Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владивостокта Владимир Путин Ким Чен Ын менән осрашты. Һөйләшеүҙең төп темаһы – Корея ярымутрауының көнүҙәк проблемаһын хәл итеү һәм ғөмүмән, Төньяҡ-Көнсығыш Азияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Саммит һуңында бер ниндәй ҙә килешеүҙәр һәм белдереүҙәр булмаясаҡ, тип алдан хәбәр иттеләр. Әммә күҙәтеүселәр әйтеүенсә, был осрашыу башҡа илдәр араһында Пхеньяндың мәртәбәһен үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау. Владимир Путин Донбасс халҡына Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңелләштереүсе указға ҡул ҡуйҙы. Был исемлеккә Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында йәшәүселәр инә. Үҙгәрештәргә ярашлы, был мәсьәләне хәл итеү ваҡыты 3 айҙан артмаҫҡа тейеш.  Ил етәксеһе тик гуманитар маҡсат менән был ҡарарға килдем, тип билдәләй. Сөнки  ошо төбәктәрҙә йәшәүселәр күптәнән үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра алмай.

Диңгеҙ йәйәүле ғәскәре һәм танк биатлоны. Көньяҡ хәрби округында хәрби күнекмәләр үтә. Рәсәйҙең оборона министрлығы журналистар өсөн матбуғат турын да ойошторған. Хәбәрселәр үҙ күҙҙәре менән диңгеҙ пехотасыларының ергә төшөүен, танк биатлонының ҡаршылыҡтар аша үтеүен һәм истребителдәрҙең осоуын күҙәтте.

Умка өйөнә ҡайтты. Камчаткала аҙашып йөрөгән аҡ айыуҙы ҡотҡарыусылар вертолетта Чукоткаға алып килгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике аҙна элек ТилИчики ауылы халҡы йорттарына яҡын килгән, әммә хәлһеҙләнгән йыртҡыс хайуанды күреп ҡала. Үҙен тыныс тотҡан айыуға Умка ҡушаматы бирәләр һәм ашатып торалар. Ул Чукотканан Камчаткаға Беринг диңгеҙе аша боҙ киҫәгендә йөҙөп килеүе ихтимал, ти ғалимдар

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо һаҡлана

Әммә алдағы көндәрҙә кинәт һыуыта тип иҫкәртә синоптиктар. Республика әле атмосфера тәьҫире аҫтында ҡалды, көнбайыш райондарҙа ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ һауа торошо 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылыта. Кискә төнъяҡ райондарҙа 12 градусҡа тиклем түбәнәйә. Киләһе аҙнанан ҡыш тулыһынса үҙ...

4 часа 5 минут назад
Смотреть видео Өфөләге күсмә зоопарктарының береһендә юлбарыҫ балалаған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге күсмә зоопарктарының береһендә юлбарыҫ балалаған

Улар бер нисә көн элек кенә күҙҙәрен асҡан. Бәләкәс яныуарҙарҙы беҙҙең ижади төркөмгә күреп ҡайтыу бәхете тейҙе. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжеты. Юлбарыҫтар бер ай элек кенә тыуған. Хәҙер Симона ҡушаматлы инә юлбарыҫ киң вольерҙа йәшәй. Ғәҙәттә, тәбиғәттә януар ике генә көсөк килтерә, бер ыңғай...

4 часа 7 минут назад
Смотреть видео Пенсионерҙар шифаханаға юлламаны түбән хаҡ менән ала | ГТРК «Башкортостан»

Пенсионерҙар шифаханаға юлламаны түбән хаҡ менән ала

Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юллама хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн сертификаттар тапшырыу башланды. Улар Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» республика ресурс үҙәгендә һәм пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың теркәлгән урыны...

4 часа 10 минут назад
Смотреть видео Райондар янғын һүндереү техникаһы алды | ГТРК «Башкортостан»

Райондар янғын һүндереү техникаһы алды

“Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә янғын һүндереү техникаһы тапшырылды. Тағылма автоцистерналар ауыл биләмәләренә, ә янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу машиналары республика янғын һүндереү частарына бүләк ителде.  Иглин районының Урман ауылы халҡы уттың ниндәй...

4 часа 11 минут назад
Смотреть видео Сүп-сар өсөн контейнерҙар мәсьәләһен кесе бизнес хәл итә | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар өсөн контейнерҙар мәсьәләһен кесе бизнес хәл итә

Радий Хәбиров муниципалитеттарға ҡаты ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар урынлаштырыуҙы тиҙләтеү бурысын ҡуйғайны. Ғафури районында мәсьәләне урындағы эшҡыуар менән бергә хәл итәләр. Контейнерҙар етештереүҙе яйға һалған йүнсел муниципалитетҡа тәүге партияһын тапшырған, тағы ла 130 сүп-сар һауытты ошо...

