Рамаҙан айы башланды

Донъя һәм Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты.  Был осорҙа мосомандар ай дауамында үҙенең түҙемлеген һынап ашау-эсеүҙән генә түгел, ә насар уйҙарҙан да тыйылып торорға тейеш. Ураҙаның маҡсаты: иманды нығытыу, рухи таҙарыныу, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Һау-сәләмәт мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур. Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул 4-се июнгә тура килә. Был көн Башҡортостанда һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәрҙә ял тип иғлан ителгән. Рамаҙан айы ысын мосолмандар башҡарырға тейеш биш ғәмәлдең береһе.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  Яңы осоу аппараты | ГТРК «Башкортостан»

Яңы осоу аппараты

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты  яңы осоу аппаратын уйлап сығарған. Был аппарат квадракоптерҙан 3 тапҡырға  бәләкәйерәк һәм уның пропеллерҙары ҡаплаулы. Бындай  сифаттар урмандарҙа, кеше барып етә алмаған урындарҙа, биналарҙың эсендә һәм ҡотҡарыу операцияларында...

15 ноября 2018
Смотреть видео Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә

Хәҙер тауыш биреү өсөн стационар нөктәләр асылды. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.  “Рәсәйҙең Бөйөк исемдәре” проектының өсөнсө этабы 30 ноябрҙә тамамлана. “Рәсәйҙең Бөйөк исемдәре” проектының өсөнсө этабы тулы кимәлдә бара. Финалға 3 шәхес сыҡты. Республика халҡы ла был акция ла әүҙем...

15 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тәмгә авторлыҡ хоҡуғы юҡ. Кеше хеҙмәтенең емеше булмағанға күрә, аҙыҡ-түлек продукцияһы авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланыуы мөмкине түгел, тигән ҡарар сығарған Евросоюз суды. Быға тиклем Голландияның бер  компанияһы икенсеһен сырҙың репептын урлауҙа ғәйепләй ине. Улар йәшелсә ҡушылған йомшаҡ сырҙы...

15 ноября 2018
Смотреть видео Өфөнөң Адмирал Макаров урамында урынлашҡан йорттарҙы кем хеҙмәтләндерергә тейеш? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Адмирал Макаров урамында урынлашҡан йорттарҙы кем хеҙмәтләндерергә тейеш?

Бында йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре эштәр барышы менән ҡәнәғәт түгел һәм яңы идаралыҡ компанияһына күсергә теләй. Әммә, төрлө сәбәптәр арҡаһында был килеп сыҡмай. Ғәмәлдәге “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәтен яҡлаусылар ҙа бар.  Лифт эшләмәгәс Вера Ткаченкоға көн һайын бер-нисә ҡат йәйәү...

15 ноября 2018
Смотреть видео Республика бюджеты | ГТРК «Башкортостан»

Республика бюджеты

2019 йылға Республика бюджеты тураһындағы закон проекты буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай асыҡ фекер алышыуҙар ойошторҙо. Был сарала ҡатнашырға теләгән граждандардарҙан көнэлгәре ғаризалар 2 ноябрҙән 11-нә тиклем ҡабул ителде.

15 ноября 2018
Смотреть видео Өфөләге заправкаға бурҙар төшкән | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге заправкаға бурҙар төшкән

Өфөлә өс билдәһеҙ кеше заправкаға төшкән. Был енәйәт эше күҙәтеү видеокамераларына эләккән. Унан күренеүенсә, ҡара битлек кейгән өс кеше заправка бинаһына килеп инә. Иң тәүҙә ҡарауылсыға пистолет тоҫҡап, иҙәнгә ятырға мәжбүр итәләр. Шул уҡ ваҡытта, ҡалған ике бур һатыусыға яҡынлаша. Иргә ҡорал...

15 ноября 2018
Смотреть видео Ҡорбан салыу һәм күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн миллионлаған аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан салыу һәм күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн миллионлаған аҡса

Үҙен хәҙрәт тип танытып йөрөүсе кешене байтаҡ аҡса түләүселәр  мутлашыуҙа ғәйепләй. Ысын хәҙрәтте ялғанынан нисек айырырға? Республикала үҙҙәрен хәҙрәт тип танытып, кешеләрҙе алдаусылар бар. Дингә ышаныусыларҙың бер ҡатлылығын файҙаланып, улар күрһәткән ярҙамдары өсөн меңдәрсә генә түгел,...

15 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй журналистары берлегенә 100 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй журналистары берлегенә 100 йыл

Юбилей тантаналары кисә башланды, унда хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова ҡатнаша. Ул әле мәскәүҙән беҙҙең менән телефон аша һөйләй.

14 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Үҙәк Америка илдәренән бер-нисә мең мигрант Мехиконан Ҡушма Штаттарҙың көньяҡ сигенә юл алған.  Гондурас, Гватемала, Сальвадор, Никарагуанан ҡасаҡтарҙы хәрбиҙәр һәм сик һаҡсылары ҡаршы алырға әҙерләнә.  Быға тиклем  Дональд Трамп  көньяҡ сикте һаҡлаусы хәрбиҙәр һаны 15 меңгә...

14 ноября 2018
Смотреть видео «Асыҡ кабинет» | ГТРК «Башкортостан»

«Асыҡ кабинет»

Республикала йәшәүсе һәр кем үҙен борсоған мәсьәлә тураһында белдерә һәм уны хәл итеүҙә тейешле ярҙам аласаҡ. Бының өсөн Башҡортостанда «Асыҡ кабинеттар» булдырыла. Улар аша халыҡ төрлө мәсьәлә менән "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе вәкилдәренә мөрәжәғәт итә ала.  «Асыш-2018» тип аталған фирҡә...

14 ноября 2018
Яндекс.Метрика