Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Рамаҙан айы башланды

Донъя һәм Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты.  Был осорҙа мосомандар ай дауамында үҙенең түҙемлеген һынап ашау-эсеүҙән генә түгел, ә насар уйҙарҙан да тыйылып торорға тейеш. Ураҙаның маҡсаты: иманды нығытыу, рухи таҙарыныу, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Һау-сәләмәт мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур. Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул 4-се июнгә тура килә. Был көн Башҡортостанда һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәрҙә ял тип иғлан ителгән. Рамаҙан айы ысын мосолмандар башҡарырға тейеш биш ғәмәлдең береһе.

Хәбәрҙәр

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһына индерергә ниәтләйҙәр | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһына индерергә ниәтләйҙәр

Ошондай алым иғәнәләрҙе күберәк йыйырға булышлыҡ итәсәк, тип белдерәләр “Республика Төбәк операторы” фондынан. Әлеге ваҡытта, ремонт өсөн айырым квитанция килә. Башҡортостан - иғәнәләр йыйыу күрһәткесе буйынса илдә 16-сы урында килә. Ә капиталь ремонт өсөн түләүҙе, берҙәм квитанцияға индергән...

22 июня 2016
Смотреть видео Өфө кисәге ҡойма ямғырҙан һуң бер нисә сәғәткә һыу эсендә ҡалды | ГТРК Башкортостан

Өфө кисәге ҡойма ямғырҙан һуң бер нисә сәғәткә һыу эсендә ҡалды

Көтөлмәгән яуымды хатта юлдар ҙа күтәрә алманы. Социаль селтәрҙәр һыуҙы йырып барған автомобильдәрҙең видеолары менән бергә аҡтарылған асфальт һәм канализация торбаларынан урғылған фонтан фотолары менән тулған. Ҙур һыу арҡаһында Пугачев урамында тығындар барлыҡҡа килде, шаһиттар билдәләүенсә, Йәшел...

22 июня 2016
Башҡортостан биләмәһендә урман янғыны һүндерелде | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан биләмәһендә урман янғыны һүндерелде

Белорет районы Инйәр урмансылығында сыҡҡан ут менән 7 сәғәт көрәшергә тура килә. Бөтәһе ярты гектарҙан ашыу ағаслыҡ янып өлгөрә, ҡотҡарыу эшенә 16 кеше һәм 3 берәмек техника йәлеп ителә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡын тирәлә йәшәүселәргә хәүеф янамай. Ҡотҡарыусылар ҡырға...

22 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала | ГТРК Башкортостан

Бөгөн республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә бөтә ил буйынса Дәүләт флагтары төшөрөлә, мәҙәниәт учреждениеларына, телевидение һәм радиола күңел асыу тапшырыуҙарын туҡтатып торорға тәҡдим ителә. Һуғыш башланған көндө хәҙер бик һирәк кешеләр иҫләйБөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ноғман Мусинға ни бары 10 йәш була. Урамда...

22 июня 2016
Рәсәйҙә бөгөн хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә | ГТРК Башкортостан

Рәсәйҙә бөгөн хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә

1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм...

22 июня 2016
Смотреть видео Быйыл республикала йүкә балына хаҡ 50 процентҡа тиклем артыуы ихтимал | ГТРК Башкортостан

Быйыл республикала йүкә балына хаҡ 50 процентҡа тиклем артыуы ихтимал

Быны етештереүселәр ағастарға ҡорттар төшөүе менән аңлата. Ҡоротҡостар бер-нисә районда йүкәлектәрҙең япраҡтарын ҡырған, умартасылар бындай хәлдең 75 йылғы ҡоролоҡтан бирле булғаны юҡ тип хәтерләй. Үҙенең йүкә балы менән дан тотҡан Иглин умартасылары ҡорттарға аҙыҡ запасы йыйыу һәм аҙ булһа ла уңыш...

21 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ойошторолоуға 65 йыл | ГТРК Башкортостан

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ойошторолоуға 65 йыл

Ошо уңайҙан Өфөлә юбилей саралары үтә. Бөгөн Конгресс-Холл бинаһында илдең ғалимдар йәмәғәтселеге Рәсәй төбәктәрендә академик фән мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференцияға йыйылды. Форум Рәсәй фәндәр академияһын яңыртыуға бәйле тарихи мәлдә үтә. Бында Өфө ғилми үҙәгенең үҫеш концепцияһы һәм...

21 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы Европа чемпионатын ҡалдырып илгә ҡайта.  Команданың баш тренеры Леонид Слуцкий көйәрмәндәр алдында ғәфү үтенде. Беҙ уларҙың өмөттәрен аҡламаныҡ, тине ул. Беҙҙең команда чемпионаттың төркөм этабында өсөнсө тур уйынында Уэльстан өскә ноль иҫәбенә отолдо...