4 часа 15 минут назад
Смотреть видео Өфө студенттары инновацион станок уйлап сығарған | ГТРК «Башкортостан»

Өфө студенттары инновацион станок уйлап сығарған

Күпкә теүәллерәк һәм тиҙерәк. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары быға тиклем тиңе булмаған инновацион фрезерлау станогын уйлап сығарған. Ул заманса самолеттарҙың газ турбиналы двигателдәренә деталдәр эшләй. Йәш ғалимдарҙың эше менән бихисап Рәсәй предприятиелары ҡыҙыҡһына. Шул...

4 часа 16 минут назад
Смотреть видео Андрей Назаров тәүге эш сәфәре менән Өфөнөң тңнъяғында булды | ГТРК «Башкортостан»

Андрей Назаров тәүге эш сәфәре менән Өфөнөң тңнъяғында булды

Өфөләге Гастелло стадионын капиталь ремонттан һуң Республика үҙ ҡарамағына аласаҡ. Был турала беренсе вице-премьер Андрей Назаровтың башҡаланың төнъяына эш сәфәре барышында билдәле булды. Рәсәй һәм донъя чемпиондарын тәрбиәләп сығарған, Өфөнөң иң боронғо һәм билдәле спорт объекттарының береһе,...

4 часа 18 минут назад
Смотреть видео Билдәле шәхестәр балаларға | ГТРК «Башкортостан»

Билдәле шәхестәр балаларға

Ошо исем аҫтында Рәсәй ҡалалары буйлап хәйриә проекты ойошторолоп килә. Өфө лә был саранан ситтә ҡалманы.  25 ноябрҙә “Торатау” конгресс-холлында “Безымянная звезда” тип аталған мюзикл ҡуйыла. Билет һатыуҙан йыйылған аҡсалар һәләтле балаларға ярҙамға йүнәлтеләсәк. Проекттың тағы ла бер...

13 ноября 2019
Смотреть видео  Өфөнөң күп йүнәлешле колледжына - 80 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң күп йүнәлешле колледжына - 80

Республиканың мәғариф тармағындағы иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе һәм уның маҡсататры менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Өфөнөң киң профилле колледжында белем алған Риф Рыҫҡолов башҡа студенттар кеүек үк спортҡа ла ылыға, төп һөнәрен дә үҙләштерә. Дүртенсе курста белем алған егет киләсәктә...

13 ноября 2019
Смотреть видео  “Эргәләге батырҙар тураһында инша” яҙырға саҡыралар | ГТРК «Башкортостан»

“Эргәләге батырҙар тураһында инша” яҙырға саҡыралар

Эргәлә йәшәгән батырҙар кем, уларҙың ҡаһарманлығы тураһында нимәләр мәғлүм һәм был иҫтәлекте мәңгеләштереү кем ихтыярында. Республика мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары “Эргәләге батырҙар тураһында инша” яҙырға әҙерләнә. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын нығытыу бурысын ҡуйған конкурс Бөйөк...

13 ноября 2019
Смотреть видео  Вандалдар Өфөләге “Ватан” этнопаркына 3 миллион һумлыҡ зыян килтергән | ГТРК «Башкортостан»

Вандалдар Өфөләге “Ватан” этнопаркына 3 миллион һумлыҡ зыян килтергән

Автомобилдәрҙә биләмәгә инеп дрифт ойоштороусылар был сумманы түләргә бурыслы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 ноябрҙән 4-нә ҡарай төндә бер нисә водитель амфитеатрҙы бикләгән йоҙаҡты боҙоп ингәйне. Улар машиналарында тамаша ойоштороп биләмәгә ярайһы ғына зыян килтерә. Вандалдарҙы видеокамера аша...

13 ноября 2019
Смотреть видео  Юл һәм транспорт өсөн бүленгән аҡсаларҙың яртыһы ғына үҙләштергән | ГТРК «Башкортостан»

Юл һәм транспорт өсөн бүленгән аҡсаларҙың яртыһы ғына үҙләштергән

Район һәм ҡалаларға суммаларҙы йыл аҙағына тиклем үҙләштереү бурысы ҡуйылды. Был турала Республика хөкүмәтендә Беренсе Вице-Премьер Андрей Назаров рәйеслегендә үткән төҙөлөш һәм транспорт сәғәтендә әйтелде. 2019 йылға Башҡортостандың Юл фонды 24 миллиард ярым һум күләмендә раҫланған. Был уҙған йыл...

13 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ҡышҡы осорҙа “Буран” планы бойомға ашыраласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡышҡы осорҙа “Буран” планы бойомға ашыраласаҡ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы тәҡдим иткән тотҡарлыҡһыҙ Һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәте тәртибе Хөкүмәт ултырышында раҫланды. “Буран” планы юлдағыларҙың именлеген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта юл хәрәкәтен сикләү...

