Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында донъяуи әҫәрҙең премьераһы тамаланды

Кисә был миҙгелдә һуңғы тапҡыр тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сәхнәгә ҡуйған Джузеппе Вердиның «Аттил»а операһын ҡараны. Итальян композиторы Вердиның һундар батшаһының яулап алыу һәм мөхәббәт тарихын сағылдырған үлемһеҙ әҫәре, быуат ярым ваҡыттан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңыса һулыш алды. Илдар Абдразаҡов үҙенең беренсе режиссер эше итеп, тыуған театрында « Аттила » әҫәрен һайлаған. Сәхнәлә ике ҡатлам кешеләре – күсмә халыҡ- һундар һәм рим патрициялары. Премьера өсөн 400 костюм тегелде. Был тиклем дә ҡолас ташлап эшләүҙе башҡорт операһы бығаса күрмәгән. 68 кешенән торған хор артистары ғына 4 тапҡыр костюм алмаштыра. Улар сәхнәгә һуғышсылар, ҡолдар һәм монахтар ролендә сыға. Ебәктән, бәрхәттән, күн һәм етендән тегелгән кейемдәрҙең биҙәктәре лә тик ҡул оҫталарының эштәре. Әҫәрҙе ҡуйыусылар беҙҙең эраға тиклемге бишенсе быуаттағы тарихи ваҡиғаны мөмкин тиклем сағыу итергә тырышҡан. Үҙе опера йырсыһы булғас, фекерен халыҡҡа еткереү юлдарын яҡшы белә, шуға ла Абдразаҡов менән эшләүе еңел булды,ти артистар. Илдар Абдразаҡов Аттила образында тәүге тапҡыр түгел. Рим, Нью-Йорк, Барселона һәм Монте-Карло тамашасыһы уны был партияла күптән яратып өлгөргән.  Ла Скаланың быйылғы опера миҙгелендә  ул тап ошо партия менән асты. Аттила операһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарихында  иң күләмле әҫәр. Әйткәндәй, тап ошо сәхнәлә Илдар Абдразаҡов операла тәүге аҙымдарын эшләй һәм бөгөн уның арҡаһында театрҙың репертуары тағы бер донъяуи әҫәр менән тулыланды.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш | ГТРК «Башкортостан»

Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш

Белорет металлургия комбинатында яңы ҡоролма файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер предприятиенан ағыҙылған бысраҡ һыу күләме һигеҙ тапҡырға кәмегән. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов комбинаттың был юҫыҡтағы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Венер Ғаззалов Белорет металлургия комбинатының...

16 марта 2018
Илдә һәр кем үҙен уңайлы, тыныс, яҡланған тойорға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Илдә һәр кем үҙен уңайлы, тыныс, яҡланған тойорға тейеш

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов  был турала  “Рәсәй Башҡортостан” һәм Башҡортостан Юлдаш телеканалдары етәкселәре менән әңгәмәләшкәндә белдерҙе. Рөстәм Хәмитов беҙҙең телеканал етәксеһе Азамат Сәлиховтың  ил етәксеһенең юлламаһына ҡағылышлы һорауына яуап биреп бына нимә тине.

16 марта 2018
Юлдар төҙөлөшөнә айырым иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Юлдар төҙөлөшөнә айырым иғтибар

Башҡортостанда федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдар төҙөлөшөнә ҙур иғтибар бүленә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов М-7 трассаһы төҙөлөшө менән танышты. Бында проект ҡарарҙары үҙгәреү сәбәпле эш күләме артҡан һәм төҙөлөштөң хаҡы ҡиммәтләнгән. Юл Татарстан сиге менән Өфөнө бәйләй....

16 марта 2018
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазинды һуңғы юлға оҙатты | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазинды һуңғы юлға оҙатты

Әхәт Мортазин ысын мәғәнәһендә Башҡортостан тауышы булды. Легендар дикторыбыҙ һәр йорттоң һәм ғаиләнең ағзаһы ине. Бөгөн иртән республика Левитаны менән хушлашырға уның менән шәхсән таныш булмаған кешеләр ҙә килде. Утыҙ йылдан ашыу көн һайын тиерлек ошо ҡабатланмаҫ тенор, үҙенсәлекле, мөһабәт тауыш...

15 марта 2018
Өфөлә Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов йәшәгән йортта таҡтаташ асылыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов йәшәгән йортта таҡтаташ асылыуы ихтимал

Ошо туралағы мөрәжәғәт менән яугирҙың тормош иптәше Габриэль Пикунова Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдинға мөрәжәғәт итте. Геройҙың хәләл ефете әйтеүенсә, уның таҡтаташ ҡуйыу тураһындағы мөрәжәғәтенә бер-нисә йыл дауамында аныҡ яуап алынмаған. Баш федераль инспектор...

15 марта 2018
Смотреть видео Республикала аритмияны дауалау яңы кимәлгә күтәрелә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аритмияны дауалау яңы кимәлгә күтәрелә

Хәҙер төбәк кардиологтары рентгенһыҙ ғына, яңы аппарат ҡулланып, йөрәктең 3Д моделен төҙөй ала. Был ысул операцияның уңышлы үтеүен тәьмин итә, пациенттар өсөн хәүефһеҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Кеше ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла, йөрәк тибешенең боҙолоуын һиҙеп ҡала, йөрәк “туҡтап ҡалды” йә...

15 марта 2018
Бөгөн республика башлығы Виктор Садовничий менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн республика башлығы Виктор Садовничий менән осрашты

Һөйләшеүҙең төп темаһы – мәғариф. Әлеге мәлдә Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында Башҡортостандан 470 студент белем ала. Уларҙың 370-е олимпиадалар еңеүселәре. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, был йәш белгестәрҙең төбәккә эшкә ҡайтырға мөмкинлектәре булыу ҙа мөһим тине, университет...

15 марта 2018
Һайлау участкаларына  һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары оҙатылды | ГТРК «Башкортостан»

Һайлау участкаларына һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары оҙатылды

Участкаларҙа мөмкинлеге сикләнгән граждандарға шарттар тыуҙырылған: пандустар, саҡырыу өсөн сигнал төймәләре, волонтерҙар әҙер. Хәүефһеҙлек яғынан да бөтә эштәр теүәл үтәлгән. Һайлаусыларҙың   2% “мобиль һайлаусы” хеҙмәте аша участкаларын билдәләгән.

15 марта 2018
Башҡортостан Рәсәй президентын һайлауға әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Рәсәй президентын һайлауға әҙер

Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда һайлау компаниялары юғары кимәлдә үтә. Ил етәксеһен һайлау сәйәси тормоштағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Йәмғиәт өсөн үтә лә етди һынау. Һайлауҙар-властҡа мөнәссәбәт белдереү генә түгел, уның эшмәкәрлегенә...

15 марта 2018
Рәсәй Президентын һайлау барышында Башҡортостанда ОБСЕ һәм БДБ илдәре күҙәтеүселәре эшләйәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй Президентын һайлау барышында Башҡортостанда ОБСЕ һәм БДБ илдәре күҙәтеүселәре эшләйәсәк

Был турала бөгөн Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһында белдерҙе.  Күҙәтеүселәрҙең тәүге төркөмө-Беларусь һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре иртәгә килеп етә.  Халыҡ-ара миссия 18 мартта икешәр кешенән торған төркөмдәр менән бер нисә участкала һайлау барышын...

14 марта 2018
Яндекс.Метрика