Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Урман мәңгелекме?

Ошо көндәрҙә республиканың урмандарында һәмурман хужалыҡтарында ла эш ҡайнай. Орлоҡ,үҫентеләр әҙерләнә, питомниктар ултыртыла, янғынға ҡаршы көрәш һәм башҡа мәшәҡәттәр. Башҡортостан урманы, йәғни йәш ҡарағай, шыршы ағастары тап ошо урында башланғыс ала. Тубырсыҡ киптереү цехы уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, ул элеккесә тулы көсөнә эшләүен дауам итә. Ноябрь айынан апрелгәсә йыйылған тубырсыҡтарҙан бында орлоҡ әҙерләнә. 24 сәғәт буйына киптерелгән тубырсыҡтарҙың температура режимын теүәл үтәр өсөн бында хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә эшләргә тейеш. Һуңынан  буласаҡ орлоҡтар барабан аша үтә һәм сорттарға бүлеү өсөн махсус  ҡоролмаға оҙатыла. Бер тонна тубырсыҡтан – 10 кг самаһы орлоҡ етештерелә. Һуңынан улар питомниктарға таратыла. Әле Башҡортостанда барлығы 31 урман хужалығы һәм 105 питомник  иҫәпләнә. Бәләбәй урман хужалығының Михайловка участкаһы питомнигы  үҙенең таҙалығы менән айырылып тора.  Стәрлетамаҡ урман хужалығы Белогорск участкаһында урынлашҡан питомник үҫентеләренең төрлөлөгө менән дан тота. Ылыҫлы ағастарҙың ғына бында бер-нисә төрлөһө бар.  Өс йылдан ашҡан ағас-ҡыуаҡтар иһә,  һатыу өсөн тәғәйенләнгән. Бейеклеге бер метрҙан ашҡандарының хаҡы – 1500-2000 һумға баҫа. Үҫентеләрҙең бер, ике йыллыҡтары — Башҡортостан урмандарына ултыртыла. Ун йылдан был бәләкәй шыршылар ҡупшы ағастарға әйләнәсәк һәм  әлеге биләмә ҡуйы урман буласаҡ.  Оло юл буйҙарын йәшәртеү, тау-ташлы урындар трассаға шыуып төшмәһен өсөн дә ҡарағайҙарҙы ултыртыу иң отошло алым, ти белгестәр.  Йәш ағастарҙы ваҡытында ултыртҡан кеүек, урманды үҙ ваҡытында ҡырҡып алыу ҙа мотлаҡ, ти белгестәр. Сөнки зарарлы, сирле ағастарҙың ауырыуы башҡаларға ла күсеү ҡурҡынысы янай. Белгестәр әйтеүенсә, ҡарағайҙың йәшен уның олонона ҡарап иҫәпләп сығарырға мөмкин… Хәҙер ошо ағасҡа нисә йәш икәнлеген билдәләп ҡарайбыҙ…  11 йәш, тимәк. Ҡырҡылған ағастар урынына үҫентеләрҙе ҡайҙан алып ултыртыу, тигән һорау, беҙҙең республикаға янамай, ти урман хужалығы министры.  Ә бына кадрҙар  мәсъәләһе киреһенсә киҫкен тора, ти Марат Искәндәр улы. Урманды йәшәртеү өсөн үҫентеләр, йәш ағастар етерлек булһа ла, йәшеллекте һаҡларға, уны ҡурсаларға кәрәклеген халыҡ онотмаһа ине. Туйындырған да, йылытҡан да, кейендергән урман. Хоҙай биргән ошо байлыҡ урмансыларға ышанып тапшырылған икән, беҙ был бурысты намыҫ менән атҡарырға тейешбеҙ, – тигән фекерҙә урман хужалығы белгест        әре.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде | ГТРК «Башкортостан»

Тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде

Рәсәйҙә юлда ауырыуҙарға ашыҡҡан тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән һәм табиптарҙың эшенә ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде. Хәҙер штрафтар биш мең һумға тиклем арттырылды. Законды боҙған өсөн өс айҙан бер йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҙә ҡарала. Элек тиҙ ярҙам машинаһына...

