Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында донъяуи әҫәрҙең премьераһы тамаланды

Кисә был миҙгелдә һуңғы тапҡыр тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сәхнәгә ҡуйған Джузеппе Вердиның «Аттил»а операһын ҡараны. Итальян композиторы Вердиның һундар батшаһының яулап алыу һәм мөхәббәт тарихын сағылдырған үлемһеҙ әҫәре, быуат ярым ваҡыттан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңыса һулыш алды. Илдар Абдразаҡов үҙенең беренсе режиссер эше итеп, тыуған театрында « Аттила » әҫәрен һайлаған. Сәхнәлә ике ҡатлам кешеләре – күсмә халыҡ- һундар һәм рим патрициялары. Премьера өсөн 400 костюм тегелде. Был тиклем дә ҡолас ташлап эшләүҙе башҡорт операһы бығаса күрмәгән. 68 кешенән торған хор артистары ғына 4 тапҡыр костюм алмаштыра. Улар сәхнәгә һуғышсылар, ҡолдар һәм монахтар ролендә сыға. Ебәктән, бәрхәттән, күн һәм етендән тегелгән кейемдәрҙең биҙәктәре лә тик ҡул оҫталарының эштәре. Әҫәрҙе ҡуйыусылар беҙҙең эраға тиклемге бишенсе быуаттағы тарихи ваҡиғаны мөмкин тиклем сағыу итергә тырышҡан. Үҙе опера йырсыһы булғас, фекерен халыҡҡа еткереү юлдарын яҡшы белә, шуға ла Абдразаҡов менән эшләүе еңел булды,ти артистар. Илдар Абдразаҡов Аттила образында тәүге тапҡыр түгел. Рим, Нью-Йорк, Барселона һәм Монте-Карло тамашасыһы уны был партияла күптән яратып өлгөргән.  Ла Скаланың быйылғы опера миҙгелендә  ул тап ошо партия менән асты. Аттила операһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарихында  иң күләмле әҫәр. Әйткәндәй, тап ошо сәхнәлә Илдар Абдразаҡов операла тәүге аҙымдарын эшләй һәм бөгөн уның арҡаһында театрҙың репертуары тағы бер донъяуи әҫәр менән тулыланды.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Боҙбармаҡтар һөжүмгә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Боҙбармаҡтар һөжүмгә әҙерләнә

Бөгөндән республикала көндәрҙе йылыта башлай. Ошо сәбәпле, ҡыйыҡ баштарынан ҡарҙың һәм боҙбармаҡтарҙың күпләп шыуып төшөүе ихтимал.  Яҙ етеү менән күп ҡатлы йорттар ҡыйығынан ҡарҙың шыуып төшөүе, шул сәбәпле халыҡтың йәрәхәтләнеүе күптәрҙе борсой. Быйыл иһә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ...

2 апреля 2018
Зинино янында тимер юлы аша ер өҫтөнән үткәүел төҙөү башлана | ГТРК «Башкортостан»

Зинино янында тимер юлы аша ер өҫтөнән үткәүел төҙөү башлана

Бына ошондай мәғәнәһеҙ үлемдәрҙе кәметеү маҡсатында быйыл Зинино янында тимер юлы аша ер өҫтөнән үткәүел төҙөү башлана. Күләмле проектты 2020 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыу ҡарала. белгестәр әйтеүенсә, бында тимер юл аша үтеү урыны йылдан-йыл нығыраҡ хәүеф тыуҙыра. Нагаево ауылы ла йылдам үҫешә. Үҙ...

2 апреля 2018
Ашыҡҡан поезд аҫтында ҡалған | ГТРК «Башкортостан»

Ашыҡҡан поезд аҫтында ҡалған

Поезд юлы аша сыҡҡанда тағы ла ике кеше һәләк булды. Нагаево ауылы янында автомобиль Силәбенән Һамарға китеп барыусы поезд аҫтында ҡалды. Автомобиль водителе, 23 йәшлек егет һәм уның пассажиры, 31 йәшлек ир урында уҡ һәләк булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса,  еңел автомобиль яҡынлашып килгән...

