Рамаҙан айы башланды

Донъя һәм Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты.  Был осорҙа мосомандар ай дауамында үҙенең түҙемлеген һынап ашау-эсеүҙән генә түгел, ә насар уйҙарҙан да тыйылып торорға тейеш. Ураҙаның маҡсаты: иманды нығытыу, рухи таҙарыныу, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Һау-сәләмәт мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур. Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул 4-се июнгә тура килә. Был көн Башҡортостанда һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәрҙә ял тип иғлан ителгән. Рамаҙан айы ысын мосолмандар башҡарырға тейеш биш ғәмәлдең береһе.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мәскәү-Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша ла үтеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәү-Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша ла үтеүе ихтимал

Башҡортостандың баш ҡалаһын был күләмле проектҡа индереү мәсьәләһен махсус комиссия өйрәнәсәк. Ошо хаҡта Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Рәсәй тимер юлдары етәксеһе Олег Белозеров менән осрашыуынан һуң билдәле булды.  Мәскәүҙә үткән “Рәсәй транспорты” 12-се Халыҡ-ара...

22 ноября 2018
Смотреть видео Республикала йәнә һауа торошо насарая | ГТРК «Башкортостан»

Республикала йәнә һауа торошо насарая

 Бының турала ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, республикала урыны менән секундына 20 метрға еткән көслө ел фаразлана. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар-ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Шуға ла водителдәргә тиҙлек режимын үтәү, йәйәүлеләргә лә иғтибарлыраҡ булыу хәйерле.

21 ноября 2018
Смотреть видео Бөгөн  һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Ул 1991 йылдың 21 ноябрененән билдәләнә.  Тап был көндө Рәсәй Федерацияһының Дәүләт һалым хеҙмәте Финанстар министрлығынан айырылып, үҙ аллы ведомство статусын ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл аҙағы яҡынлашыу сәбәпле Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы граждандарҙы 3 декабрға...

21 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Испанияла Барселона ҡалаһынан алыҫ түгел поезд рельстарынан төшөп киткән. Авария һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, 40-тан ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған. Фажиғәнең сәбәбе - ер ишелеүҙә булыуы ихтимал, ти белгестәр. Гватемалела Фуэго вулканы урғыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса хөкүмәт...

21 ноября 2018
Смотреть видео Батыр йөрәкле ҡыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Батыр йөрәкле ҡыҙ

Архангель районында өсөнсө синыфта уҡыусы ҡыҙ әхирәтен һыуҙан ҡотҡарып сығарған. Балалар яҡшылап боҙҙа уйнап йөрөгәндә, ул ярылып ҡыҙҙарҙың береһе бата башлай. Әхирәте юғалып ҡалмайынса уны тартып сығара. Зарема Абдурахмонова әхирәте менән булған хәлдең эҙемтәләрен әле лә күҙ алдына килтерә алмай....

21 ноября 2018
Смотреть видео Ышаныусан пенсионерҙар | ГТРК «Башкортостан»

Ышаныусан пенсионерҙар

Төмән өлкәһендә теркәлгән фирма хеҙмәткәрҙәре Өфөлә пенсионерҙарҙың фатирҙары буйлап йөрөп, йылытыу батареяларына ун мең һумлыҡ махсус ҡоролма ҡуйған. Ә,  ысынында иһә, магазинда уларҙың хаҡы ни бары ике йөҙ һум. Пенсионерҙар үҙ аҡсаларын ҡайтарыу өсөн компания хеҙмәткәрҙәре менән осрашты....

21 ноября 2018
Смотреть видео Милли проект | ГТРК «Башкортостан»

Милли проект

Иҡтисадты юғары кимәлгә күтәрер генә түгел, ә яңы етештереү йүнәлештәрен булдырыр өсөн. Башҡортостан предприятиеларҙа етештереү күләмен арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә арналған милли проектты бойомға ашырыу буйынса Рәсәйҙә пилот төбәктәре исемлегендә. Ошо уңайҙан хеҙмәт етештереүсәнлеге...

21 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй транспорты форумы | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй транспорты форумы

Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” тигән 12-се халыҡ-ара форумы үтә. Башҡортостан делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй. Форумда Республика етәксеһе пленар ултырышта ҡатнашты һәм Башҡортостан экспозицияһын ҡараны. Ул төбәктең транспорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм төрлө инвест-проектарға арналған. Шулай уҡ...

21 ноября 2018
Смотреть видео Оҫтаның йорто һикәлтәһенән билдәле | ГТРК «Башкортостан»

Оҫтаның йорто һикәлтәһенән билдәле

 Бишбүләктә йәшәгән Вячеслав Николаев балта эштәренә маһир. Ағасты һырлау менән Вячеслав Николаев 10 йыл самаһы шөғөлләнә. Ҙур оҫталыҡ талап иткән эш өсөн уның махсус белеме лә юҡ. Ябай ғына һүрәттәрҙән һуң, оҫта үҙен һынап ҡарар өсөн пейзаж менән мауыға башлай. Вячеслав Николаев үҙенең ижады...

20 ноября 2018
Смотреть видео Теш табибтары белемдәрен арттыра | ГТРК «Башкортостан»

Теш табибтары белемдәрен арттыра

Белгестәр өсөн Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһы нигеҙендә яңы уҡыу уҙәге асылды. Эльвира 18 ҡала дауаханаһының теш табибы. Эш тәжрибәһе бай,әммә  дауалау сифатын яҡшыртыу өсөн һәр ваҡыт яңы технологияларға өйрәнергә кәрәк. Шуға күрә йәш табип яңы уҡыу үҙәгенә мөрөжөғәт итергә ҡарар иткән. Йәш...

20 ноября 2018
Яндекс.Метрика