Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән мөһим мәсьәләләр

Башҡортостанда тәбиғи газды тәрән эшкәртеү буйынса яңы комплекс төҙөләсәк. Һәм республика газ үткәреү прграммаһын 2025 йылға тиклем бойомға ашырыу йүнәлештәре тураһында килешеү төҙөү көтөлә. Был хаҡта республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Этилен һәм пропилен етештереү комплексын төҙөү ниәте 2017 йылда барлыҡҡа килһә әле Газпром менән һөйләшеүҙәр яңы кимәлгә сыға. Радий Хәбиров белдереүенсә, тәбиғи газды тәрән эшкәртеү комплексы Салауатта төҙөләсәк.  Мәскәүҙән йәнә бер яңылыҡ – тарихи урындар һәм кесе ҡалалар  араһындағы федераль конкурста Башҡортостандың өс ҡалаһы – Ишембай, Бәләбәй һәм Бөрө еңеүгә өлгәште. Был уларға йөҙҙән — йөҙ илле миллион һумға тиклем аҡсаны парктар һәм скверҙар төҙөкләндереүенә йүнәлтергә булышлыҡ итә. Республикала иһә  төҙөкләндереү айлығы һөҙөмтәләре ыңғай. Премьер-министр урынбаҫары һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Михаил Киреев белдереүенсә шәмбе өмәләре һәр муниципалитетта әүҙем үтте. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 163 мең кеше ҡатнашты. Ҡала һәм райондарҙа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылып өр-яңы аллеялар барлыҡҡа килде. Хәрби дан мемориалдары Бөйөк Еңеү көнөн байрам итергә әҙер. Йыйыштырыу эштәре бының менән генә сикләнмәй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙы яңы техника менән йыһазландырыу бара. Экологик шәмбеләрҙе көҙөн дә ойошҡанлыҡ менән үткреү күҙ уңында тотола. Юлдарҙы төҙөкләндереү эшендә ыңғай күрһәткестәр теркәлә. Юл эксперты программаһы исеменә алынған ғаризаларҙың ете меңгә яҡыны хәл ителә. Ихата юлдарын төҙөкләндереү менән муниципаль ойошмалар һәм идара итеүсе компаниялар шөғөлләнә. Газондарҙа автомобиль ҡуйған өсөн йыйылған штрафтар күләме алты миллион һумға яҡын. Апрелдең унынан егерме алтыһына тиклем был төр тәртип боҙоуҙар һаны республика буйынса ун, Өфөлә алты меңдән ашыу. Республика етәксеһе административ комиссияларға был йүнәлештәге эште дауам итергә ҡушты. Ә бына янғын иҫкәртеү буйынса көрәштә отолдоҡ, тине Радий Хәбиров. Йылдың беренсе сирегендә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда янғындар һаны 73, янғында һәләк булғандар иҫәбе 18 процентҡа артҡан. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, беренсе ғинуарҙан хужаһыҙ бина һәм транспорт саралары, ҡоро үлән, сүплектәрҙә тоҡанған ут осраҡтары ла янғын булараҡ теркәлә, ҡаза күргәндәр иҫәбенә иһә янғында һәләк булғандар һәм унан һуң 30 тәүлек дауамында вафат булғандар ҙа алына. Элек был күрһәткестәр юҡ ине.   Халыҡ менән бәйләнеш тотҡан Инцидент-менеджмент мәғлүмәт селтәрендә хакимиәт башлыҡтарының эшмәкәрлеге ыңғай баһа алды. “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов белдереүенсә, кешеләрҙе борсоған мәсьәләрҙе асыҡлау һәм хәл итеү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Мөрәжәғәттәр һәм улар буйынса ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙар бары Благовар, Асҡын, Краснокама райондары менән Салауат ҡалаһында һүлпән. Радий Хәбиров был күрһәткесте беренсе июнгә тиклем яҡшыртыу йөкләмәһен бирҙе.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Парламент эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Парламент эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Башҡортостан депутаттары яҙғы сессия ваҡытында 90-дан ашыу закон ҡабул иткән. Бынан тыш, 3 ултырыш, 13 түңәрәк өҫтәл ойошторолған һәм төрлө министрлыҡ-ведомстволар етәкселәренең 30-ҙан ашыу доклады тыңланған. Ошо турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһында...

