Татлы ризыҡтан баш тартмай ябығыу өсөн нимә ашарға?

Ә диабет һәм аллергия менән яфаланыусылар туҡланыу рационына айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Башҡортостанда ғына 103 меңдән ашыу кеше шәкәр диабетының 2-се тибы, 7 меңдән ашыу 1 тибы менән сирләй, тип иҫәпләнә. Улар араһында ғүмерҙә лә татлы ризыҡ ашап ҡарамаған сабыйҙар бар. Кем генә тәмлекәстәр яратмай. Ә үҙең эшләгән бигерәк тәмле. Ошондай торт матур ғына түгел, ә файҙалы ла. Бында шәкәр ҙә, ҡәҙимге бойҙай оно ла ҡулланылмаған. Ул тулыһынса диетик ҡатнашмалар нигеҙендә эшләнгән. Кукуруз крахмалы, һоло оно, шәкәрҙе алмаштырыусы сәләмәтлеккә зыян килтермәгән махсус тәмләткестәр, емеш-еләктәр – был бер генә торттың өйрәтеү ысулы. Елена 2014 йылда иң тәүге торттарын үҙе өсөн бешерә. Бала тапҡандан һуң уның өсөн иң төп маҡсат – татлы аҙыҡтан да баш тартмай һәм калорийҙы ла арттырмай  ябығыу. 5 йыл эсендә әллә күпме торт, десерттарҙың рецептарын үҙләштерә. Белеме буйынса – генетик, ә булмышы — кондитер. Тәүҙәрәк килеп сыҡһын өсөн төндәр буйы бешеренергә тура килде, ти Елена. Хәҙер уның ярҙамсыһы бар. Эльза 1 йыл эсендә барыһын да өйрәнеп, иң оҫта  десерттар эшләй. Торттарҙың калорияһы мотлаҡ иҫәпләнә, сөнки ҡайһы бер кешеләр өсөн ингредиенттың ҡулланыу кимәлн айырыуса мөһим. Башҡортостанда 100 меңдән ашыу кеше шәкәр диабеты менән сирләй, тип иҫәпләнә. Улар араһында меңгә яҡын балалар һәм үҫмерҙәр. Ә татлы ризыҡты бер сиргә лә ҡарамай тәмләп ҡарайһы килә. Аллергия, шәкәр диабеты менән яфаланыусылар Еленаның даими һатып алыусылары. Еленаның иң яҡын ярҙамсыһы һәм терәге хәләле ефете Алексей. Бар документ эштәрен ул башҡара. Ғаилә 2016 йылда дөрөҫ туҡланыу проектын яҡлап, шәхси эшҡыуарлыҡ аса. Үҙҙәренең цехтарын төҙөйҙәр. Һәм ҡаланың иң яҡшы социаль проекты тигән диплом менән бүләкләнәләр. Ғаилә башлығы һөнәре буйынса – информатик, Елена менән бер университетта уҡыйҙар. Улар күңелдәренә яҡын һәм күп кешеләр өсөн файҙалы шөғөл тапҡан һәм артабан да уны үҫтереү теләге менән йәшәйҙәр.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика