Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында донъяуи әҫәрҙең премьераһы тамаланды

Кисә был миҙгелдә һуңғы тапҡыр тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сәхнәгә ҡуйған Джузеппе Вердиның «Аттил»а операһын ҡараны. Итальян композиторы Вердиның һундар батшаһының яулап алыу һәм мөхәббәт тарихын сағылдырған үлемһеҙ әҫәре, быуат ярым ваҡыттан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңыса һулыш алды. Илдар Абдразаҡов үҙенең беренсе режиссер эше итеп, тыуған театрында « Аттила » әҫәрен һайлаған. Сәхнәлә ике ҡатлам кешеләре – күсмә халыҡ- һундар һәм рим патрициялары. Премьера өсөн 400 костюм тегелде. Был тиклем дә ҡолас ташлап эшләүҙе башҡорт операһы бығаса күрмәгән. 68 кешенән торған хор артистары ғына 4 тапҡыр костюм алмаштыра. Улар сәхнәгә һуғышсылар, ҡолдар һәм монахтар ролендә сыға. Ебәктән, бәрхәттән, күн һәм етендән тегелгән кейемдәрҙең биҙәктәре лә тик ҡул оҫталарының эштәре. Әҫәрҙе ҡуйыусылар беҙҙең эраға тиклемге бишенсе быуаттағы тарихи ваҡиғаны мөмкин тиклем сағыу итергә тырышҡан. Үҙе опера йырсыһы булғас, фекерен халыҡҡа еткереү юлдарын яҡшы белә, шуға ла Абдразаҡов менән эшләүе еңел булды,ти артистар. Илдар Абдразаҡов Аттила образында тәүге тапҡыр түгел. Рим, Нью-Йорк, Барселона һәм Монте-Карло тамашасыһы уны был партияла күптән яратып өлгөргән.  Ла Скаланың быйылғы опера миҙгелендә  ул тап ошо партия менән асты. Аттила операһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарихында  иң күләмле әҫәр. Әйткәндәй, тап ошо сәхнәлә Илдар Абдразаҡов операла тәүге аҙымдарын эшләй һәм бөгөн уның арҡаһында театрҙың репертуары тағы бер донъяуи әҫәр менән тулыланды.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың һөйәктәрен таба | ГТРК Башкортостан

Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың һөйәктәрен таба

Улар Петр Ляльков исеме яҙылған медальонға ла юлыға. Һалдат Башҡортостандың Ишембай районы егете булып сыға.  Петр Ляльков һуғышҡа бик күптәр кеүек үҙ теләге менән китә. Уның ҡатыны, ҡыҙы ҡала. Әлеге көндә яугирҙың биш ейән-ейәнсәре бар.  Өләсәйем һуңғы көндәренә тиклем олатайыбыҙҙың...

20 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең финанстар министрлығы һәм Рәсәй банкы 50-100 мең һумдан күберәк эш хаҡы алыусыларға пенсияны ғәмәлдән сығара тигән мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Был турала финанстар министры ярҙамсыһы Светлана Никитина белдерҙе. Министрлыҡ хеҙмәт хаҡын күп алып эшләүселәргә ирекле рәүештә пенсия...

20 мая 2016
Бөгөн Бөтә Донъя СПИД-тан һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Бөтә Донъя СПИД-тан һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә

Берләшкән милләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, СПИД үлем осраҡтары буйынса ер шарында бишенсе урында тора.  Рәсәйҙә әле 800 мең самаһы кеше ошо ауырыуҙы йоҡторған. Әммә белгестәр фаразлауынса, уларҙың һаны бер миллиондан ашыу булыуы ихтимал. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Рәсәйҙе...

20 мая 2016
Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында Башҡортостанда аудиторияларҙың 75 проценты онлайн-күҙәтеү режимында эшләйәсәк | ГТРК Башкортостан

Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында Башҡортостанда аудиторияларҙың 75 проценты онлайн-күҙәтеү режимында эшләйәсәк

Имтиханы үтәсәк аудиторияларға ике күҙәтеү камераһы ҡуйылған. Имтихан барышында йәмәғәт күҙәтеүселәре лә эшләйәсәк. 27 майҙа — 11-се, 26-да туғыҙынсы кластарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп этабы башлана. Имтихандар 22 июнгә тиклем дауам итә. Быйыл республикала туғыҙынсы класста уҡыусы 36...

20 мая 2016
Смотреть видео Өфөгә Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы етәксеһе Геннадий Зюганов килде | ГТРК Башкортостан

Өфөгә Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы етәксеһе Геннадий Зюганов килде

Бөгөн фирҡә лидеры Ленин һәйкәленә сәскәләр һалды, бер төркөм йәштәрҙе партия сафына алды. Шулай уҡ, Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Геннадий Зюганов Рәсәй-Башҡортостан радиоһында барған ,,Ирекле микрофон,, тапшырыуында ҡатнашып, билдәле журналист Азамат Сәйетов һәм халыҡ...

20 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн  ,,Берҙәм Рәсәй,, фирҡәһе ағзалары Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһын биҙәне | ГТРК Башкортостан

Бөгөн ,,Берҙәм Рәсәй,, фирҡәһе ағзалары Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһын биҙәне

,,Уңышлы түтәл,, төбәк проекты активистары менән бергә улар сәскә түтәлдәре яһаны. Сергей Аксаков һәйкәле янына ,,Берҙәм Рәсәй,, фирҡәһе вәкилдәре ҡыҙыл петуниялар ултыртты. Ул яҡташыбыҙ, бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың тыуыуына 225 йыл тулыуға арнала.   Бәләкәй генә түтәлдә 500-ҙән...

20 мая 2016
Стәрлетамаҡта йәшәүселәр видеокамераға ҡаланан йыраҡ түгел генә барлыҡҡа килгән ҡойондо төшөрөп алған | ГТРК Башкортостан

Стәрлетамаҡта йәшәүселәр видеокамераға ҡаланан йыраҡ түгел генә барлыҡҡа килгән ҡойондо төшөрөп алған

Ул көс йыйып өлгөрмәй, әммә бағана булып күтәрелеп эргә-тирәләгеләрҙең ҡотон ала. Бер-нисә метр үтеп ул юҡҡа сыға.   Быға тиклем беҙҙең яҡтарға хас булмаған был күренеште Саҡмағош районында йәшәүселәр төшөрөп интернет селтәренә һалғайны. Башҡортостанда торнадо 2014-се йылда төнъяҡ-көнбайыш...

20 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн Бөрө юлында бер-нисә машина ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде  | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Бөрө юлында бер-нисә машина ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде

Шаһиттар хәбәр итеүенсә, өс сит ил машинаһы бәрелешкән. Фажиғә урынына юл инспекторҙары, табиптар килгән. Авария сәбәптәре тикшерелә, йәрәхәтләнеүселәргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә.

20 мая 2016
Бөгөн – Пионерия көнө | ГТРК Башкортостан

Бөгөн – Пионерия көнө

Был ойошма 1922 йылда төҙөлә һәм 1991 йылда, СССР тарҡалғас, бөтөрөлә.1921 йылда күп ҡала һәм  ауылдарҙа йәш коммунистар ойошмалары барлыҡҡа килә башлай. 1922 йылдың 19  майында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының 2-се Бөтә Рәсәй конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар...

19 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә "Трамплин" туҡталышында канат юлы эшен башлай | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Өфөлә "Трамплин" туҡталышында канат юлы эшен башлай

Быйылдан ҡанат юлын Өфөнөң электр транспорты идаралығы хеҙмәтләндерә. Идаралыҡ белгестәре әйтеүенсә, быйылғы миҙгелдә фуникулерҙы хеҙмәтләндереүҙә ысынлап та ҡатмарлыҡтар бар.  Пенсионер-әхирәттәр Лилиә менән Римма ханымдар гел бергә йөрөй. Текә тауҙан хәрәкәт итеүе хәүефле –шуға ла өлкән...

19 мая 2016
Смотреть видео Әбйәлил районында һөмбәш балыҡтарын үрсетеү буйынса завод ҡасан төҙөлөр? | ГТРК Башкортостан

Әбйәлил районында һөмбәш балыҡтарын үрсетеү буйынса завод ҡасан төҙөлөр?

Бер нисә йыл инде Әбйәлил районында һөмбәш балыҡтарын үрсетеү буйынса завод төҙөләсәге тураһында һүҙ алып барыла. Санкциялар шарттарында төбәк өсөн мөһим предприятиеның төҙөлөшө көнүҙәккә сыға. Урындағы етештереүселәргә ул яңы мөмкинлектәр асыр ине. Ләкин, эш урынынан ҡуҙғалмай. Был кадрҙарҙы беҙ...

19 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Сочи АСЕАН форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Рәсәй президенты Азия банкы етәксеһе  Цзинь Лицюнь менән осрашып Транссибты киңәйтеүҙә, Алыҫ көнсығыштағы проекттарҙа ҡатнашырға тәҡдим итте. Ҡытай һәм Һиндостан менән бергә Рәсәй ҙә был банктың төп акционеры булып тора. Парижда полиция...

19 мая 2016
Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялылар өсөн дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялылар өсөн дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ

СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү ваҡытында башҡарыла. Быға тиклем федераль телеканалдарҙың береһендә республикала ВИЧ-инфекциялыларҙың ярты йыл буйына дауа алмауҙары хаҡында мәғлүмәт яңғырағайны. Үҙәктең баш табитбы...

19 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн Конституция Суды ойошторолоуға 20 йыл тулыуға арналған тантаналы ултырыш уҙҙы | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Конституция Суды ойошторолоуға 20 йыл тулыуға арналған тантаналы ултырыш уҙҙы

Сарала  Башҡортостандың  юридик белем биреүсе юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.  Шулай уҡ Башҡортостандың Конституция суды иғлан иткән конкурста еңеүсе студенттар, магистрант һәм аспиранттар  бүләкләнде.

19 мая 2016
Смотреть видео Башҡортостан депутаттары оборона министры Сергей Шойгуға мөрәжәғәт ҡабул итте | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан депутаттары оборона министры Сергей Шойгуға мөрәжәғәт ҡабул итте

Улар Өфө үҙәгендә урынлашҡан хәрби казарманы төҙөкләндереүҙе талап итә. Был объект мәҙәни мираҫ исемлегенә ингән һәм әле емерек хәлдә.  Ҡеүәтле көс структураһын был хәл бер ҙә биҙәмәй. Мөрәжәғәт Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30-сы ултырышында ҡабул ителде. 

19 мая 2016
Смотреть видео Кушнаренко районындағы ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге тағы ла бер мышыны һауыҡтырып иреккә сығарҙы | ГТРК Башкортостан

Кушнаренко районындағы ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге тағы ла бер мышыны һауыҡтырып иреккә сығарҙы

Нығынған малҡайҙарҙы ҡайтанан тәбиғәт шарттарына ебәреү ҡыуаныслы ваҡиға булһа ла, белгестәр улар өсөн хафаланыуын йәшермәй. Зина ҡушаматлы мышы балаһын үҙәккә ике йыл элек алып киләләр. Яраланған мышы балаһына Йылайыр районының һунарсыһы юлыға. Инәһенән айырылған малҡайҙың алғы аяғы имгәнгән була...

