Рамаҙан айы башланды

Донъя һәм Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты.  Был осорҙа мосомандар ай дауамында үҙенең түҙемлеген һынап ашау-эсеүҙән генә түгел, ә насар уйҙарҙан да тыйылып торорға тейеш. Ураҙаның маҡсаты: иманды нығытыу, рухи таҙарыныу, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Һау-сәләмәт мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур. Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул 4-се июнгә тура килә. Был көн Башҡортостанда һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәрҙә ял тип иғлан ителгән. Рамаҙан айы ысын мосолмандар башҡарырға тейеш биш ғәмәлдең береһе.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео 1-3 октябрҙә Өфө Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумын ҡабул итә | ГТРК «Башкортостан»

1-3 октябрҙә Өфө Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумын ҡабул итә

Тәүге форум ике йыл элек Екатеринбург ҡалаһында үтте, былтыр Рәсәй ирекмәндәре Түбәнге Новгородта осрашты. Өфөлә үтәсәк форумға әҙерлек әле үк башланды. Республика башлығы хакимиәтендә ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Унда Мәскәүҙән һәм төбәктең төрлө ойошмаларынан вәкилдәр ҡатнашты.  “...

3 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостан йылдың мөһим сәйәси кампанияһына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан йылдың мөһим сәйәси кампанияһына әҙерләнә

Теүәл бер аҙнанан республиканың алтынсы саҡырылыш парламенты депутаттары исеме иғлан ителәсәк. Әле фирҡәләр үҙ кандидаттары өсөн өгөтләү алып бара, ә ҡала – райондарҙың территориаль һайлау комиссияларында иһә тауыш биреүселәрҙе барлайҙар. Башҡортостан парламентына  110 депутат һайланырға тейеш...

3 сентября 2018
Смотреть видео Бөгөн Өфө ҡалаһында Октябрь проспектында хәрәкәт туҡталды тиерлек | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфө ҡалаһында Октябрь проспектында хәрәкәт туҡталды тиерлек

Бөгөн Өфө ҡалаһында Октябрь проспектында хәрәкәт туҡталды тиерлек. Эшкә ашығыусыларға саҡырымға һуҙылған тығында торорға тура килде. Баҡтиһәң, Спорт туҡталышында юл эштәре башланған икән. Дим районынан Өфөгә ингәндә лә күптәргә тығында ултырырға тура килгән.

3 сентября 2018
Смотреть видео Эфир киңлектәрендә яңы телеканал | ГТРК «Башкортостан»

Эфир киңлектәрендә яңы телеканал

Камералар алдында торған алып барыусы иһә республикала барған яңылыҡтарҙы халыҡҡа еткерәсәк. Дәүләт теле һәм радиотапшырыуҙар компанияһы үҙенең яратҡан һәм тоғро телевизор ҡараусылары өсөн башҡорт һәм рус телендә барасаҡ яңы Башҡортостан-24 телеканалын эфирға сығара. Телеканал башҡаларҙан...

31 августа 2018
Смотреть видео 100 йыллыҡҡа яңы мәктәп | ГТРК «Башкортостан»

100 йыллыҡҡа яңы мәктәп

Ҡырмыҫҡалы районының  Прибельский ауылындағы  ЮНЕСКО мәктәбе 1-се сентябрь балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Быйыл 70 бала белем усағы тупһаһын тәүгә атлап үтәсәк. Мәктәптә белем көнөн менән бер рәттән башҡорт мозаикаһы Бөтә Рәсәй фестиваленә лә етди әҙерлек бара. Уҡытыусылар башҡорт теле...

31 августа 2018
Смотреть видео Рөстәм Хәмитов Рәсәй губернаторҙары милли рейтингында юғары баҫҡысҡа күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Рөстәм Хәмитов Рәсәй губернаторҙары милли рейтингында юғары баҫҡысҡа күтәрелде

2018 йылдың июль-август айҙары һөҙөмтәләре буйынса Республика башлығы 14 урында, был әүәлгеһенән 4 позицияға юғары. Федераль эксперттар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән башланғыстарҙы иҫәпкә алған. Рейтинг төҙөүсе политологтар Республикала быйыл...

31 августа 2018
Смотреть видео Армия-2018 | ГТРК «Башкортостан»

Армия-2018

Башҡортостан инженерҙарының эштәрен Армия – 2018,, Бөтә Рәсәй форумында тәҡдим иттеләр. Республика исеменән, Өфө Дәүләт авиация-техник университеты ғалимдары ҡатнашты.  Аспирантурала белемен камиллаштырыуҙы дауам иткән Айбулат Минияров, осоусы аппараттар, уларҙың нисек ҡоролоуы менән мәктәп...

31 августа 2018
Смотреть видео Республика башлығы Ту-204 самолеты  экипажын бүләкләне | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Ту-204 самолеты экипажын бүләкләне

Республика башлығы указы менән ғәҙәттән тыш хәл шарттарында кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа юғары оҫталыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән өсөн “Ред Вингз” авиакомпанияһының Ту-204 самолеты  экипажына Башҡортостандың дәүләт наградаһы тапшырыласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 август “Өфө-Сочи” рейсы менән осоусы Ту-204...

31 августа 2018
Смотреть видео Миәкә районында үҙенсәлекле оҫта йәшәй | ГТРК «Башкортостан»

Миәкә районында үҙенсәлекле оҫта йәшәй

Ғәлинур Зарипов тирмәләр эшләй. Республикала   тирмә эшләүсе кәсепселәр һаны көндән-көн артһа ла,  төрки тирмәләре оҫтаһы булараҡ, ул Рәсәй кимәлендә хатта берҙән-бер. Тирмәне Ғәлинур Әхиәр улы  музейҙағы боронғо башҡорт тирмәһе өлгөһөндә эшләгән.  Уны ҡороуҙа  ул...

28 августа 2018
Смотреть видео Башҡортостанда уҡыусылар һаны 12 мең 731-гә артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда уҡыусылар һаны 12 мең 731-гә артҡан

Был хаҡта мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова белдерҙе. Республикала 53 мең 70 бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫа, был уҙған йылға ҡарағанда 719 кешегә күберәк. Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле тантаналар 1-се сентябрҙә уҙғарыла, ә тәүге уҡыу көнө — 3-сө сентябрь.

28 августа 2018
Яндекс.Метрика