Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән мөһим мәсьәләләр

Башҡортостанда тәбиғи газды тәрән эшкәртеү буйынса яңы комплекс төҙөләсәк. Һәм республика газ үткәреү прграммаһын 2025 йылға тиклем бойомға ашырыу йүнәлештәре тураһында килешеү төҙөү көтөлә. Был хаҡта республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Этилен һәм пропилен етештереү комплексын төҙөү ниәте 2017 йылда барлыҡҡа килһә әле Газпром менән һөйләшеүҙәр яңы кимәлгә сыға. Радий Хәбиров белдереүенсә, тәбиғи газды тәрән эшкәртеү комплексы Салауатта төҙөләсәк.  Мәскәүҙән йәнә бер яңылыҡ – тарихи урындар һәм кесе ҡалалар  араһындағы федераль конкурста Башҡортостандың өс ҡалаһы – Ишембай, Бәләбәй һәм Бөрө еңеүгә өлгәште. Был уларға йөҙҙән — йөҙ илле миллион һумға тиклем аҡсаны парктар һәм скверҙар төҙөкләндереүенә йүнәлтергә булышлыҡ итә. Республикала иһә  төҙөкләндереү айлығы һөҙөмтәләре ыңғай. Премьер-министр урынбаҫары һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Михаил Киреев белдереүенсә шәмбе өмәләре һәр муниципалитетта әүҙем үтте. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 163 мең кеше ҡатнашты. Ҡала һәм райондарҙа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылып өр-яңы аллеялар барлыҡҡа килде. Хәрби дан мемориалдары Бөйөк Еңеү көнөн байрам итергә әҙер. Йыйыштырыу эштәре бының менән генә сикләнмәй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙы яңы техника менән йыһазландырыу бара. Экологик шәмбеләрҙе көҙөн дә ойошҡанлыҡ менән үткреү күҙ уңында тотола. Юлдарҙы төҙөкләндереү эшендә ыңғай күрһәткестәр теркәлә. Юл эксперты программаһы исеменә алынған ғаризаларҙың ете меңгә яҡыны хәл ителә. Ихата юлдарын төҙөкләндереү менән муниципаль ойошмалар һәм идара итеүсе компаниялар шөғөлләнә. Газондарҙа автомобиль ҡуйған өсөн йыйылған штрафтар күләме алты миллион һумға яҡын. Апрелдең унынан егерме алтыһына тиклем был төр тәртип боҙоуҙар һаны республика буйынса ун, Өфөлә алты меңдән ашыу. Республика етәксеһе административ комиссияларға был йүнәлештәге эште дауам итергә ҡушты. Ә бына янғын иҫкәртеү буйынса көрәштә отолдоҡ, тине Радий Хәбиров. Йылдың беренсе сирегендә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда янғындар һаны 73, янғында һәләк булғандар иҫәбе 18 процентҡа артҡан. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, беренсе ғинуарҙан хужаһыҙ бина һәм транспорт саралары, ҡоро үлән, сүплектәрҙә тоҡанған ут осраҡтары ла янғын булараҡ теркәлә, ҡаза күргәндәр иҫәбенә иһә янғында һәләк булғандар һәм унан һуң 30 тәүлек дауамында вафат булғандар ҙа алына. Элек был күрһәткестәр юҡ ине.   Халыҡ менән бәйләнеш тотҡан Инцидент-менеджмент мәғлүмәт селтәрендә хакимиәт башлыҡтарының эшмәкәрлеге ыңғай баһа алды. “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов белдереүенсә, кешеләрҙе борсоған мәсьәләрҙе асыҡлау һәм хәл итеү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Мөрәжәғәттәр һәм улар буйынса ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙар бары Благовар, Асҡын, Краснокама райондары менән Салауат ҡалаһында һүлпән. Радий Хәбиров был күрһәткесте беренсе июнгә тиклем яҡшыртыу йөкләмәһен бирҙе.

Смотреть видео Башҡортостандың да хәҙер үҙ Baby –театры  бар | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың да хәҙер үҙ Baby –театры бар

 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ремонтҡа ябылһа ла бәләкәс тамашасыһын  ҡабул итергә әҙерләнә. Театрҙа  бәләкәй залдың ҡап уртаһында серле  ҡыуыш  көтә сабыйҙарҙы. Режиссер актерҙар менән тәүге спектакль өҫтөндә эшләй. Ул “Һауанан ергә тиклем”...

5 часов 5 минут назад
Смотреть видео Сәйетбаба сыры республика кәштәләрен яулай | ГТРК «Башкортостан»

Сәйетбаба сыры республика кәштәләрен яулай

Сыр сифаты саф һөт менән махсус әсеткегә бәйле. Ярты сәғәттән һуң ошо  ойоған һөттән эремсек эретеп һарҡытыла.  10-11 кг әҙер сырға 100 литр һөт талап ителә. Оҫтаға  ҡыйынлыҡтар юҡ.  Тәмле һәм йомшаҡ сыр алыр өсөн бары технологияны дөрөҫ үтәргә кәрәк. Цехта етештерелгән бар төр...

