Урман мәңгелекме?

Ошо көндәрҙә республиканың урмандарында һәмурман хужалыҡтарында ла эш ҡайнай. Орлоҡ,үҫентеләр әҙерләнә, питомниктар ултыртыла, янғынға ҡаршы көрәш һәм башҡа мәшәҡәттәр. Башҡортостан урманы, йәғни йәш ҡарағай, шыршы ағастары тап ошо урында башланғыс ала. Тубырсыҡ киптереү цехы уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, ул элеккесә тулы көсөнә эшләүен дауам итә. Ноябрь айынан апрелгәсә йыйылған тубырсыҡтарҙан бында орлоҡ әҙерләнә. 24 сәғәт буйына киптерелгән тубырсыҡтарҙың температура режимын теүәл үтәр өсөн бында хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә эшләргә тейеш. Һуңынан  буласаҡ орлоҡтар барабан аша үтә һәм сорттарға бүлеү өсөн махсус  ҡоролмаға оҙатыла. Бер тонна тубырсыҡтан – 10 кг самаһы орлоҡ етештерелә. Һуңынан улар питомниктарға таратыла. Әле Башҡортостанда барлығы 31 урман хужалығы һәм 105 питомник  иҫәпләнә. Бәләбәй урман хужалығының Михайловка участкаһы питомнигы  үҙенең таҙалығы менән айырылып тора.  Стәрлетамаҡ урман хужалығы Белогорск участкаһында урынлашҡан питомник үҫентеләренең төрлөлөгө менән дан тота. Ылыҫлы ағастарҙың ғына бында бер-нисә төрлөһө бар.  Өс йылдан ашҡан ағас-ҡыуаҡтар иһә,  һатыу өсөн тәғәйенләнгән. Бейеклеге бер метрҙан ашҡандарының хаҡы – 1500-2000 һумға баҫа. Үҫентеләрҙең бер, ике йыллыҡтары — Башҡортостан урмандарына ултыртыла. Ун йылдан был бәләкәй шыршылар ҡупшы ағастарға әйләнәсәк һәм  әлеге биләмә ҡуйы урман буласаҡ.  Оло юл буйҙарын йәшәртеү, тау-ташлы урындар трассаға шыуып төшмәһен өсөн дә ҡарағайҙарҙы ултыртыу иң отошло алым, ти белгестәр.  Йәш ағастарҙы ваҡытында ултыртҡан кеүек, урманды үҙ ваҡытында ҡырҡып алыу ҙа мотлаҡ, ти белгестәр. Сөнки зарарлы, сирле ағастарҙың ауырыуы башҡаларға ла күсеү ҡурҡынысы янай. Белгестәр әйтеүенсә, ҡарағайҙың йәшен уның олонона ҡарап иҫәпләп сығарырға мөмкин… Хәҙер ошо ағасҡа нисә йәш икәнлеген билдәләп ҡарайбыҙ…  11 йәш, тимәк. Ҡырҡылған ағастар урынына үҫентеләрҙе ҡайҙан алып ултыртыу, тигән һорау, беҙҙең республикаға янамай, ти урман хужалығы министры.  Ә бына кадрҙар  мәсъәләһе киреһенсә киҫкен тора, ти Марат Искәндәр улы. Урманды йәшәртеү өсөн үҫентеләр, йәш ағастар етерлек булһа ла, йәшеллекте һаҡларға, уны ҡурсаларға кәрәклеген халыҡ онотмаһа ине. Туйындырған да, йылытҡан да, кейендергән урман. Хоҙай биргән ошо байлыҡ урмансыларға ышанып тапшырылған икән, беҙ был бурысты намыҫ менән атҡарырға тейешбеҙ, – тигән фекерҙә урман хужалығы белгест        әре.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр

Быға Өфөлә шаурма ашап 15 кеше ағыуланыу осрағы сәбәпсе булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл Сипайловолағы бистроларҙың береһендә теркәлә, осраҡ буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сипайлово биҫтәһендәге Шаурма нөктәһенән ризыҡ алып ашағандан һуң кинәт ауырып бер кистә генә 15 кеше Йоғошло...

13 сентября 2019
Смотреть видео Шишмәләргә бай район | ГТРК «Башкортостан»

Шишмәләргә бай район

“Алтын бишек” акцияһында ҡатнашыусы ауылдың иһә үҙендә генә 6 сығанаҡ сылтырап аға. Ауылды ҡайһы берҙәр Шүлгән тип тә атай, әммә тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса ауылдың атамаһы – Шулған.  Башҡортостандың төнъяҡ өлөшөндә урынлашҡан Тәтешле районының иң ҙур ауылы – Шулған халҡы, уларҙың...

12 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан башлығы ихаталары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан башлығы ихаталары

Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе. Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе....

12 сентября 2019
Смотреть видео Өҫтәмә белем алыуға бушлай сертификаттар | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтәмә белем алыуға бушлай сертификаттар

Яңы уҡыу йылынан республиканың 36 районында өҫтәлмә белем биреү буйынса өр-яңы пилот проекты эш башлаясаҡ. 5 йәштән 18 йәшкәсә булған һәр балаға муниципаль бюджеттан 8 мең 800 һум бүленә. Әле иҫәп сертификаттарын биреү башланған. Алты йәшен саҡ тултырған Камалияның бүлмәһен тиҫтәләгән миҙал, маҡтау...