2 апреля 2018
Нанотитан. Медицинаға кәрәк күптән | ГТРК «Башкортостан»

Нанотитан. Медицинаға кәрәк күптән

Республикала медицина тармағы өсөн яңы алымдар ҙа уйлап сығарылған. Мәҫәлән, үтә һығылмалы металлдар институты яңы нанотитан тәҡдим итә. Был материалды стамотология, травматология, отропедия, хирургия өлкәләрендә ҡулланырға мөмкин. Республика ғалимдары проекты Японияла уңышлы һынау үткән. Тик...

31 марта 2018
Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа шул кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа шул кәрәк

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағына өҫтәмә аҡсалар бүленә. Был өлкәләге яңы обьекттарҙы сафҡа индереү өсөн республика 15 миллиард һум йүнәлтергә әҙер. Ошо турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе. Федераль ведомство кәңәшмәһендә сығыш яһап...

31 марта 2018
Смотреть видео Төрлө ил студенттарын “Өфө йүкәләре” берләштерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Төрлө ил студенттарын “Өфө йүкәләре” берләштерҙе

Сит илдәрҙән Өфө дәүләт нефть техник университытында уҡыусы студенттарҙың бер төркөмө “Өфө йүкәләре” йырын башҡортса йырлап киң билдәлелек алды. Бөгөн “популяр йырсылар” “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуы аша миллионлаған телевизор ҡараусыла менән осрашты, тура эфирҙа уоарҙың һорауҙарына яуап...

30 марта 2018
Смотреть видео Хужалыҡта ла, ялда ла кәрәкле техника | ГТРК «Башкортостан»

Хужалыҡта ла, ялда ла кәрәкле техника

Өфө районында йәшәүсе үҙ ҡулы менән үҙенсәлекле техника эшләгән. 3 тәгәрмәсле тимер ат йәки трицикл эшләү Олег Йәрмөхәмәтовтың бала саҡ хыялы. Кәрәкле запас часттар йыйғас, ул күптәнге хыялын тормошҡа ашыра. Үҙенсәлекле техниканы йыйыу күп сығымдар талап итмәгән. Мотоцикл нигеҙендәге тимер атҡа...

30 марта 2018
 «Россельхознадзор» 2 апрелдән Абхазиянан аҙыҡ-түлекте индереүҙе тыйҙы | ГТРК «Башкортостан»

«Россельхознадзор» 2 апрелдән Абхазиянан аҙыҡ-түлекте индереүҙе тыйҙы

Абхазияла һоро-мәрмәр төҫөндәге ҡандала тарала башлаған.  Ул емеш һәм еләк культураларының уңышын юҡ итә. Был бөжәктәр 2017 йыл эсендә Абхазияла урман сәтләүеге уңышының 70 процентын һәм мандарин уңышының 50 проценттан ашыуын юҡ иткән.

30 марта 2018
Смотреть видео Өфө предприятиеларының береһендә эшсе һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Өфө предприятиеларының береһендә эшсе һәләк булған

30 йәшлек ирҙең башына 50 киллограмлыҡ торба төшкән.  Сәбәптәрен дәүләт хеҙмәт инспекцияһы асыҡлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ башня кранын һүткән ваҡытта 23 йәшлек егет  һәләк булғайны. 

30 марта 2018
Өфөлә хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләренә арналған кәңәшмә тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләренә арналған кәңәшмә тамамланды

Волга буйы федераль округы төбәктәренең хеҙмәт буйынса башҡарма власть органдары етәкселәре Рәсәйҙә двигатель төҙөүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе цехтарында хеҙмәт именлеге торошона баһа бирҙе. Берекмәлә 24 меңдән ашыу кеше эшләй. 2018 йылда предприятие “Хеҙмәт...

30 марта 2018
Яндекс.Метрика