Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Рамаҙан айы башланды

Донъя һәм Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты.  Был осорҙа мосомандар ай дауамында үҙенең түҙемлеген һынап ашау-эсеүҙән генә түгел, ә насар уйҙарҙан да тыйылып торорға тейеш. Ураҙаның маҡсаты: иманды нығытыу, рухи таҙарыныу, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Һау-сәләмәт мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур. Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул 4-се июнгә тура килә. Был көн Башҡортостанда һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәрҙә ял тип иғлан ителгән. Рамаҙан айы ысын мосолмандар башҡарырға тейеш биш ғәмәлдең береһе.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостанда торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшыралар | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшыралар

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, сертификаттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, һуғыш һәм хәрби хәрәкәт инвалидтарының, инвалидтарҙың һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең, шулай уҡ ишле ғаиләләрҙең өйҙәренә газ үткәреү сығымдарын өлөшләтә ҡаплау өсөн өсөн...

16 августа 2019
Смотреть видео Һыу, газ һәм юлдар | ГТРК «Башкортостан»

Һыу, газ һәм юлдар

Көнкүреш тормошто йәнләндерер өсөн төп талаптар. Благовещен районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Төнъяҡ микрорайонда коммуникациялар селтәре төҙөлөшөн комплекслы үткәрергә республика бюджетынан ярҙам буласаҡ, тип белдерҙе. 1993 йылда төҙөлә башланған микрорайон йылдан-йыл үҫешә. Шәхси торлаҡ...

16 августа 2019
Смотреть видео Полиэфта яңы ҡоролма асылды | ГТРК «Башкортостан»

Полиэфта яңы ҡоролма асылды

СИБУР-ҙың Благовещен предприятиеһында Рәсәйҙә берҙән бер терефталь кислотаһын етештереүҙең яңыртылған ҡоролмаһы асылды. Полиэф акционер йәмғиәтендә ошо уңайҙан ойошторолған сараларҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәйҙең энергетика министры урынбаҫары Павел Сорокин, СИБУР холдингы идараһы...

16 августа 2019
Смотреть видео Хеҙмәт йәшенән өлкәндәргә пневмококк инфекцияһынан прививка яһаласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт йәшенән өлкәндәргә пневмококк инфекцияһынан прививка яһаласаҡ

Хеҙмәт йәшенән өлкәндәрҙең һаулығын хәстәрләү маҡсатында республика ололарға пневмококк инфекцияһынан һаҡлаусы вакцина яһатырға 5 миллион һум аҡса бүлә. Ауылдар быйыл өлкәндәрҙе өҫтәмә медицина тикшеренеүе үтергә дауаханаға алып барыу өсөн 18 бәләкәй автобус менән тәьмин ителә. Хаҡлы ял йәшенә...

15 августа 2019
Смотреть видео Илон Масктың яратҡан уҡыусыһы | ГТРК «Башкортостан»

Илон Масктың яратҡан уҡыусыһы

Мәскәүҙән Владивостокҡа бер-нисә сәғәт эсендә барып етергә мөмкин. Мюнхен техник университеты студенттары һәм аспиранттары уйлап тапҡан Под, йәғни, капсула иң юғары тиҙлек күрһәтте һәм Америкала уҙғарылған Илон Маск конкурсында беренсе урын яуланы. Был уҡыу йортонда яҡташыбыҙ Артем Ғәзизов та белем...

15 августа 2019
Смотреть видео Был көндәрҙә Башҡортостан диндарҙары Сәғүд Ғәрәбстанында | ГТРК «Башкортостан»

Был көндәрҙә Башҡортостан диндарҙары Сәғүд Ғәрәбстанында

 Йәмғеһе быйыл Рәсәйҙән 20 мең 500 самаһы кеше хажға барҙы.  Шуларҙың 200-гәне беҙҙең республиканан. Изге сәфәр ҡылыусылар 20-25 августа кире әйләнеп ҡайта башлай. Йыл  һайын  Сәғүд  Ғәрәбстанына  2 миллион  самаһы  хажи бара. Рәсәйҙән  изге  сәфәр...

15 августа 2019
Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын - тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү - маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе...

15 августа 2019
Смотреть видео Силәбелә Салауатҡа һәйкәл ҡуйылырмы? | ГТРК «Башкортостан»

Силәбелә Салауатҡа һәйкәл ҡуйылырмы?

Рәсәйҙә Салауат Юлаевҡа тағы бер һәйкәл барлыҡҡа килеүе ихтимал. Силәбе ҡалаһының башҡорт йәмәғәтселеге ошондай башланғыс менән сыҡҡан. Монументтың проектын да тәҡдим иткәндәр. Әйткәндәй, уны тормошҡа ашырыу һәм ҡуйыу өсөн бағыусылар ярҙамы кәрәкмәй, тип белдерә ойоштороусылар. Һәйкәлде Силәбе...

15 августа 2019
Смотреть видео Башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре йәнә Өфөлә осташты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре йәнә Өфөлә осташты

Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре йәнә Өфөлә осташты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Республика Хөкүмәте менән берлектә сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе борсоған һорауҙарҙы тыңлап, уларҙы бойомға ашырыуҙың эҙмә-эҙлекле юлдарын барланы. Был түбәтәйҙең бер...

15 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан игенселәре быйыл 3 миллион тонна тулайым уңыш алырға иҫәп тота | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан игенселәре быйыл 3 миллион тонна тулайым уңыш алырға иҫәп тота

Әлегә һауа шарттары ужым баҫыуҙарының 33, яҙ сәселгәндәренең 42 процентында ғына ашлыҡ йыйып алыу форсатын биргән. Тәүгеләренең гектар ҡеүәте юғарыраҡ, республика буйынса уртаса 22 центнер. Иң уңдырышлы күрһәткес Саҡмағош районында. Бында һәр гектарҙан 37 центнер иген һуғылған. Ауыл хужалығы...

15 августа 2019
Смотреть видео Иғтибар үҙәгендә Архангел районы | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгендә Архангел районы

Район үҙәгендә бассейн, төпкөл ауылда яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлә һәм район ауылдарына автобус бәйләнеше тергеҙеләсәк. Радий Хәбиров ошо ҡарарҙар тураһында Архангел районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Яңы Шишмә ауылында фельдшер акушерлыҡ пункты бинаһы 1957 йылда төҙөлгән. Ағас йорт мейес...

15 августа 2019
Смотреть видео Айгөл иле | ГТРК «Башкортостан»

Айгөл иле

Өфөнөң «Нур» татар театры яңы 28-се театр миҙгелендә премьераға әҙерләнә. Ул – Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса «Айгөл иле» романтик драмаһы. Премьера 27-28 сентябрҙә тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең  100 йыллығына арнала. Йәйге...

14 августа 2019
Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын - тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү - маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе...

14 августа 2019
Смотреть видео Айыҡ ауыл | ГТРК «Башкортостан»

Айыҡ ауыл

«Айыҡ ауыл» конкурсына ғаризалар ҡабул итеү аҙағына яҡынлаша, ул 15-се августа тамамлана. Проект ике этапта ойошторола. Тәүгеһе райондар араһында үткәрелә. Икенсеһенә, республика этабына, район еңеүселәре сыға. Конкурсҡа йомғаҡ 2019 йылдың 30 ноябрендә яһала. Еңеүселәр республика Хөкүмәте...

14 августа 2019
Смотреть видео Ҡырылған бал ҡорттарының балы кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырылған бал ҡорттарының балы кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин

Ошо турала агрохимиктар һәм умартасылар белдерә. Белгестәр балды ашар йә ҡулланыр алдынан мотлаҡ лабораторияла тикшертергә кәңәш итә. Әгәр ҡорттар ағыуланып умартаға ингән икән, улар пестицидты керәҙдә ҡалдырыуы ихтимал, тип белдерә эксперттар. Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,...

