Рамаҙан айы башланды

Донъя һәм Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты.  Был осорҙа мосомандар ай дауамында үҙенең түҙемлеген һынап ашау-эсеүҙән генә түгел, ә насар уйҙарҙан да тыйылып торорға тейеш. Ураҙаның маҡсаты: иманды нығытыу, рухи таҙарыныу, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Һау-сәләмәт мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур. Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул 4-се июнгә тура килә. Был көн Башҡортостанда һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәрҙә ял тип иғлан ителгән. Рамаҙан айы ысын мосолмандар башҡарырға тейеш биш ғәмәлдең береһе.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикала киләһе көндәрҙә лә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республикала киләһе көндәрҙә лә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ

Был хаҡта бөгөн синоптиктар белдерҙе. Урыны менән көндәрҙең 25 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. Көндөҙ 10-15 градус һыуыҡ, айырым райондарҙа 20 градуслыҡ һалҡындар.

24 декабря 2018
Смотреть видео Еңел аҡса бәхет килтермәй | ГТРК «Башкортостан»

Еңел аҡса бәхет килтермәй

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Евгений Полихач интернет аша аҡса эшләйем тип мутлашыусыларға 2 миллион ярым һум аҡсаһын биргән. Хәҙер ул ғаиләһе менән кредит һаҙлығына батып йәшәргә мәжбүр. Ә интернеттағы мутлашыусылар яңы ҡорбан эҙләй. Ике бала атаһы еңел аҡса эшләйем тип, хәҙер кредит түләргә мәжбүр....

24 декабря 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Индонезияла цунами сәбәпле һәләк булыусылар 220 кешенән артып китте. Йәрәхәтләнеүселәр 843 кеше. Уларҙың араһында Рәсәй граждандары юҡ. 28 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Йөҙләгән торлаҡ йорт, отелдәр емерелгән. Суматра менән Ява утрауҙары араһында өс метрлыҡ тулҡындар, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Анаҡ-...

24 декабря 2018
Смотреть видео Һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыт

Бөгөн республика йортонда үткән оператив кәңәшмәлә Республика етәксеһенең карьерҙарҙы законһыҙ эшкәртеүҙе туҡтатыу буйынса күрһәтмәһенең үтәлеше ҡаралды. Радий Хәбиров тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының хисабын ҡаты тәнҡитләп февраль уртаһында был мәсьәлә буйынса тағы ла бер...

24 декабря 2018
Смотреть видео Республика үҙ ватандаштарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республика үҙ ватандаштарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ

Пермь ҡалаһындағы Соликамск ҡалаһында “Уралкалий” акционерҙар йәмғиәте шахтаһында һәләк булған тағы ла бер эшсе табылды. Ғәҙәттән тыш хәл 22 декабрь  363 метр тәрәнлектә теркәлгәйне. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Соликамск шахтаһында ғүмерҙәре өҙөлгән Башҡортостан граждандарының...

24 декабря 2018
Смотреть видео Яңы йылға яңы автомобилдәр менән | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылға яңы автомобилдәр менән

Торатау Конгрес-холлы алдында тантаналы рәүештә “УАЗ” һәм “ГАЗ” нигеҙендә эшләнгән, заманса йыһазландырылған яңы 23 тиҙ ярҙам машинаһы Башҡортостандың төрлө тарафтарына юлланды. Республиканың тиҙ ярҙам машиналары паркын яңыртыу өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленгән.

21 декабря 2018
Смотреть видео Фейерверк яңы йыл байрамының төп уйынсығына әйләнә бара | ГТРК «Башкортостан»

Фейерверк яңы йыл байрамының төп уйынсығына әйләнә бара

Бәләкәстәр өсөн дә, ололар өсөн дә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре иһә күңелһеҙ статистикаға күҙ һалырға, пиротехника алыр алдынан йөҙ тапҡыр уйланырға саҡыра. Илдар йыл һайын пиротехника һатып ала. Өлкәндәр өсөн ул Яңы йылдың төп уйынсығы, ти егет. Һатыусылар ҙа байрам алдынан...

21 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә Рәсәйҙең ҡотҡарыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Рәсәйҙең ҡотҡарыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Унда Республика Хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары Артур Әхмәтханов ҡатнашты. Сара сиктәрендә ҡотҡарыусыларҙы, хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү ҙә ҙур өлөш индереүселәрҙе тәбрикләнеләр. Шулай уҡ яңы 3 янғын һүндереү машинаһы асҡыстары...

21 декабря 2018
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә тәүге яңы йыл тамашаһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөлә тәүге яңы йыл тамашаһы үтә

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында бөгөн Республиканың төп шыршы байрамы үтә. Унда 780 бала ҡатнаша. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. 

21 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостан Урал тау-металлургия комбинаты холдингы менән инвестиция килешеүе төҙөнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Урал тау-металлургия комбинаты холдингы менән инвестиция килешеүе төҙөнө

Документ Яңы Учалы баҡыр колчеданы мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса ер аҫты руднигын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Холдингҡа ҡараған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты был эшкә башланғыс һалды. Килешеүгә ярашлы, республика проектты бойомға ашырыу буйынса һалым льготалары тәҡдим итә.

21 декабря 2018