Башҡортостан медицинаһы халыҡ-ара стандарттарҙа эшләй башлай

Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһы ошо көндәрҙә Мәскәү аудиторҙары алдында һынау үтте. Улар әлегә сифат талаптарының менеджмент системаһы сертификатын алыусы республикалағы берҙән-бер медицина учреждениеһы. Киләсәктә тармаҡты стандартлаштырыу әүҙем ҡулланыласаҡ. Медицина хеҙмәттәре сифатында ул нисек сағыласаҡ? 84-се йәше менән ҡыуалаған Луза Ғүмәрова өсөн ҡулға тағылған таҫмалағы төҫлө төймәләр бөтөнләй ят күренеш. Унда пациент тураһында бөтә мәғлүмәт һаҡлана. Рифғәт Уразмәтов иһә бындайҙы бер йыл элек япония клиникаһында ятҡанда күреп ҡайтҡан. Өфө дауаханаларында ла берәй ҡасан булырына ышанмаҫ инем ти ул. Браслет тәү сиратта табип хаталарын кәметергә ярҙам итә. Сөнки пациенттың дарыуҙарға аллергия барлығы, ауыр сир кисергәнлеген дә төҫлө төймәләрҙән шунда уҡ белеп була. Был сифат менеджменты системаһының бер сылбыры ғына. Дөйөм алғанда, сирле дауаханаға мөрәжәғәт иткәндән алып, дауалау, аҙаҡ реабилитация осорон үткәнсегә тиклем эште ойоштороу, табиптарҙың пациенттар менән аралашыу, документтарын тултырыуға тиклемге бөтә ойоштороу эшен бер ҡалыпҡа һала. Өфөнөң 18 һанлы ҡала клиник дауаханаһы был системаны йыл ярым элек үҙләштерә башлай. Сертификат алыр өсөн ҡатмарлы аудит үтергә тура килә. Мәскәү эксперттары бер нисә көн дауамында хеҙмәткәрҙәрҙең әҙерлегенән алып, дауалау, йәшәү, туҡланыу шарттарына тиклем ентекле тикшерә. Бының менән махсус аккредитация үткән ойошиңмалар ғына шөғөлләнә. ИСО 9001 сертификаты сәнәғәт предприятиеларын мәҫәлән юғары сифатлы тауар етештереүсе булараҡ донъяға танытһа, медицина тармағы өсөн ул тәү сиратта күрһәтелгән хеҙмәттең сифат билдәһе.  Республика етәкселеге тарафынан яҡын арала сифат стандарттарын тағы ла бер нисә медицина учреждениеһына индереү бурысы ҡуйылған. Киләсәктә уларҙың һаны менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты артыр, кешеләр сәләмәтлеге яҡшырыр тигән ышаныс нығына. Быны 18 дауахана пациенттары бөгөн дә дәлилләй.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде | ГТРК «Башкортостан»

“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

 “Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына...

9 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

9 июля 2020
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк

Радий Хәбиров республика табиптарына күсмә маммография автомашинаҙы асҡыстарын тапшырҙы. Тәгәрмәсле биш маммография кабинеты Белорет, Бөрө, Нефтекама, Сибай, Күмертау үҙәк дауаханаларына юлланды. Был техника күкрәк биҙе яман шешен башланғыс мәлендә асыҡлау мөмкинлеген бирә һәм сиргә дусар...

9 июля 2020
Смотреть видео Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы

Нефтекамала “Интеграл” компанияһы өлөшсөләренә, ниһәйәт, фатир асҡыстары тапшырылды.  Күптәрҙе йылдар дауамында борсоған мәсьәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ярҙамында хәл ителде. 15 ғаилә фатир асҡыстарын алып ҡыуанды. Киләһе йылда тағы ла бер йорт файҙаланыуға тапшырылыр, 38 ғаилә өй...

9 июля 2020
Смотреть видео Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк

Башҡортостанда күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы координациялау буйынса штаб ойошторола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйып уның рәйесе итеп хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәғәйенләне. Тәү сиратта штаб «Эрмитаж. Горсовет», «...

9 июля 2020
Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә

Рәсәйҙә күсмә телефон аша аралашыуҙың хаҡы 14 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был фаразды Content Review агентлығы тикшереренүҙәренә таянып "Российская газета" килтерә. Коронавирус пандемияһының ҡабатланыу ихтималлығы иһә иҫәпкә алынмаған. Йылдың тәүге яртыһында минималь тариф пакеттары 8 процентҡа...

8 июля 2020
Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға | ГТРК «Башкортостан»

Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға

Йыл буйына көтөп алған йәйге әүҙем ялдан һуң эшкә сығыр алдынан үҙеңә өҫтәмә ваҡыт ҡалдырырға кәрәк, ти психологтар. Сәйәхәттән бер нисә көн алдан ҡайтып тәнгә һәм күңелгә ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу мәлен бирергә кәрәк. Кешенең йәкшәмбе кис ҡайтып  дүшәмбе иртән эшкә барыуға бәйле биоритмдары...

8 июля 2020
Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы | ГТРК «Башкортостан»

Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы

Башҡортостанда эҫе көндәр дауам итә. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Һауа температураһы 35 градустан да юғары. Табиптар кешеләргә баш кейемен ҡалдырмаҫҡа, ҡара күҙлек, аҡ төҫтәге әйберҙәр кейеп йөрөргә, саф йә минераль һыу, емеш-еләк һуттарын күберәк эсергә кәңәш итә.  Ҡыҙыу ҡояш нурҙары...

8 июля 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола.

2020 йылдың 17 июлендә Рәсәй Федерацияһында «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. Артабан уны йыл һайын уҙғарыу ҡарала. Башҡортостандың халыҡ ижады үҙәге акцияға ҡушылырға һәм социаль селтәрҙәргә, рәсми сайттарға УфаРЦНТРБ; МКРБ; ДеньФольклораРБ2020 хештегы менән тематик фотолар,...

8 июля 2020
Смотреть видео Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.  | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

Беҙҙең хәбәрселәр күп балалы Куликовтар ғаиләһе  менән танышып ҡайтты. Ата менән әсә үҙҙәренең өс балаһы янына балалар йортонан тағы ла алты бәләкәсте тәрбиәгә алып ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Куликовтарҙың йорто иртә-таңдан гөрләп тора. Уянып, иртәнге ашты ашап алғандан һуң ғаиләнең һәр...

8 июля 2020
Яндекс.Метрика