14 августа 2019
Смотреть видео Өфөнөң Дим районында шәхси йорт янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Дим районында шәхси йорт янып китте

Бәхеткә күрә, унда бер кем дә булмай. Торлаҡ хужаһы эштән ҡайтып килгәндә тау башында ултырған өйөнән төтөн сығыуын күреп ҡала. Ул тиҙ арала килеп етә һәм эскә инеп һүндерергә керешә. Әммә, мөлкәтен ҡотҡарам тип, саҡ үҙе һәләк булмай ҡала. Зыян күргән хужаның ҡулдары яна. Уға шунда уҡ медицина...

14 августа 2019
Смотреть видео Өфөлә машиналар урлауҙа һәм наркотик һаҡлауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә машиналар урлауҙа һәм наркотик һаҡлауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған

 Тәртип һаҡлаусылар уларҙы енәйәт өҫтөндә тотҡан.Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, енәйәтселәр бер көн эсендә ике тәртип боҙоуҙа ғәйепләнә. Улар тәүҙә машина ҡыуып алып китә, тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡулға алғанда өҫтәүенә наркотик һаҡлауҙары асыҡлана. Енәйәтселәр үҙҙәре лә...

14 августа 2019
Смотреть видео Эшҡыуарҙы үлтерергә маташҡан  ике енәйәтсегә ҡарата суд ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Эшҡыуарҙы үлтерергә маташҡан ике енәйәтсегә ҡарата суд ултырышы үтте

2017-се йылдың октябрендә Минһажев урамында урынлашҡан туҡталҡаларҙың береһендә 40 йәшлек Павел Кабановҡа һөжүм итәләр. Ҡорал менән атыусыларҙы шунда уҡ асыҡлап ҡулға алдылар. Улар енәйәт кодексының бер-нисә статьяһы буйынса ғәйепләнә. Әлегә икеһе лә изоляторҙа суд ҡарарын көтә. Кеше үлтерергә...

14 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы тамамлана

 Быйыл республика университеттарына 20 меңдән ашыу абитуриент уҡырға инә. Миләүшә Динисламова 4 йыл Өфө дәүләт педагогия университетында уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәндән һуң, артабан уҡыуын икенсе йүнәлештә дауам итергә теләп, магистратураға документтарын Башҡорт дәүләт университетының...

14 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер

Белем биреү учреждениеларының әҙерлеген баһалау июлдә башланып, август уртаһында тамамланырға тейеш. Профилле комиссиялар составында мәғариф өлкәһе һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре. Төп иғтибар мәктәптәрҙең капиталь ремонтына һәм материаль-техник базаһын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Был аҙнала – 16...

14 августа 2019
Смотреть видео Ҡыйғыла мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыйғыла мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә

Башҡортостанда “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сикәтерендә социаль объектар төҙөү дауам итә. Ҡыйғы районында 80 урынлыҡ мәктәп һәм 40 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылындағы яңы белем усағы 70%-ҡа әҙер тиерлек. Әле объектта эске биҙәлеш эштәрен...

14 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөләсәк

 “Демография” милли проекты сиктәрендә 2020-се йылға аҙағына тиклем Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Ошо турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау буйынса министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, яңы учреждениеларҙа 7 мең урын булдырыласаҡ....

14 августа 2019
Смотреть видео Республика етәксеһе Белем көнөнә етди әҙерләнергә саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе Белем көнөнә етди әҙерләнергә саҡырҙы

Ураҡты тиҙләтергә, яңы уҡыу йылына лайыҡлы башланғыс һалырға һәм тыуым кимәлен кәметмәҫкә. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә көнүҙәк бурыстар билдәләнде. Башҡортостанда үткән ярты йылда инвестициялар күләме 13,6 процентҡа артҡан. Был ҡаҙанышты төбәктә алып барылған дөрөҫ сәйәсәт...

14 августа 2019
Яндекс.Метрика