10 июля 2019
Смотреть видео Иғтибар үҙәгендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫеше | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫеше

Стәрлетамаҡта алданған өлөшсөләрҙең бер төркөмө 1 октябрҙә яңы фатирҙарының асҡысын аласаҡ. Республика еткәсеһе Радий Хәбиров 4 йыл буйына һуҙылған ошо мәсьәләне хәл итеү юлын күрһәтте. Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе ҡаланың социаль-иҡтисади хәле менән дә танышты. Октябрҙең...

10 июля 2019
Смотреть видео  Йәш татар рассамдары Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Йәш татар рассамдары Башҡортостанда

Ике ай элек Өфөлә Татарстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ике туғандаш республиканың мәҙәниәт министрлыҡтары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек ептәре булдырырыға килешкәйне. Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт сәнғәт институты тәүге ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы. Яр Саллы дәүләт педагогия университетының дизайн һәм...

9 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда иң яҡшы студент һәм мәктәп театрын билдәләнеләр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда иң яҡшы студент һәм мәктәп театрын билдәләнеләр

Баш федераль инспектор «Волга буйы театрҙары» конкурсының төбәк этабы призерҙары менән осрашты.  Межгорье ҡалаһынан “Пауза”төркөмө мәктәп театрҙары араһында беренсе булһа, иң яҡшы студент театры исеменә Башҡорт Дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” театры лайыҡ тип табылды. Михаил...

9 июля 2019
Смотреть видео Һамарҙа “Йыйын-2019” башҡорт милли байрамы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Һамарҙа “Йыйын-2019” башҡорт милли байрамы үтте

Сара 15-се тапҡыр уҙғарыла. Был юлы ул Башҡортостан республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына арналды. Струков паркында урындағы халыҡ өсөн тирмәләр, төрлө күргәҙмәләр эшләне. Килгән һәр кем башҡорт халҡының тарихы, уның көнкүреше менән таныша, аш-һыуын тәмләп ҡарай алды.  Шулай уҡ ҡунаҡтар...

9 июля 2019
Смотреть видео Ағиҙел йылғаһы ярының тағы ла бер өлөшө сафҡа индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел йылғаһы ярының тағы ла бер өлөшө сафҡа индерелде

Ярҙы йәшелләндереү маҡсатында сит илдән килтерелгән ағастар ултыртылды. Яҡтыртҡыстар, ағастар, туҡталыштар. Ағиҙел йылғаһы яры танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Бындағы инфраструктура, тәү сиратта, ял итеүселәр өсөн уңайлы булырға тейеш. “Юность” бассейы яғынан Салауат Юлаев һәйкәленә табан тротуар...

9 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә “Авто-шылтыратыу” системаһы эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Авто-шылтыратыу” системаһы эшләй башланы

Баш ҡала урамдарындағы туҡталыш, бағанаға рөхсәтһеҙ йәбештергән реклама хужаларына робот иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем бер туҡтауһыҙ шылтыратасаҡ. Телефон номерҙарының барыһы ла базаға теркәлеп бара. Инспекторҙар көн дә Өфө райондары буйлап рейдҡа сыға. “Авто-шылтыратыу” системаһындағы...

9 июля 2019
Смотреть видео Иң яҡты урам | ГТРК «Башкортостан»

Иң яҡты урам

Башҡортостанда быйыл урамдарға энергия һаҡлаусы 23 мең лампа ҡуйыласаҡ. Өфөлә Степан Злобин урамында йорттар төҙөлгән осорҙан алып яҡтыртыу бағаналары урынлаштырлмаған. Беҙҙең телеканалда сыҡҡан сюжеттан һуң ҡала хакимиәте мәсъәләне хәл итте. Ниһәйәт,  Степан Злобин урамында ла фонарҙар...

9 июля 2019
Смотреть видео Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле?

