Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән мөһим мәсьәләләр

Башҡортостанда тәбиғи газды тәрән эшкәртеү буйынса яңы комплекс төҙөләсәк. Һәм республика газ үткәреү прграммаһын 2025 йылға тиклем бойомға ашырыу йүнәлештәре тураһында килешеү төҙөү көтөлә. Был хаҡта республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Этилен һәм пропилен етештереү комплексын төҙөү ниәте 2017 йылда барлыҡҡа килһә әле Газпром менән һөйләшеүҙәр яңы кимәлгә сыға. Радий Хәбиров белдереүенсә, тәбиғи газды тәрән эшкәртеү комплексы Салауатта төҙөләсәк.  Мәскәүҙән йәнә бер яңылыҡ – тарихи урындар һәм кесе ҡалалар  араһындағы федераль конкурста Башҡортостандың өс ҡалаһы – Ишембай, Бәләбәй һәм Бөрө еңеүгә өлгәште. Был уларға йөҙҙән — йөҙ илле миллион һумға тиклем аҡсаны парктар һәм скверҙар төҙөкләндереүенә йүнәлтергә булышлыҡ итә. Республикала иһә  төҙөкләндереү айлығы һөҙөмтәләре ыңғай. Премьер-министр урынбаҫары һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Михаил Киреев белдереүенсә шәмбе өмәләре һәр муниципалитетта әүҙем үтте. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 163 мең кеше ҡатнашты. Ҡала һәм райондарҙа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылып өр-яңы аллеялар барлыҡҡа килде. Хәрби дан мемориалдары Бөйөк Еңеү көнөн байрам итергә әҙер. Йыйыштырыу эштәре бының менән генә сикләнмәй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙы яңы техника менән йыһазландырыу бара. Экологик шәмбеләрҙе көҙөн дә ойошҡанлыҡ менән үткреү күҙ уңында тотола. Юлдарҙы төҙөкләндереү эшендә ыңғай күрһәткестәр теркәлә. Юл эксперты программаһы исеменә алынған ғаризаларҙың ете меңгә яҡыны хәл ителә. Ихата юлдарын төҙөкләндереү менән муниципаль ойошмалар һәм идара итеүсе компаниялар шөғөлләнә. Газондарҙа автомобиль ҡуйған өсөн йыйылған штрафтар күләме алты миллион һумға яҡын. Апрелдең унынан егерме алтыһына тиклем был төр тәртип боҙоуҙар һаны республика буйынса ун, Өфөлә алты меңдән ашыу. Республика етәксеһе административ комиссияларға был йүнәлештәге эште дауам итергә ҡушты. Ә бына янғын иҫкәртеү буйынса көрәштә отолдоҡ, тине Радий Хәбиров. Йылдың беренсе сирегендә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда янғындар һаны 73, янғында һәләк булғандар иҫәбе 18 процентҡа артҡан. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, беренсе ғинуарҙан хужаһыҙ бина һәм транспорт саралары, ҡоро үлән, сүплектәрҙә тоҡанған ут осраҡтары ла янғын булараҡ теркәлә, ҡаза күргәндәр иҫәбенә иһә янғында һәләк булғандар һәм унан һуң 30 тәүлек дауамында вафат булғандар ҙа алына. Элек был күрһәткестәр юҡ ине.   Халыҡ менән бәйләнеш тотҡан Инцидент-менеджмент мәғлүмәт селтәрендә хакимиәт башлыҡтарының эшмәкәрлеге ыңғай баһа алды. “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов белдереүенсә, кешеләрҙе борсоған мәсьәләрҙе асыҡлау һәм хәл итеү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Мөрәжәғәттәр һәм улар буйынса ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙар бары Благовар, Асҡын, Краснокама райондары менән Салауат ҡалаһында һүлпән. Радий Хәбиров был күрһәткесте беренсе июнгә тиклем яҡшыртыу йөкләмәһен бирҙе.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Март айында төҙөлөш башланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Март айында төҙөлөш башланасаҡ

Госстрой компанияһы башлаған торлаҡ йорттар төҙөлөшөн тамамлау бурыстарын Мәскәү өлкәһе төҙөүселәре үҙ иңенә ала. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы төҙөлөш сәғәтендә “Садовое кольцо” компанияһының йәнә бер киң күләмле проекты ҡаралды.Төҙөлөш компаниялары төркөмө етәкселеге бар килешеүҙәргә...

