Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында донъяуи әҫәрҙең премьераһы тамаланды

Кисә был миҙгелдә һуңғы тапҡыр тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сәхнәгә ҡуйған Джузеппе Вердиның «Аттил»а операһын ҡараны. Итальян композиторы Вердиның һундар батшаһының яулап алыу һәм мөхәббәт тарихын сағылдырған үлемһеҙ әҫәре, быуат ярым ваҡыттан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңыса һулыш алды. Илдар Абдразаҡов үҙенең беренсе режиссер эше итеп, тыуған театрында « Аттила » әҫәрен һайлаған. Сәхнәлә ике ҡатлам кешеләре – күсмә халыҡ- һундар һәм рим патрициялары. Премьера өсөн 400 костюм тегелде. Был тиклем дә ҡолас ташлап эшләүҙе башҡорт операһы бығаса күрмәгән. 68 кешенән торған хор артистары ғына 4 тапҡыр костюм алмаштыра. Улар сәхнәгә һуғышсылар, ҡолдар һәм монахтар ролендә сыға. Ебәктән, бәрхәттән, күн һәм етендән тегелгән кейемдәрҙең биҙәктәре лә тик ҡул оҫталарының эштәре. Әҫәрҙе ҡуйыусылар беҙҙең эраға тиклемге бишенсе быуаттағы тарихи ваҡиғаны мөмкин тиклем сағыу итергә тырышҡан. Үҙе опера йырсыһы булғас, фекерен халыҡҡа еткереү юлдарын яҡшы белә, шуға ла Абдразаҡов менән эшләүе еңел булды,ти артистар. Илдар Абдразаҡов Аттила образында тәүге тапҡыр түгел. Рим, Нью-Йорк, Барселона һәм Монте-Карло тамашасыһы уны был партияла күптән яратып өлгөргән.  Ла Скаланың быйылғы опера миҙгелендә  ул тап ошо партия менән асты. Аттила операһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарихында  иң күләмле әҫәр. Әйткәндәй, тап ошо сәхнәлә Илдар Абдразаҡов операла тәүге аҙымдарын эшләй һәм бөгөн уның арҡаһында театрҙың репертуары тағы бер донъяуи әҫәр менән тулыланды.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ямғырҙар аҙна аҙағынаса дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Ямғырҙар аҙна аҙағынаса дауам итә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы был көндәрҙә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға кәңәш итә. Ямғыр яуыу сәбәпле асфальт тайғаҡҡа әйләнә. Шуға ла билдәләнгән тиҙлекте һаҡлау, ҡапыл боролмау хәйерлерәк. Ямғырҙар, синоптиктар хәбәр итеүенсә, аҙна аҙағынаса дауам итә.

28 мая 2018
Смотреть видео Әлкә ауылы янында ауыр йөк машинаһы янды | ГТРК «Башкортостан»

Әлкә ауылы янында ауыр йөк машинаһы янды

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Шулай уҡ әлегә янғын сәбәптәре лә билдәле түгел. Кабина тулыһынса янып бөткән, йөккә зыян килмәгән, тип хәбәр итә шаһиттар.

28 мая 2018
Смотреть видео Альп алмаһы сәскә атты | ГТРК «Башкортостан»

Альп алмаһы сәскә атты

Ҡала баҡсаларының береһен биҙәп йыл да сәскә аткан декоратив алмағас йәнә Өфө халҡы иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Хуш еҫле алһыу сәскәләр эргәһендә йәштәр кемуҙарҙан сэлфи яһап, рәссамдар сағыу картиналар яҙып, паркка килгән һәр кем гүзәллектең ләззәтен татып ҡалырға ашыға.  Алмағастың ҡырағайы...