11 сентября 2019
Смотреть видео “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары һайлауҙа лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ еңеүгә өлгәште | ГТРК «Башкортостан»

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары һайлауҙа лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ еңеүгә өлгәште

 Партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев белдереүенсә, Башҡортостан һайлаусылары  Берҙәм Рәсәй кандидаттарына иң күп тауыш биргән, был һан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән күпкә юғары. “Һаулыҡ һуҡмағы” проекты артабан үҫтерелә, “Әкиәт урманы” төҙөлә һәм “Торос” тергеҙелеп...

11 сентября 2019
Смотреть видео Республикала Башҡорт ихаталары программаһының беренсе этабы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала Башҡорт ихаталары программаһының беренсе этабы тамамлана

 6 йылға иҫәпләнгән программа сиктәрендә төбәктә барлығы өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырыла. Әле Өфөнөң Киров районында эштәрҙең һуңғы этабы бара. Өфөнөң Менделеев урамында төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында.  Ихата эсенә асфальт һалынған, бордюрҙар ҡуйылған,...

11 сентября 2019
Смотреть видео “Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәре

 “Ауыл табибы” программаһы буйынса Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләп йөрөгән 13 табип бер миллион һумлыҡ сертификат алды. Әйткәндәй быйылдан дәүләт субсидияһына тар йүнәлешле белгестәр ҙә дәғүә итә. Ике ҡатлы йортто төҙөп бөтөргә бер-нисә ай ғына ҡалды, тип ҡыуана Ринат  Рафиҡов....

11 сентября 2019
Смотреть видео Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү | ГТРК «Башкортостан»

Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү

Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү – ошо мәсъәлә буйынса пациенттар йәмәғәт ойошмалары  Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин менән осрашты. Ҡатмарлы һәм һирәк осраған сирҙәр менән яфаланған пациенттарҙы тотҡарлыҡһыҙ дарыуҙар, медицина...

11 сентября 2019
Смотреть видео Өфө халҡын бал йәрминкәһенә саҡыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халҡын бал йәрминкәһенә саҡыралар

Был аҙнала Ленин исемендәге майҙанда “Табындағы бал – ғаиләнең сәләмәтлеге” тип аталған фестиваль үтә. Бында төрлө райондарҙан умартасылар үҙ продукцияһын ҡуясаҡ. Халыҡҡа йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы, шулай уҡ солоҡ балы тәҡдим ителә. Бынан тыш, прополис, инә ҡорт һөтө, һитә һәм башҡа төр тауар...

10 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло һыйырҙар килтерелде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло һыйырҙар килтерелде

Был юлы Венгриянан голштин тоҡомло 157 баш тана ҡайтты. Әле улар карантинға ябылған. Тоҡомло һыйырҙар көнөнә 30 литрға яҡын һөт бирә ала. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. Башҡортостанда «голштин» тоҡомло һыйырҙар иң һөтлөләрҙән һанала. Йыл дауамында бер һыйырҙан уртаса ете мең килограмдан...

10 сентября 2019
Смотреть видео Өфөнөң төнъяғында яңы мәсет төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң төнъяғында яңы мәсет төҙөлә

Шаҡша биҫтәһендә ошо көндәрҙә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды. Изге йорт ике ҡатлы буласаҡ. Бинала ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым ғибәҙәт ҡылыу урындары булдырыла. Проект буйынса мәсет бер юлы өс йөҙләгән кешене ҡабул итә аласак.  Төҙөлөш эше башланған урында элек 7-8 метрлыҡ соҡор...

10 сентября 2019
Смотреть видео Торатау биләмәһе Рәсәйҙә иң уникаль геопаркы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Торатау биләмәһе Рәсәйҙә иң уникаль геопаркы буласаҡ

Был турала Радий Хәбиров тематик кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, геопаркка инвесторҙар йәлеп итеү өсөн инфраструктура булдырыу зарур. Проекттың концепцияһын Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре Сергей Капков тәҡдим итте. Ул биләмәне үҫтереү буйынса эшсе төркөмдө етәкләй. Геопарк составына...

10 сентября 2019
Смотреть видео Өфөлә “аҡыллы туҡталыш”тар бар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “аҡыллы туҡталыш”тар бар

Уларҙың тәүгеләрен Ленин урамында урынлаштырҙылар. Башҡортостан дәүләт концерт залы янындағы заманса туҡталыш видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Бында шулай уҡ телефон, гаджеттарға көс йыйыҙырырға, бушлай вай-фай менән ҡулланырға мөмкин. ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған электрон...

