июня 2020
Смотреть видео Минең ихатам | ГТРК «Башкортостан»

Минең ихатам

Башҡортостан24 телеканалы һәм Маяҡ радиоһы “Минең яратҡан ихатам” ижади конкурсының еңеүселәрен билдәләне. Был проектта республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Телевизион конкурста икенсе урынға Фәнис Бикташев лайыҡ булды. Ул үҙенең баҡса йортон Рәсәй һәм Башҡортостан флагы...

25 июня 2020
Смотреть видео Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды

Башҡортостан 1-се июлдә үтәсәк Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә әҙер. Үҙәк, территориаль һәм участка һайлау комиссиялары кәрәкле әйберҙәр һәм йыһаздар менән тәьмин ителде, бюллетендәр алды. Уларҙа коронавирусҡа бәйле именлек саралары ла күрелә. Рәсәйҙә бөгөндән Конституцияға...

25 июня 2020
Смотреть видео Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала | ГТРК «Башкортостан»

Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала

Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә. Фирҡә сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында төбәк идаралығы Секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. Пандемия осоронда ирекмәндәр ярҙамға мохтаждарға 250 мең дана аҙыҡ-түлек...

25 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан хәрби парад үтте | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан хәрби парад үтте

Башҡалабыҙҙа Еңеү парады 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады уҙған көндә уҙғарылды. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ сығышында дәһшәтле һуғыш йылдарын, ил азатлығы өсөн башын һалған миллиондарса ҡорбандар тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы. Һуғыш башланыу менән Өфө Совет армияһына...

25 июня 2020
Ағиҙел яры Башҡортостан йәштәрен саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел яры Башҡортостан йәштәрен саҡыра

27 июндә Рәсәй йәштәре көнө уңайынан Өфөлә Башҡортостан йәштәре фестивале ойошторола. Байрам Ағиҙел яр буйында үтә. Программа бай йөкмәткеле. Республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта белдереп “Әлегә бар серҙе асмай торам. Шуныһы...

23 июня 2020
“Берҙәм Рәсәй” “Хәстәрлек картаһы” проектын башлай | ГТРК «Башкортостан»

“Берҙәм Рәсәй” “Хәстәрлек картаһы” проектын башлай

Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала. Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә. Фирҡә сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында үҙәктең эшмәкәрлегенә аралаш йомғаҡ яһалды. Пандемия осоронда ирекмәндәр...

23 июня 2020
Яндекс.Метрика