25 мая 2018
Смотреть видео Боронғо кәсеп | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо кәсеп

Борон-борондан халҡыбыҙ ҡул эштәренә маһир булған. Әле һирәк булһа ла боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүсе оҫтабикәләр осрай. Шундайҙарҙың береһе, халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ ҡул эштәрен тергеҙеүҙә үҙ көсөн йәлләмәгән, кешеләргә матурлыҡ өләшеүсе   Нурия Ҡыуандыҡова Ейәнсура районында йәшәй....

25 мая 2018
Смотреть видео Сүбиҙәй беҙҙең телекомпания хәбәрселәренә эксклюзив интервью бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Сүбиҙәй беҙҙең телекомпания хәбәрселәренә эксклюзив интервью бирҙе

Башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе-Әхмәт Зәки Вәлидиҙең улы Сүбиҙәй Тоған беҙҙең телекомпания хәбәрселәренә эксклюзив интервью бирҙе.  Тапшырыу Рәсәй-Башҡортостан телеканалында иртәгә иртәнге сәғәт һигеҙҙә эфирға сыға. Унда Зәки Вәлидиҙең тормошона, ғүмеренең һуңғы көндәренә бәйле быға...

25 мая 2018
Смотреть видео Күҙ ҡамашырлыҡ, йөрәкте елкендерерлек тамаша | ГТРК «Башкортостан»

Күҙ ҡамашырлыҡ, йөрәкте елкендерерлек тамаша

“Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле миҙгел ябыу айҡанлы сағыу сара ойошторҙо. “Мираҫ”тар сығыштың уңышлы үтеүен теләп, концерт алдынан ошондай дуҫлыҡ түңәрәгенә йыйыла. Унда ниндәй генә милләт вәкиле юҡ: башҡорт, рус, татар, мари, удмурт һәм башҡалар. “Берҙәм ғаилә” тип исемләнгән дуҫлыҡ бейеүе...

25 мая 2018
Смотреть видео Имтихандар башланды | ГТРК «Башкортостан»

Имтихандар башланды

Башҡортостанда быйыл 42 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы төп дәүләт имтиханын тапшырҙы.  Ике йөҙләгән уҡыусы  бөгөн Өфөнөң 22 –се мәктәбендә  инглиз теленән имтихан бирҙе. Сит телдәр буйынса беренсе төп дәүләт имтиханы ике көн үтәсәк: бөгөн яҙма рәүештә булһа, ә иртәгә имтихан...

25 мая 2018
Смотреть видео Һау бул, мәктәп! | ГТРК «Башкортостан»

Һау бул, мәктәп!

Бөгөн 11-се класты тамамлаған 18 мең уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.  Өфөләге бишенсе спорт мәктәп -интернатын быйыл ... уҡыусы тамамлай. Белем, спорт өлкәһендә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәткән уҡыусыларҙы алда оло һынау, ҙур тормош юлы көтә. Сығарылыш класс уҡыусылары уҡытыусыларына, иң...

25 мая 2018
Смотреть видео Өфө һәм башҡала ҡунаҡтары сәләмәтлек байрамында ҡатнашты | ГТРК «Башкортостан»

Өфө һәм башҡала ҡунаҡтары сәләмәтлек байрамында ҡатнашты

 “Халыҡ һаулығы көндәре” сиктәрендә Матросов паркында республика сәләмәтлек үҙәктәренең күсмә медицина станциялары ҡабул итеү ойошторҙо. Йәштәр һәм балалар майҙанда иғлан ителгән ярыштарҙа ҡатнашҡан арала ата-әсә сәләмәтлеген бушлай тикшереү мөмкинлеген файҙаланды. Республика кардиология...

25 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форум ваҡытында Рәсәй президенты Ҡытай халыҡ республикаһының вице-рәйесе Ван Цишань менән осрашты. Владимир Путин формуға килгәне өсөн Ҡытай делегацияһына рәхмәт белдерҙе. Ҡытай Рәсәйҙең иң ҙур сауҙа-иҡтисади партнеры, тине ил етәксеһе. Дональд Трамп менән Ким...

25 мая 2018
Яндекс.Метрика