13 ноября 2019
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар юлдарҙа тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәртә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар юлдарҙа тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәртә

Бөгөн күпселек райондарҙа ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Кесаҙнала төндәрен урыны менән 12 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ 3 градус һалҡындан 2 градусҡаса йылы була. Тотороҡһоҙ һауа торошо сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Синоптиктар билдәләүенсә Башҡортостандың 70 процентында әле...

13 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте

 Ошо арауыҡ эсендә күпселек район-ауылдарҙа махсус майҙансыҡтар булдырылды, контейнерҙар ҡуйылды. Ә Өфөнөң ҡайһы бер райондары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилот проектында ҡатнаша.  Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйырға өйрәтәләр. Бында...

12 ноября 2019
Смотреть видео Республика етәксеһе ташландыҡ автомобилдәр тураһында хәбәр итергә саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе ташландыҡ автомобилдәр тураһында хәбәр итергә саҡырҙы

Хәбәр итеүебеҙсә, башҡалала юлдарҙы таҙартыуға, сүп-сар сығарыуға ҡамасаулаған барлыҡ транспорт эвакуациялана. Быға тиклем махсус комиссия рейд үткәреп, машиналарҙың хужаларын иҫкәртеп сыҡҡайны. Мөрәжәғәткә ҡолаҡ һалмағандарға тимер аттарын махсус туҡталҡанан эҙләргә тура киләсәк. Өҫтәүенә,...

12 ноября 2019
Смотреть видео Сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына  кандидаттар һайлау башланды | ГТРК «Башкортостан»

Сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына кандидаттар һайлау башланды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сик буйы һағы органдарына кадрҙар туплау йәһәтенән Рәсәйҙең сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына  кандидаттар һайлай. Егеттәр республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәрен тамамлаусылар араһынан ҡабул ителә. Артабан хәрби хеҙмәтте...

12 ноября 2019
Смотреть видео Именлек һүҙҙә генә булып сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Именлек һүҙҙә генә булып сыҡты

Нарьян Марҙа балалар баҡсаһында булған фажиғәнән һуң Өфөлә именлек саралары көсәйтелеүе тураһында хәбәр ителде. Әммә ысынбарлыҡта, башҡалала балалар баҡсаларына теләгән һәр кем тиерлек үтә алыуы асыҡланды. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкиле Совет районында урынлашҡан тәүге балалар баҡсаһына бер ниндәй...

12 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнә

Рәсәй менән бергә Башҡортостан да киләһе йылдың иң мөһим кампанияһы – халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнә. Был карта ябай ҡағыҙ киҫәге генә түгел. Тап ул Өфө янындағы иң ҙур ҡасабаларың береһе булған Шамонино ауылының нисек төҙөлөшөн яҙып, артабанғы үҫешен билдәләй. Улай ғына түгел, был карта халыҡ иҫәбен...

12 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда газ үткәреү өсөн сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда газ үткәреү өсөн сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды

60 һәм 100 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын алыуға 80 меңдән ашыу кеше дәғүә итә. Был турала Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Масленниковтар бер нисә йыл элек Өфөнән Иглингә күсеп килә. Ғаилә финанс мөмкинлектәренә ҡарап газ үткәрелмәгән йорт һатып ала. Ҡышын уны йылытыу өсөн...

12 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан менән Чехия араһында сауҙа милли валюталарҙа башҡарылыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан менән Чехия араһында сауҙа милли валюталарҙа башҡарылыуы ихтимал

Башҡортостан менән Чехия араһында тышҡы тауар әйләнешен 2024 йылға ун тапҡыр арттырырға һәм ике арала сауҙаны крона менән һумдарҙа алып барырға. Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Чехия Республикаһы илсеһе Витезслав Пивонька етәкселегендәге делегация...

12 ноября 2019
Смотреть видео

Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне

Радмир Сәғиҙуллин эске эштәр органдарында ун йылдан ашыу яҡын хеҙмәт итә. Күптән көтөлгән, яңы, заманса талаптарға яуап биргән автомобиль алыу бәхетен күптән көттөк, ти егет. Һөнәри байрам уңайынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы  өр-яңы 40 автомобиль асҡыстарын алды. Техника...

11 ноября 2019
Смотреть видео Урындағы үҙидаралыҡтар ҡорға йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Урындағы үҙидаралыҡтар ҡорға йыйылды

Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы берләшмәһе Рәсәйҙең урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү милли ассоциацияһы составына инә. Был ҡарар берләшмәнең сираттан тыш съезында ҡабул ителде. Милли ассоциация Президенттың май Указдарынада билдәләнгән Милли проекттарҙы боойомға ашырыуға халыҡты һәм...

11 ноября 2019
Яндекс.Метрика