Ирке сикләнгән, әммә әсәй менән

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 6-сы ҡатын ҡыҙҙар колонияһында донъяға килгән сабый әсәһе менән бергә хөкүм язаһын үтәргә мәжбүр. Шарттар ябай түгел. Шулай ҙа бында йәш әсә менән сабыйға бөтә шарттарҙа булдырылған. 5 айлыҡ Енисей үҙен яҡшы тоя. Уның әсәһе был колонияға мутлашыу статьяһы өсөн эләгә. Йәш әсә һәм уның сабыйы өсөн колонияла айырым йоҡо, аш-һыу бүлмәһе һәм башҡа уңайлыҡтар бар. 2000-се йылдар башында элекке теплица урынында барлыҡҡа килгән колонияла юл-транспорт фажиғәләрендә ғәйепләнеүселәр, мутлашыусылар һәм башҡа төрлө енәйәт ҡылған ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй.   6-сы колония хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һәр хөкүм ителеүсегә айырым иғтибар бүленә. Кемдер теплицала, кемдер яҙҙан баҫыуҙарға сыға. Улар йыйған уңыш республиканың башҡа холоҡ төҙәтеү колонияларына оҙатыла, ә сәскәләр ҡаланың төрлө аллея, парк һәм башҡа урындарын биҙәйәсәк. Наталья Зәйнәғәбдинова 6-сы холоҡ төҙәтеү колонияһының сәскәләр үҫтереү блогында бер-нисә эшләй. Рәсәйҙең хеҙмәт кодексына ярашлы һәр эшсегә эш хаҡы ла түләнә. Язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығының 6-сы колонияһында хөкүм ителеүселәр өсөн ял бүлмәһе, заманса ашхана һәм хатта магазин да бар. Яҡшы хеҙмәт һәм яҡшы тәрпит өсөн хөкүм ителеүселәргә туғандары менән оҙайлы осрашыуҙар һәм хаттаял да  ҡаралған.   Республикалағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар колонияһында республиканың төрлө район-ҡалаларынан хөкүмгә тарттырылған ҡатын-ҡыҙҙар үҙ хөкүм язаһын үтәй. Улар һүҙҙәренсә, законды боҙор алдынан, туғандарың, яҡындарың тураһында уйлау, үҙ көсөңдө иректә дөрөҫ йүнәлештә ҡулланыу күпкә хәйерлерәк.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

3 часа 10 минут назад
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

3 часа 12 минут назад
Смотреть видео Ирекмәндәр страховкаланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәр страховкаланасаҡ

Үҙ пациенттарына йәш табип-педиатр Айгөл Нуриева ошо рәүешле кейенеп йөрөй.  Ул Ковид 19 диагнозы куйылған балалар  менән эшләй.  Был эшкә  үҙ ирке менән тотонған. Балаларҙы дауалау менән бер  рәттән ирекмәндәр  эшмәкәрлеген  дә алып бара.  Шуға ла, ...

3 часа 13 минут назад
Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Яндекс.Метрика