5 часов 6 минут назад
Смотреть видео Нимә ул Хакатон? | ГТРК «Башкортостан»

Нимә ул Хакатон?

Торатау конгресс-холлында  «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә  Хакатон- форумы үтте.  Хакатон – ул “Етештереүсәнлек лидерҙары” белем биреү программаһының федераль уникаль башланғысы. Ул сеймал булмаған тармаҡ предприятиелары топ-...

5 часов 7 минут назад
Смотреть видео Утһыҙ интеккән халыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Утһыҙ интеккән халыҡ

Беҙҙең телеканалда сыҡҡан сюжеттан һуң, Степан Злобин урамында фонарҙар ҡуйылды. Ләкин республиканың ҡайһы бер райондары һәм Өфөнөң бер-нисә урамы халҡы әле һаман утһыҙ интегә. Барлыҡ әсәйҙәр кеүек үк Гөлназ Мостафина  таң менән өлкән ҡыҙын мәктәпкә, кескәй улын балалар баҡсаһына алып бара....

5 часов 8 минут назад
Смотреть видео Бүләккә – йорт! | ГТРК «Башкортостан»

Бүләккә – йорт!

Изгелек эшлә лә һыуға һал. Был мәҡәл күп балалы ғаиләгә коттедж бүләк итеп тә, үҙенең кем икәнлеген белгертмәҫкә теләгән эшҡыуарҙың ҡылығына тура килә. Ошо көндәрҙә Дүртөйлөлә Әсә көнөнә арнап  үткәрелгән форумда ғаиләгә йорттоң асҡыстары тапшырылды. Сараға республканың 30-лап районы ҡатын-...

5 часов 10 минут назад
Смотреть видео “Алтын скальпель” эйәһе | ГТРК «Башкортостан»

“Алтын скальпель” эйәһе

 “Алтын скальпель” – алтын ҡулдарҙа. “Хирургияның көнүҙәк мәсъәләлре” республика фәнни-практик конференцияһында Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павловҡа “алтын скальпель” тапшырылды. Юғары награда Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы тарафынан булдырылған. Валентин Павлов...

5 часов 12 минут назад
Смотреть видео Рифат Сабитов “ТЭФИ” менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рифат Сабитов “ТЭФИ” менән бүләкләнде

Төбәк телевидениеһын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов “ТЭФИ” менән бүләкләнде. Юғары телевизион награданы Волгоградта “ТЭФИ-төбәк” конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында тапшырғандар. Рифат Абдулваһап улы -...

20 ноября 2019
Смотреть видео Хостелдар эшмәкәрлегендәге яңы талаптарҙы барыһы ла үтәйме? | ГТРК «Башкортостан»

Хостелдар эшмәкәрлегендәге яңы талаптарҙы барыһы ла үтәйме?

Торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан бәләкәй ҡунаҡханалар урындағы йәшәүселәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. “Халыҡ контроле” проекты активистары был етешһеҙлек менән етди көрәшергә ниәтләй. Торлаҡ кодексының 17-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. 1октябрҙән хостелдар һәм бәләкәй ҡунаҡханалар күп...

20 ноября 2019
Смотреть видео Йылдан йыл Башҡортостан халҡы төбәк бюджеты менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына | ГТРК «Башкортостан»

Йылдан йыл Башҡортостан халҡы төбәк бюджеты менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына

 Быйыл, мәҫәлән, 2020-се һәм 2021-22-се йылдарға иҫәпләнгән бюджет проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләп, теркәлгән. Шуларҙың 28-е ултырышта сығыш яһарға йөръәт итте. Улар төрлө йәмәғәт ойошмалары, халыҡ исеменән мөрәжәғәт итеп, йәмғиәтте борсоған...

20 ноября 2019
Смотреть видео Ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам

Өфөлә робот Да Винчи ярҙамында быйыл 400-ҙән ашыу операция башҡарылған. Табиптар был юлы  ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам итте. Операция өҫтәлендә 40 йәшлек ир.  БДМУ клинкаһында тулы тикшеренеү үткәндән һуң уға ҡатмарлы операция башҡарырға ҡарар ителә. Робот-хирург...

19 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте

Ошо арауыҡ эсендә күпселек район-ауылдарҙа махсус майҙансыҡтар булдырылды, контейнерҙар ҡуйылды. Ә Өфөнөң ҡайһы бер райондары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилот проектында ҡатнаша. Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйырға өйрәтәләр. Бында экологик дәрестәр,...

19 ноября 2019
Смотреть видео Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә

Башҡалала йәш ярымлыҡ кескәйҙәр өсөн тәғәйен төркөмдө тәүгеләрҙән булып Дим районы балалар баҡсалары аса. Яңы майҙансыҡтар Республика башлығы исеменә күп һанлы үтенес-мөрәжәғәттәр. Ике йәшлек Стефания иркен өйҙә көн буйы төрлө шөғөл таба. Әсәһе менән ваҡ-төйәк эш менән була. Бала кесе йәштән...