Балтаc районында ғәҙәттән тыш хәл. Бында Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен фальсификациялау сәбәпле 16 бала аттестатһыҙ тороп ҡалды. Республика етәксеһе ғәйеплеләрҙе табып тейешле саралар күрергә ҡушты. Был хаҡта  Радий Фәрит улы хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. “Башҡорт...

9 июля 2019
Смотреть видео Сәхнә йондоҙо булғың килһә... | ГТРК «Башкортостан»

Сәхнә йондоҙо булғың килһә...

9-сы классты тамамлап, ҡулдарына  аттестат алған үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыу мәл башланды. Кемдер 10-сы классҡа, кемдәрелер урта-һөнәри белем биреү  учреждениеларына ғаризалар  тапшыра һәм уҡырға инеүе тураһында иғлан көтә. Ә  Өфө сәнғәт училищеһы студенты булырға теләүселәр имтиханға...

5 июля 2019
Смотреть видео Ҡарбуз, ҡауын йәнә һатыуҙа күренә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Ҡарбуз, ҡауын йәнә һатыуҙа күренә башланы

Ҡарбуз, ҡауын йәнә баҙар, магазин кәштәләрендә, юл буйҙарындағы сауҙа нөктәләрендә күренә башланы. Кемдер баҡса культураларын йыл әйләнәһенә ашарға мөмкин тей, ә бәғзе берәүҙәр август тыуғанын көтә. Татлы емеште әленән үк тәмләп ҡарарғамы, әллә йәй уртаһын көтөргәме? Эй, яратабыҙ ҙа инде ҡарбузды!...

5 июля 2019
Смотреть видео Күк менән ҡапланған фатирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Күк менән ҡапланған фатирҙар

Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр дөрөҫлөк талап итеп идарасы ойошманы алмаштырыуға тиклем барып етте.  Йортта 8 фатирҙа стеналар күк менән ҡаплана башлау менән хужалар саң ҡаға башлай.  Күп тапҡырҙар мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалғас, улар хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Аксаков...

5 июля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көнсығыш хәрби округының йыйылма отряды Иркутск өлкәһендә һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итәсәк. Тулун ҡалаһында хәрбиҙәр торлаҡ йорттарҙан һыуҙы һурҙырыуҙа, ихаталарҙа дезинфекция үткәреүҙә ҡатнаша. Был эштәрһә 900 кеше, 90 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Иркутск өлкәһенең Тулун...

5 июля 2019
Смотреть видео  Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтте   | ГТРК «Башкортостан»

Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтте

Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәргә ярҙам программаһын бойомға ашырыу йәһәтенән Республиканың милли музейында мәҙәниәт, мәғариф, ғаилә, хеҙмәт һәм халҡты социаль яҡлау, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары вәкилдәре менән Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтте....

5 июля 2019
Смотреть видео “Айыҡ ауыл” проекты яңы һулыш ала | ГТРК «Башкортостан»

“Айыҡ ауыл” проекты яңы һулыш ала

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумының беренсе эш ултырышында бишенсе йыйында ҡабул ителгән резолюция ҡарарҙарын бойомға ашыра башлау юлдары билдәләнде. Айыҡ ауыл программаһын тергеҙергә Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡоролтайҙың бишенсе йыйынында тәҡдим...

5 июля 2019
Смотреть видео Һөт һатыуҙа яңы ҡанун үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

Һөт һатыуҙа яңы ҡанун үҙ көсөнә инде

Талап буйынса составында үҫемлек майы булған һөт ризыҡтары һөт һәм һөт аҙыҡтарынан айырым кәштәләрҙә урынлаштырылырға тейеш. Закондың үтәлешен “Халыҡ контроле” проекты ағзалары тикшерҙе. Магазин кәштәләре төрлө ризыҡтарҙан һығылып тора. Күптәр уларҙың тышында нимә яҙылғанын уҡып та тормай кассаға...

