Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында донъяуи әҫәрҙең премьераһы тамаланды

Кисә был миҙгелдә һуңғы тапҡыр тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сәхнәгә ҡуйған Джузеппе Вердиның «Аттил»а операһын ҡараны. Итальян композиторы Вердиның һундар батшаһының яулап алыу һәм мөхәббәт тарихын сағылдырған үлемһеҙ әҫәре, быуат ярым ваҡыттан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңыса һулыш алды. Илдар Абдразаҡов үҙенең беренсе режиссер эше итеп, тыуған театрында « Аттила » әҫәрен һайлаған. Сәхнәлә ике ҡатлам кешеләре – күсмә халыҡ- һундар һәм рим патрициялары. Премьера өсөн 400 костюм тегелде. Был тиклем дә ҡолас ташлап эшләүҙе башҡорт операһы бығаса күрмәгән. 68 кешенән торған хор артистары ғына 4 тапҡыр костюм алмаштыра. Улар сәхнәгә һуғышсылар, ҡолдар һәм монахтар ролендә сыға. Ебәктән, бәрхәттән, күн һәм етендән тегелгән кейемдәрҙең биҙәктәре лә тик ҡул оҫталарының эштәре. Әҫәрҙе ҡуйыусылар беҙҙең эраға тиклемге бишенсе быуаттағы тарихи ваҡиғаны мөмкин тиклем сағыу итергә тырышҡан. Үҙе опера йырсыһы булғас, фекерен халыҡҡа еткереү юлдарын яҡшы белә, шуға ла Абдразаҡов менән эшләүе еңел булды,ти артистар. Илдар Абдразаҡов Аттила образында тәүге тапҡыр түгел. Рим, Нью-Йорк, Барселона һәм Монте-Карло тамашасыһы уны был партияла күптән яратып өлгөргән.  Ла Скаланың быйылғы опера миҙгелендә  ул тап ошо партия менән асты. Аттила операһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарихында  иң күләмле әҫәр. Әйткәндәй, тап ошо сәхнәлә Илдар Абдразаҡов операла тәүге аҙымдарын эшләй һәм бөгөн уның арҡаһында театрҙың репертуары тағы бер донъяуи әҫәр менән тулыланды.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостанда ясле төҙөү программаһы ғәмәлгә ашырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ясле төҙөү программаһы ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостанда йәш ярымдан өс йәшкәсә балалар өсөн ясле төҙөү программаһы ғәмәлгә ашырыла башлай. Ошо хаҡта республика башлығы белдерҙе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, киләһе ике-өс йылда йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларҙы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән байтаҡ мәктәпкәсә балалар учреждениеһы төҙөләсәк.

12 марта 2018
Смотреть видео Санкцияларға лайыҡлы яуап | ГТРК «Башкортостан»

Санкцияларға лайыҡлы яуап

Сит дәүләттәр Рәсәйгә ҡарата санкциялар индергәс, беҙҙең предприятиеларҙың мөмкинлектәре артты. Ошоға бәйле, ил етәкселеге Оборона предприятиеларына продукцияның ассортиментын киңйәтергә ҡуша. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә газ ҡыуыу двигателен камиллаштырырға йыйыналар. Двигателдең...

12 марта 2018
Камаз заводы Башҡортостандағы предприятиеларында етештереүҙе киңәйтә | ГТРК «Башкортостан»

Камаз заводы Башҡортостандағы предприятиеларында етештереүҙе киңәйтә

Республика компания өсөн географик йәһәттән һәм килешеп эшләү яғынан уңайлы. Был турала ойошманың генераль директоры Сергей Когогин Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында белдерҙе. Әле 3 завод та заказдар менән тәьмин ителгән. Нефтекамаға яңыраҡ ҡына 200 миллион һумлыҡ өҫтәмә...

12 марта 2018
Смотреть видео Аграр тармаҡҡа дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Аграр тармаҡҡа дәүләт ярҙамы

Тәүге эш урынында матди ярҙам һәм өс йыл дауамында  эш хаҡына өҫтәмә аҡсалата түләүҙәр. Был дәртләндереү сараһы ауыл хужалығын белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында ҡулланыла. Бөгөн был түләүҙәрҙең күләмен арттырыу мәсьәләһе көн тәртибенә сығарыла. Игеҙәктәр Алина менән Лена Исаевалар...

7 марта 2018
Парламент рәйесе Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Парламент рәйесе Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе менән осрашты

Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев  бөтә Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Анисимов менән осрашты. Осрашыуҙа федераль һәм республика ҡануниәтен үҫтереү мәсьәләләре, төбәктә бөтә Рәсәй халыҡ фронтының проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.

7 марта 2018
Смотреть видео Йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асырға кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асырға кәрәк

Республика башлығы был хаҡта Благовещенда яңыраҡ асылған кванториум менән танышҡанда бедерҙе.  Һуңғы йылдарҙа  юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң, йәштәр Башҡортостанда ҡалмай. Төп маҡсат улар өсөн яңы эш урындары булдырыу һәм уңайлы шарттар тыуҙырыу, тине Рөстәм Хәмитов....

7 марта 2018
Республика башлығы йүнсел ҡатындар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы йүнсел ҡатындар менән осрашты

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республиканың алдынғы  ҡатындары  төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы менән осрашты. Ғаилә, бала тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау һәм ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге, ғаиләләге урыны тураһында әңгәмә барҙы.  Эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төҙөлөш ойошмаларын, дәүләт...

7 марта 2018
Март аҙағында йылыта | ГТРК «Башкортостан»

Март аҙағында йылыта

«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, республикаға ысын яҙ 20 марттан һуң килә. 20 мартта һауа температураһы 2 градусҡа тиклем йылыта, бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ошондай уҡ һауа торошо яҡынса март аҙағынаса һаҡланасаҡ. Апрель башында март менән сағыштырғанда ярайһы уҡ үҙгәрештәр көтөлмәй.

6 марта 2018
Смотреть видео Дан һиңә, әсә! | ГТРК «Башкортостан»

Дан һиңә, әсә!

Бөгөн Өфөлә күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Йәнә, 50 ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.  Бында ултырған ҡатындарҙың бер-береһе менән танышыуы тап шулай башлана. Үҙҙәре баш ҡалала Хөкүмәт йортонда ултырһа ла, уйҙары менән өйҙә, балалары янында. Ғүмерҙәрен донъялағы иң...

6 марта 2018
8 март-ял көнө | ГТРК «Башкортостан»

8 март-ял көнө

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә.  Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 6 ғинуарҙағы ял көнө йома — 9 мартҡа күсерелде. 7 мартта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шулай итеп,...

6 марта 2018
Яндекс.Метрика