10 сентября 2019
Смотреть видео Хөкүмәт составында артыҡ үҙгәреш булмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәт составында артыҡ үҙгәреш булмаясаҡ

Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Вице-премьерҙар исемлегенә Андрей Назаров өҫтәлеүе хаҡында ла хәбәр итте төбәк етәксеһе. Оператив кәңәшмәне башлап республика етәксеһе йәкшәмбе көн үткән һайлауҙарҙың көнэлгәре һөҙөмтәләрен билдәләне һәм халыҡ бағлаған ышанысты аҡлау тәү...

10 сентября 2019
Смотреть видео Ышаныслы еңеү | ГТРК «Башкортостан»

Ышаныслы еңеү

Башҡортостан Башлығын һайлау һөҙөмтәләре эксперттар күҙаллаған һандарҙан артыҡ айырылмай. Алдан һорау алыуҙар ҙа Радий Хәбировтың башҡа кандидаттарҙан ҡарағанда байтаҡҡа күберәк тауыш йыя аласағын күрһәтте. Һөҙөмтә – 82.2 процент. Һайлау участкалары ябылыу менән Радий Хәбировты һайлауҙар барышын...

10 сентября 2019
Смотреть видео Еңеүселәр тәрбиәләгән еңеүсе | ГТРК «Башкортостан»

Еңеүселәр тәрбиәләгән еңеүсе

Уның тәрбиәләнеүселәре грек-рим көрәше буйынса донъя беренселектәрендә юғары наградалар яулай. Һүҙ халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәмил Сираев тураһында булыр. Халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәмил Сираев 30 йылға яҡын эшләү осоронда 3 тиҫтәгә яҡын...

6 сентября 2019
Смотреть видео Шайморатов генералға дан йырлай халыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Шайморатов генералға дан йырлай халыҡ

112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән флешмобҡа беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Сараға етенсе сентябрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Музыка ҡоралдары урынына биҙерә, көнкүреш...

6 сентября 2019
Смотреть видео Аттестатһыҙ ҡалғандар математиканан өҫтәмә һынау тота | ГТРК «Башкортостан»

Аттестатһыҙ ҡалғандар математиканан өҫтәмә һынау тота

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарының өҫтәмә этабы дауам итә. Бөгөн һынауҙың төп этабында кәрәкле баллдарҙы йыя алмағандар йә башҡа сәбәптәрҙән аттестатһыҙ ҡалғандар математиканан имтихан бирә. Шулай уҡ 9-сыны тамамлағандар өсөн ошо уҡ фән буйынса дәүләт аттестацияһын ҡабаттан тапшырыу...

6 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан һайлауҙарға әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

8 сентябрҙә республикала 818 һайлау кампанияһы үтәсәк. Республика башлығы вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә. Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Өфөнөң Октябрь районы һәм Нефтекама ҡалаһының алтынсы саҡырылыш, урындағы үҙидаралыҡ һайланған органдарына депутаттар һайланы. Башҡортостан башлығын...

6 сентября 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров “Минең бизнес” үҙәге менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров “Минең бизнес” үҙәге менән танышты

Эшҡыуарҙар өсөн берҙәм клиент офисы Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында асылды. Унда эшҡыуарҙарға белгестәрҙән маркетинг, мәғлүмәти, юридик ярҙам һ.б. мәсьәләләр буйынса белешмә алыу мөмкинлеге бар. Йүнселдәр өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса уҡытыу ҙа ойоштороласаҡ. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм...

6 сентября 2019
Смотреть видео Өфөлә милли проекттар буйынса 180 биләмә төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә милли проекттар буйынса 180 биләмә төҙөкләндерелә

 “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Өфөлә генә 180 биләмәне төҙөкләндереү көтөлә. Был маҡсатҡа ҡаҙнанан миллиард ярым һум аҡса тотоноласаҡ. Биш йыл элек ағас-ҡыуаҡ баҫҡан, сүп-сар тулы йырын ярылған был биләмәлә бөгөн күләмле яңыртып ҡороу эштәре йәйелдерелгән....

6 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан дауаханаларында “Аҡыллы ҡабул итеү бүлмәләре” эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан дауаханаларында “Аҡыллы ҡабул итеү бүлмәләре” эшләй

Халыҡ телендәге “Заманса регистратура” Өфөнөң бер-нисә поликлиникаһында, шул иҫәптән 13-сө дауаханала урынлашҡан. Уның эше менән Республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. “Аҡыллы ҡабул итеү бүлмәләре” майнасығы өс өлөшкә – йәшел, ҡыҙғылт-һары һәм ҡыҙылға бүленгән. Ҡыҙыл төҫтәге зонала, ауыр...

6 сентября 2019
Смотреть видео “Алтын бишек” акцияһына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды | ГТРК «Башкортостан»

“Алтын бишек” акцияһына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды

Тамашасылар һорауы буйынса Башҡортостан 24 телеканалы иғлан иткән “Алтын бишек” акцияһына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды. Беҙҙең хәбәрселәребеҙ аҙна һайын республиканың төрлө райондарына сығып "Алтын бишек"кә тиң ауылдар менән танышып ҡайта.  Төп бүләк трактор ҙа үҙ хужаһын көтә. Акция...

5 сентября 2019
Яндекс.Метрика