5 июля 2019
Смотреть видео  Цифра мөмкинлектәрҙе киңәйтә | ГТРК «Башкортостан»

Цифра мөмкинлектәрҙе киңәйтә

Өфөлә йәнә бер кешегә телевидение тапшырыуҙарын юғары сифатта ҡарау һөйөнөсө бүләк ителде. Рәсәй телерадиоселтәренең Башҡортостан бүлексәһе Максим Васильевтың телевизорына махсус приставка урынлаштырҙы. 28 йәшлек Максимдың физик мөмкинлектәре сикле, әммә донъя һәм ил ваҡиғаларынан, бигерәк тә спорт...

4 июля 2019
Смотреть видео Мәскәү һабантуйына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәү һабантуйына әҙерлек

Туғандаш халыҡ- башҡорт һәм татар һабантуйы донъяның бихисап илдәрендә үткәрелә. Ә Мәскәү һабантуйы нимәһе менән үҙенсәлекле, тиерһегеҙ. Ишкәкселәр ярышы менән. Борондан тулы һыулы йылғалар ярында йәшәгән халыҡ булараҡ  был спорт төрө беҙгә ят түгел. Мәскәүҙә йәшәүсе бер төркөм башҡорт...

4 июля 2019
Смотреть видео  Уйын майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлеккә иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Уйын майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлеккә иғтибар

Республика етәксеһе Радий Хәбиров балаларҙың уйын майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлеккә иғтибарҙы көсәйтеүҙе талап итә. Ҡалаларҙа әле ошондай меңгә яҡын ҡоролманы алыштырыу кәрәк. Өфөлә балалар өсөн 1 мең 500-ҙән ашыу майҙансыҡ бар. Уларҙы “Халыҡ контроле” проекты ағзалары тикшерҙе. Был балалар...

4 июля 2019
Смотреть видео  100 бал йыйһаң ярҙам булыр | ГТРК «Башкортостан»

100 бал йыйһаң ярҙам булыр

Башҡортостанда  Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусыларҙы, олимпиадаларҙа еңеүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк. Әйтәйек, Өфө дәүләт нефть-техник университеты юғары стипендия алырға хоҡуҡ биргән сертификат бирергә йыйына. Ә олимпиада йомғаҡтары буйынса уҡырға инеүселәр 30 мең һумлыҡ...

4 июля 2019
Смотреть видео Өфө янындағы ауылдарҙың береһе закон ҡамауында ҡалған | ГТРК «Башкортостан»

Өфө янындағы ауылдарҙың береһе закон ҡамауында ҡалған

Самохваловканан сыҡҡан берҙән-бер юлды бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ япҡандар. Хәҙер кешеләргә күрше ауыл аша 6-7 саҡрым урап йөрөргә тура килә. Юлды ябыусылар уның законһыҙ һалыныуы менән аҡлана.Көн дә йөрөгән юл уртаһында йырын булыр тип һис тә уйламаным ти Дмитрий Тимофеев. Ауылдан сығып килгәндә ул...

4 июля 2019
Смотреть видео Кеше ғүмере яңы объектҡа ҡарағанда мөһимерәк | ГТРК «Башкортостан»

Кеше ғүмере яңы объектҡа ҡарағанда мөһимерәк

Өфөлә Степан Халтурин урамында йәшәүселәр ихата эсендәге һарайҙа янғын сығыуҙа күршеләге эшҡыуарҙы ғәйепләй. Йылдар дауамында ер участкаһын бүлә алмау-төн уртаһында килеп сыҡҡан янғындың сәбәбе, ти урындағы халыҡ. Компьютер, принтер, кер йыуыу машинаһы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар... Степан Халтурин...

4 июля 2019
Смотреть видео Сипайлово биҫтәһендә подъездар төҙөкләндереү барышы контрольгә алынды | ГТРК «Башкортостан»

Сипайлово биҫтәһендә подъездар төҙөкләндереү барышы контрольгә алынды

Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты Республика башлығының эксперт-контроль идаралығы менән берлектә комиссия ойоштороп ремонт барған тиҫтә йортта рейд үткәрҙе. Буяу-ағартыу, коммуникациялар төҙөклөгөн тәьмин итеү йәһәтенән башҡаралғын эштәр талаптарҙың үтәлмәүен күрһәтә....

4 июля 2019
Яндекс.Метрика