19 ноября 2019
Смотреть видео Социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу | ГТРК «Башкортостан»

Социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев район һәм ҡала биләмәһе үҙидаралығының ҡатын-ҡыҙ депутаттары менән осрашты. Төп маҡсат - социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыу һәм ярҙам итеү. Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау, мәғариф...

19 ноября 2019
Смотреть видео 2020 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 43 миллиард һум аҡса бүленәсәк | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 43 миллиард һум аҡса бүленәсәк

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡортостандың 2020-2022 йылға тиклемге бюджеты буйынса асыҡ фекер алышыуҙар ойошторола. Документ беренсе тапҡыр киләһе өс йылға иҫәпләнгән. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төбәктең мөһим финанс документының төп параметрҙарын белдерҙе...

19 ноября 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров Башҡорт ихаталары программаһы үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Башҡорт ихаталары программаһы үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел

Башҡортостанда инвестициялар күләме 15 процентҡа артҡан, ә үлем осраҡтары кәмегән. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров йылдың 9 ай күрһәткестәрен барланы. Ә “Башҡорт ихаталары” программаһы үтәлешен тәнҡиткә тотто төбәк етәксеһе. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров 9 ай һөҙөмтәләрен...

19 ноября 2019
Смотреть видео Тыуған ереңә ҡайтып эшләр өсөн мең дә бер сәбәп | ГТРК «Башкортостан»

Тыуған ереңә ҡайтып эшләр өсөн мең дә бер сәбәп

Кесе Ватан өсөн оло эштәрОшо исем аҫтында Өфөлә Ишембай районы яҡташтары һәм студенттары менән осрашыу үтте. Сараның маҡсаты - юғары белемле йәштәрҙе районға эшкә йәлеп итеү. Тыуған ереңдән алыҫта йәшәгән саҡта яҡташтарың менән осрашып күрешеү икеләтә шатлыҡлы. “Кесе Ватан өсөн оло эштәр” тип...

19 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ

 Республика алдында торған тағы бер мәсьәлә – халыҡ һанын арттырыу. Ошо турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров  күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһында белдерҙе. “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһына бер ауылда йәшәп,...

18 ноября 2019
Смотреть видео Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл | ГТРК «Башкортостан»

Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл

Башҡортостанда 2020 йылдан декрет ялындағы әсәләр бюджет иҫәбенә квалификация үҫтерә ала. Был бала тапҡандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән аралай. Сөнки психологтар билдәләүенсә, һөнәр алыштырыу депрессияны иҫкәртә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр 10-сы әсә ошо осорҙо...

18 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды

Янғын һүндереү һәм урмандарҙы тергеҙеү өсөн тәғәйен трактор һәм ҡоролмаларҙы 16 урман хужалығы ойошмаһы алды. Тағылмалы трактор комплекстары, ағас ташыу өсөн тәғәйен махсус техника республиканың төрлө райондарына оҙатылды. Урмансылар әйтеүенсә, заманса техника эште күпкә һөҙөмтәлерәк итәсәк. “...

18 ноября 2019
Смотреть видео Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә?

Ҡала хакимиәте был һорауҙы глобаль кимәлдә хәл итеү юлын эҙләгәнсе, Өфөлә йәшәүселәр үҙ  төҡдимдәрен еткерә. Ошондай проекттарҙың береһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Ағиҙел күпере Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бөтмәҫ тығындар менән ауаздаш. Иҫке күпер ваҡытлыса ябылған ваҡыттан бында...

18 ноября 2019
Смотреть видео Тел асҡысы – 100 әҫәрҙә | ГТРК «Башкортостан»

Тел асҡысы – 100 әҫәрҙә

Туған телгә 100 аҙымды үтергә Башҡортостан халҡына 100 әҙәби әҫәр ярҙам итәсәк. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тәҡдиме менән Башҡортостандың яҙыусылар берлеге һәм Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле эш алып барғандан һуң, китап уҡыусыларға был 100 әҫәрҙең исемлеген тәҡдим...

17 ноября 2019
Смотреть видео Балалар мәктәптә нисек туҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Балалар мәктәптә нисек туҡлана?

Меню төҙөү тәртибе һәм туҡланыуҙың төп талаптары өсөн кем яуаплы. Беҙҙең хәбәрселәр Өфө мәктәптәренең береһе миҫалында республикала милли проектты бойомға ашырыу сиктәрендәге “Сәләмәт туҡланыу” программаһының үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды. Башҡалалағы 155-се лицей ашханаһы сеймалдан әҙер аҙыҡты...

17 ноября 2019
Смотреть видео Өфөлә йәш ярымлыҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәш ярымлыҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла

Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә. Башҡалала йәш ярымлыҡ кескәйҙәр өсөн тәғәйен төркөмдө тәүгеләрҙән булып Дим районы балалар баҡсалары аса. Ике йәшлек Стефания иркен өйҙә көн буйы төрлө шөғөл таба. Әсәһе менән ваҡ-төйәк эш менән була. Бала кесе йәштән тиҫтерҙәре менән...

16 ноября 2019
Яндекс.Метрика