18 мая 2016
 «Ғаилә малсылыҡ фермалары» һәм «Яңы эш башлаған фермер» программаларында еңеүселәргә сертификаттар тапшырылды  | ГТРК Башкортостан

«Ғаилә малсылыҡ фермалары» һәм «Яңы эш башлаған фермер» программаларында еңеүселәргә сертификаттар тапшырылды

Ике программа сиктәрендә 302 миллион һум яңы эш башлаған 114 фермер һәм 34 ғаилә малсылыҡ фермалары башлыҡтары араһында бүленде. Ауыл хужалығының төп йүнәлештәренән тыш, балыҡсылыҡ, еләк үҫтереү һәм үҫемлекселек буйынса проекттар ҙа грант алды. Республикала ауыл хужалығында тулайым продукцияның...

18 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй Президенты ипотека буйынса процент кимәлен кәметеүҙе талап итә | ГТРК Башкортостан

Рәсәй Президенты ипотека буйынса процент кимәлен кәметеүҙе талап итә

Дәүләт советы ултырышында сығыш яһап Владимир Путин  ил Хөкүмәтенә һәм Үҙәк банкка был мәсьәләне хәл итеү алымдарын табырға ҡушты.  Баҙар механизмдары ярҙамында ғына  торлаҡҡа ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә мөмкин тине Владимир Путин.Быйыл беренсе кварталда ғына Башҡортостанда 9 миллиард...

18 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡырым тәүге тапҡыр туризм мөмкинлектәренә арналған күргәҙмәлә ҡатнашасаҡ. Әле Алыҫ көнсығыш федераль университетында стендтар, презентация программалары әҙерләнә. Күргәҙмәгә Ҡытай, Япония, Корея, Малайзия менән бер рәттән Ҡырым республикаһы ла саҡырылған. Сиктәрҙе ябыу һәм ҡасаҡтарҙы кире...

18 мая 2016
Смотреть видео Рәсәйҙә йылдан-йыл  психик торошо ҡаҡшаған кешеләр һаны арта | ГТРК Башкортостан

Рәсәйҙә йылдан-йыл психик торошо ҡаҡшаған кешеләр һаны арта

Был тәү сиратта эскелеккә, насар ғәҙәттәргә бәйле. Ошо минуттарҙа Өфөлә йәмғиәттең психик сәләмәтлеге темаһына арналған милли конгресс үтә. 

18 мая 2016
Смотреть видео Эскәнһең икән буйыңа һеңдер | ГТРК Башкортостан

Эскәнһең икән буйыңа һеңдер

Күрәһең, был кеше халыҡ мәҡәлен генә түгел, үҙен нимә ҡыланғанын да белмәй. Һәр хәлдә ирҙәр  бындай түбәнселеккә төшмәҫ ине. Сипайлово биҫтәһендә видео күҙәтеү камералары эсеп алған ирҙең тик торған машинаны типкесләүен төшөрөп алған. Дуҫтары батырайып алған ирҙе подьездға алып инә. Әммә бер-...

18 мая 2016
Конденсат үткәргестәге авариянан һуң Өфө районында хәл тотороҡлана | ГТРК Башкортостан

Конденсат үткәргестәге авариянан һуң Өфө районында хәл тотороҡлана

Халыҡ үҙ йорттарына ҡайта башланы. Ваҡытлыса йәшәү урындарында кеше юҡ, тип хәбәр иттеләр беҙгә бөгөн республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан.Кисә кис торба тишелеп конденсат аҡҡас райондың Сергеевка ауылынан 300 кеше эвакуацияланғайны. Шыйыҡ газ конденсаты ағып төшкән урын әле махсус...

18 мая 2016
Күмертау ҡалаһында күпләп кешене үлтереү эшенә нөктә ҡуйылды | ГТРК Башкортостан

Күмертау ҡалаһында күпләп кешене үлтереү эшенә нөктә ҡуйылды

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында хөкөм ҡарары иғлан ителде. Сергей Букаев та, Константин Сурков та ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителде. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, бер төркөм йәштәр ике бүлмәле фатирҙа ҡунаҡ ойоштора. Иҫереп алған Сергей Букаев 22 йәшлек егеткә телефонын урлауҙа ғәйепләп бәйләнә...

18 мая 2016
Яндекс.Метрика