21 июня 2016
Смотреть видео Республикала 5 ай эсендә  юл фажиғәләрендә 136 кеше һәләк булған | ГТРК Башкортостан

Республикала 5 ай эсендә юл фажиғәләрендә 136 кеше һәләк булған

Аварияларҙың күп осрағы иҫерек килеш руль артына ултырыуға бәйле. Был хаҡта бөгөн баш автоинспектор Динар Ғилметдинов хәбәрселәр менән осрашыуҙа белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин беҙҙең студия менән бәйләнешкә сыға. Ғәлимйән,  юлдарҙа тәртип һаҡлау йәһәтенән ниндәй өҫтәмә саралар...

21 июня 2016
Смотреть видео Татарстандан килгән туристар квадроциклдарҙа Башҡортостандағы изге урынды мәсхәрәләгән | ГТРК Башкортостан

Татарстандан килгән туристар квадроциклдарҙа Башҡортостандағы изге урынды мәсхәрәләгән

Медиакорсеть агентлығы хәбәр итеүенсә,  Ирәмәл тауында улар туристар һуҡмағынан дүрт тәгәрмәсле транспортта үтеп бер-нисә федераль һәм республика закондарын боҙған. Әммә күрше республика ҡунаҡтары бынан һис тә тартынып тормай сәйәхәт видеоһын интернетҡа һалған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  бынан...

21 июня 2016
Республика прокуратураһы «ДревПром» йәмғиәте етәксеһенә һәм фирманың 5 хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эшен Стәрлетамаҡ ҡала судына тапшырҙы | ГТРК Башкортостан

Республика прокуратураһы «ДревПром» йәмғиәте етәксеһенә һәм фирманың 5 хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эшен Стәрлетамаҡ ҡала судына тапшырҙы

Улар енәйәтсел төркөм ойоштороп мутлашыуҙа, енәйәтсел юл менән табылған аҡсаларҙы легалләштереүҙә ғәйепләнә. Тәфтишселәр фекеренсә, компания хеҙмәткәрҙәре 8 мең кешенән 566 миллион һум аҡса урлаған. Был аҡсаларға ҡиммәтле әйберҙәр, автомобилдәр, гараждар һатып алған. Әле йәмғиәт милкенә арест...

21 июня 2016
Смотреть видео Һуғыш шаңдауы | ГТРК Башкортостан

Һуғыш шаңдауы

Башҡортостанда Брест ҡәлғәһендә һуғышты ҡаршы алған 42 һалдаттың документтары табылды. Уларҙың күбеһенең яҙмышы быға тиклем асыҡланмаған була. Архив ҡағыҙҙарын эҙәрмәндәр таба. Исемлектә барлығы 44 фамилия теркәлгән. Шуға ҡарамаҫтан Брест ҡәлғәһен яҡлаусы тип ике һалдат ҡына таныла, ә ҡалғандарҙың...

21 июня 2016
Хәтер һәм ҡайғы көнө | ГТРК Башкортостан

Хәтер һәм ҡайғы көнө

1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм...

21 июня 2016
Смотреть видео Журналистар һабантуйы | ГТРК Башкортостан

Журналистар һабантуйы

Республикала һабантуйҙар мәле. Ауыл хеҙмәтсәндәре генә түгел, журналистар ҙа был байрамды үҙ иткән. Һәр июнь республикала журналистар  фестивале үтә. Эштәргә йомғаҡ яһау, ял һәм байрам итеү сараһы, ысын мәғәнәһендә, һабантуйға әйләнгән. Йәнһүрәт геройҙары хат ташыусы Печкин, Незнайка, Буратино...

20 июня 2016
Смотреть видео Глобаль кимәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү муниципаль кимәлдән башлана | ГТРК Башкортостан

Глобаль кимәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү муниципаль кимәлдән башлана

Шуға ла уңышлы үҫешкә йүнәлеш тотҡан ҡалалар идара итеү үҙенсәлектәрен уртаҡлаша. Өфөлә Рәсәй ҡалалары берлегенең дүртенсе форумы үтте.Иң яҡшы муниципаль тәжрибә форумы быйыл халыҡ-ара кимәлгә өлгәште. Өфөгә Рәсәйҙең 68 ҡалаһы һәм 42 төбәгенән тыш Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән, Ҡытай...

20 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин илдең барлыҡ еңел атлеттарын Рио-де Жанейролағы олимпиаданан ситләштереүҙе ғәҙел түгел тип баһаланы. Был турала ил етәксеһе Санкт-Петербургта донъяның эре мәғлүмәт агентлыҡтары етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Карелия республикаһында Сямозерҙа ҡотҡарыу...

20 июня 2016
Смотреть видео Башҡортостанда пляждар эшләй башланы | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда пляждар эшләй башланы

Республикала рәсми 82 һыу инеү урыны иҫәпләнә, уларҙың 56-һы әҙер ҙә инде. Өфөлә иһә быйыл 11 пляж эшләйәсәк. Әлегә уларҙың унауы асылған. Тиҙҙән Шаҡша биҫтәһендә лә яңы ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Яҡында йәшәүсе халыҡ яр буйын сүп-сарҙан таҙартҡан һәм унда пляж булдырыласаҡ.  Үҙ йүнеңде...

20 июня 2016
Смотреть видео Өфөлә түтәлдәрҙән сәскә урлаусылар арта | ГТРК Башкортостан

Өфөлә түтәлдәрҙән сәскә урлаусылар арта

Билдәһеҙ кешеләр 66 мең төп гөлдө ҡаҙып алған. Башҡалала урамдарға ҡуйылған видео күҙәтеү камералары бер ҡыҙҙың түтәлдән клумба урлауын төшөрөп алған. Был видео интернет селтәрендә ҡыҙыу бәхәстәргә сәбәп булды. Гүзәл зат вәкилдәре ирҙәр сәскә бүләк итмәгән осраҡта ғына ошондай аҙымға бара, тигән...

20 июня 2016
Өфө янында юл-транспорт фажиғәһе сәбәпле яңы автомобилдәр тейәгән йөк машинаһы янған | ГТРК Башкортостан

Өфө янында юл-транспорт фажиғәһе сәбәпле яңы автомобилдәр тейәгән йөк машинаһы янған

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса,  «ДАФ» автовозы  водителе  йөк ташыусы «Вольво» автомобиленә, һуңынан юл ситендәге тимер ҡоролмаға бәрелә. Һөҙөмтәлә автовоз янып китә. Ут ялтырап торған яңы машиналарҙы ла ялмап ала. Стерлеград агентлығы хәбәр итеүенсә, яңы 5 машина янып көлгә әйләнгән.

20 июня 2016
Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан «Бригантина» лагерында өс бала юғалған | ГТРК Башкортостан

Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан «Бригантина» лагерында өс бала юғалған

Уларҙың ҡасыуы ихтимал. Лагерь хакимиәте был хәл тураһында ҡотҡарыусыларға хәбәр иткән. Юғалған балалар Өфөләге беренсе балалар йорто тәрбиәләнеүселәре. Беҙ ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барабыҙ. Яңы мәғлүмәт булһа, сығарылыш ваҡытында хәбәр итербеҙ.

20 июня 2016
Смотреть видео Мортазина йондоҙлоғо | ГТРК Башкортостан

Мортазина йондоҙлоғо

Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаға - 90 йәш.  Хеҙмәт стажы иһә – 73 йыл. Ошо дәүер эсендә республикабыҙҙа арҙаҡлы  профессор   ҡабыҙған   йондоҙҙарҙан  ғәжәйеп  вокал мәктәбе барлыҡҡа  килде.   “Мортазина йондоҙлоғо”  күптән инде илебеҙҙә генә...

17 июня 2016
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы район газетаһының уңыш сере | ГТРК Башкортостан

Ҡырмыҫҡалы район газетаһының уңыш сере

Ҡырмыҫҡалы районының ,,Даирә,, ,,Кармаскалинская новь,, ,,Үҙән,, редакцияһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын лайыҡлы ҡаршыланы. Район үҙенең тәжрибәле журналистары, талантлы етәкселәре менән лайыҡлы рәүештә маҡтана ала. Матбуғатта хеҙмәт итеү дәүерендә Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы профессиональ үҫештең бөтә...

17 июня 2016
Смотреть видео Ни өсөн Башҡортостан фермерҙары һәм крәҫтиәндәр үҙ тауарын үҙ ерендә һата алмай? | ГТРК Башкортостан

Ни өсөн Башҡортостан фермерҙары һәм крәҫтиәндәр үҙ тауарын үҙ ерендә һата алмай?

Рәсәйгә сит ил тауарҙарын индереү тыйылғас илдәге етештереүселәргә иғтибар артты. Хәҙер улар баҙарҙы аҙыҡ-түлек һәм башҡа продукция менән тәьмин итергә тейеш. Әммә, ауыл эшсәндәренә һәм ябай халыҡҡа үҙҙәренең тауарҙарын һатыуы йәғни баҙарҙа сауҙа итеүе мөмкин түгел. Сифатлы ризыҡ етештергән...

17 июня 2016
Яндекс.Метрика