Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владивостокта Владимир Путин Ким Чен Ын менән осрашты. Һөйләшеүҙең төп темаһы – Корея ярымутрауының көнүҙәк проблемаһын хәл итеү һәм ғөмүмән, Төньяҡ-Көнсығыш Азияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Саммит һуңында бер ниндәй ҙә килешеүҙәр һәм белдереүҙәр булмаясаҡ, тип алдан хәбәр иттеләр. Әммә күҙәтеүселәр әйтеүенсә, был осрашыу башҡа илдәр араһында Пхеньяндың мәртәбәһен үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау. Владимир Путин Донбасс халҡына Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңелләштереүсе указға ҡул ҡуйҙы. Был исемлеккә Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында йәшәүселәр инә. Үҙгәрештәргә ярашлы, был мәсьәләне хәл итеү ваҡыты 3 айҙан артмаҫҡа тейеш.  Ил етәксеһе тик гуманитар маҡсат менән был ҡарарға килдем, тип билдәләй. Сөнки  ошо төбәктәрҙә йәшәүселәр күптәнән үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра алмай.

Диңгеҙ йәйәүле ғәскәре һәм танк биатлоны. Көньяҡ хәрби округында хәрби күнекмәләр үтә. Рәсәйҙең оборона министрлығы журналистар өсөн матбуғат турын да ойошторған. Хәбәрселәр үҙ күҙҙәре менән диңгеҙ пехотасыларының ергә төшөүен, танк биатлонының ҡаршылыҡтар аша үтеүен һәм истребителдәрҙең осоуын күҙәтте.

Умка өйөнә ҡайтты. Камчаткала аҙашып йөрөгән аҡ айыуҙы ҡотҡарыусылар вертолетта Чукоткаға алып килгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике аҙна элек ТилИчики ауылы халҡы йорттарына яҡын килгән, әммә хәлһеҙләнгән йыртҡыс хайуанды күреп ҡала. Үҙен тыныс тотҡан айыуға Умка ҡушаматы бирәләр һәм ашатып торалар. Ул Чукотканан Камчаткаға Беринг диңгеҙе аша боҙ киҫәгендә йөҙөп килеүе ихтимал, ти ғалимдар

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Инорс ниһәйәт бассейнлы булды | ГТРК «Башкортостан»

Инорс ниһәйәт бассейнлы булды

Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән яңы объект сафҡа инде. Ә Октябрь Проспектында урынлашҡан республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусында төҙөлөш эштәре һүлпәнәйгән. Эштәр был арала мотлаҡ йәнләнәсәк. Подрядсы ойошмалар ошондай вәғәҙәләр бирҙе. Сафҡа индерелергә тейеш республика...

6 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостан студенттары “Өйҙә” | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан студенттары “Өйҙә”

Өфөлә Республиканан ситтә һөнәри белем алған йәштәрҙең беренсе форумы үтте. Ул йәштәргә тыуған төйәктә эш һәм уҡыу мөмкинлектәре менән бер рәттән үҙ һәләттәрен дә танытырға булышлыҡ итте. Башҡортостандан сыҡҡан студенттарҙың бындай кимәлдә берләшеп аралашыуы беренсе тапҡыр. Мәскәү, Санкт-Петербург...

6 февраля 2020
Смотреть видео Һауанан алынған сир | ГТРК «Башкортостан»

Һауанан алынған сир

 Өфөлә йәшәүселәр үҙ медицина карталарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙар яҙылыуына зарлана. Берәүҙәр, йәнәһе лә,  табипҡа нервы системаһы ҡаҡшаған, тип мөрәжәғәт итһә, икенселәре иһә картала яҙылған ауырыуҙар тураһында бөтөнләй әйтергә ҡыймай. Өҫтәп яҙылған сирҙәрҙе ҡайҙан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә

Унда  ҡатнашыусылар Өфө хирургтарының ҡан-тамырына заманса алымдар ярҙамында операция эшләүен тура эфирҙа күҙәтә. Операция бер сәғәт тирәһе дауам итә. Өфө хирургтары хәҙер пациенттың артерияларын эстән күрә ала. Махсус  ҡорамал ярҙамында табиптар хәҙер ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Сәләмәтлек һағында тороусы | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек һағында тороусы

3 тапҡыр алтын скальпель алыусы, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаковҡа 60 йәш. Билдәле хирург республикала иң беренсе бауыр трансплантологияһын башҡара....

5 февраля 2020
Смотреть видео Быуат һөжүме | ГТРК «Башкортостан»

Быуат һөжүме

Башҡортостан диңгеҙселәре Александр Маринеско етәкселегендәге һыу аҫты кәмәһенең батырлығын иҫкә алды. 75 йыл элек 1945 йылдың 30 ғинуарында немецтарҙың иң ҙур лайнеры "Вильгельм Густлофф" торпедо утына тотола. Һөҙөмтәлә 4 меңдән артыҡ немец илбаҫары юҡ ителә. Тарихта ул « быуат һөжүме » тип...

5 февраля 2020
Смотреть видео Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер көсәйтергә саҡырҙы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлдарын билдәләргә ҡушты. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ваҡытлыса сара | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытлыса сара

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ. Был турала  Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе.Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында...

5 февраля 2020
Смотреть видео Киҙеү башланыр мәл | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү башланыр мәл

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта башлаған. Республика буйынса 27 мең 469 кеше, уларҙың 70 проценты тиерлек балалар, табиптарға мөрәжәғәт иткән.Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика...

5 февраля 2020
Смотреть видео Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы

 “Динамо” спорт компексында Рәсәй Федерацияһы субъекттары судьялары араһында волейбол буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы. Ярыш Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығына арнап үткәрелде. Волейбол буйынса турнирҙы Суд Советы һәм Башҡортостан республикаһының Юғары суды ойошторған. Турнирҙа бөтәһе алты...

4 февраля 2020
Яндекс.Метрика