24 декабря 2019
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнө

1993 йылдың 24 декабрендә Республиканың төп законы ҡабул ителде. Конституция илдең демокртик ҡоролошон дәлилләп, төбәк иҡтисадын социаль йүнәлешле итеп раҫланы. Төп документ ҡабул ителеү менән демократик институттар – парламент – Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай, президентлыҡ институты барлыҡҡа килде....

24 декабря 2019
Смотреть видео Ҡыш бабайҙан телевизор | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыш бабайҙан телевизор

Яңы йыл байрамы уңайынан Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тоғро телевизор ҡараусылары өсөн ҙур конкурс иғлан итте. “Яҡшы һәм изге хәбәр” тип аталған конкурсҡа теләгән һәр кем 2019-сы йылда булған изге эштәре, маҡсаттары менән уртаҡлаша ала. Акцияның беренсе ҡатнашыусылары ниндәй...

24 декабря 2019
Смотреть видео Сәләмәт тормошҡа тәүге аҙымдар | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәт тормошҡа тәүге аҙымдар

Халыҡта иҫерткес эсемлектәрҙе тыйыу һәм байрамда күмәк ял сараларын ойоштороу. Быйылғы һуңғы ултырышында Республика парламенты ҡоро законды раҫланы. Иҫерткес эсемлектәргә сикләү индереп беҙ кешеләрҙең яңы йыл байрамында тәртип боҙоуын иҫкәртәбеҙ. Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов...

24 декабря 2019
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар һөнәри байрамын билдәләй

“Торатау” конгресс халында ҡотҡарыусылар көнөнә арналған сара ойошторолдо.   Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән тәбрикләне һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров ҡотҡарыусылар эшен юғары. 3...

24 декабря 2019
Смотреть видео Республикала ҡотҡарыусылар  көсәйтелгән эш режимына күсерелде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелде

Унынсы ғинуарға тиклем 3 меңдән ашыу хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә дежурға сығасаҡ.  Былтыр, мәҫәлән, республикала раштыуа каникулдары осоронда республикала 22  кеше утта янып һәләк булғайны. Полицияның 3  мең хеҙмәткәре Халыҡ именлеген һаҡлаясаҡ. 31—се декабрҙән 1-се ғинуар төнөндә...

24 декабря 2019
Смотреть видео Өфөлә транспорт академияһы барлыҡҡа килеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә транспорт академияһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙы яңы йыл осоронда байрам итергә түгел,ә эшләргә саҡыра. Етәкселек халыҡ араһында булырға тейеш, тигән фекерҙә Радий Фәрит улы. Бынан тыш, Раштыуа кникулдары осоронда барлыҡ – музей һәм театрҙар айырым график буйынса эшләйәсәк. Башҡортостан киләһе...

24 декабря 2019
Смотреть видео Өфөлә Шорт-трек үҙәге асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Шорт-трек үҙәге асылды

Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы янында тантаналы рәүештә Шорт-трек үҙәге асылды. Был спорт төрө менән мауығыусылар хәҙер яңы, иркен, матур боҙ һарайында шөғөлләнә ала. Киләсәктә халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштарында ҡатнашырға бурыс ҡуйған йәш спортсылар. Үҙәктә тағы ниндәй уңайлыҡтар бар? Аҙнаһына алты көн, ә...

20 декабря 2019
Смотреть видео Кремль шыршыһына кем бара? | ГТРК «Башкортостан»

Кремль шыршыһына кем бара?

Яңы йыл байрамдарының яҡынлашыуын түҙемһеҙләнеп көткәндә ҡайһы берәүҙәр өсөн декабрь айы икеләтә  тулҡынландырғыс. Илдең төп шыршы байрамына йыйыныусылар тураһында һүҙебеҙ. Йыл һайын Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң алдынғы үҫмерҙәр һәм балалар Кремль һарайына йыйыла. Был уңайҙан быйыл ...

20 декабря 2019
Смотреть видео Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020 | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» яңы йыл каникулдары ваҡытында 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем ойошторола. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзалары Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле башланғысын хуплап, ошондай тәҡдим индергән. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт...

20 декабря 2019
Яндекс.Метрика