7 августа 2019
Смотреть видео Көйөргәҙеләге Ермолаево спирт-араҡы комбинаты ҡайтанан эш башлаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Көйөргәҙеләге Ермолаево спирт-араҡы комбинаты ҡайтанан эш башлаясаҡ

Предприятие хәҙер химик спирт, крахмал етештереү менән шөғөләнәсәк. Бынан тыш, завод мөлкәтен район ҡарамағына күсереү юлдары барлана. Республика Йортонда, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән, “Башлыҡ сәғәте” сиктәрендәге әңгәмәһе барышында,...

7 августа 2019
Смотреть видео Башлыҡ сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Башлыҡ сәғәте

Асҡын районында көкөрт менән дауалау үҙәге төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Ошо турала Республика Йортонда, “Башлыҡ сәғәте” сиктәрендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров  һәм Асҡын районы хакимиәте етәксеһе Ришат Дихин осрашыуы барышында билдәләнде. Асҡындағы социаль сәйәсәт тә иғтибарҙан ситтә...

7 августа 2019
Иҙәк йылғаһында хәл Республика хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Иҙәк йылғаһында хәл Республика хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала

Иҙәк йылғаһында хәл Республика хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мониторинг буйынса махсус эш төркөмө булдырылды. Уға Республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Баширов рәйеслек итә.Белгестәр әйтеүенсә, Иҙәк йылғаһында хәл тоторҡлана бара, ә...

4 августа 2019
Смотреть видео Беренсе халыҡ-ара лагерь | ГТРК «Башкортостан»

Беренсе халыҡ-ара лагерь

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында халыҡ-ара лагерь эшләп килә. Әле унда  Японянан килгән 22 бала шөғөлләнә. Һәләтле йәштәр рус балетының үҙенсәлектәренә төшөнөргә хыяллана. Япон телендәге телмәрҙе ишетеү Башҡор хореография колледжы өсөн быйылғы йәйҙә ғәҙәти күренеш....

2 августа 2019
Смотреть видео Оҫтаның ҡулы башҡа | ГТРК «Башкортостан»

Оҫтаның ҡулы башҡа

 Бөрө ҡалаһында йәшәүсе ун бишлек йәшлек Дмитрий Макеров ағастан төрлө йәнлек һындары, көнкүрештә ҡулланылған һауыт-һабалар, ҡумталар эшләү менән мауыға. Уның эштәре менән хәҙер сит ил кешеләре лә ҡыҙыҡһына. Бындай һәләт уға кемдән күскән? Киләсәктә ул ниндәй һөнәр һайлаясаҡ? Эшкә бар...

2 августа 2019
Смотреть видео Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре

Геманияның Франкфурт-на-Майне ҡалаһында билдәһеҙ ир ҡатын менән баланы тимер юлына этеп төшөргән. Һөҙөмтәлә, улар станцияға яҡынлашҡан поезд аҫтында ҡала. Һигеҙ йәшлек малай шунда уҡ ғүмерен юғалта. Әсәһен табиптар ҡотҡарып ҡалған. Енәйәтсе ир тағы ла бер кешегә һөжүм итергә йыйынған, тик уны...

2 августа 2019
Смотреть видео Бейек тауҙарға үрләүсе | ГТРК «Башкортостан»

Бейек тауҙарға үрләүсе

Башҡортостандың дәүләт наградаһы - Салауат Юлаев ордены менән Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Рафаэль Исхаҡов бүләкләнде. Афған ветераны күптәр өсөн өлгөлө шәхес. Әүҙем спорт менән шөғөллөнеү уға йәшәргә...

2 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт һәм матбуғат өлкәһендә намыҫлы эшләгән 64 һөнәри оҫтаһы бар. За кадром. “Алдындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн” ордены менән 2 кеше...

2 августа 2019
Смотреть видео Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында махсус иҡтисади зоналар барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында махсус иҡтисади зоналар барлыҡҡа киләсәк

 Был турала Республика йортонда үткән инвестиция сәғәтендә хәбәр ителде. Дөйөм биләмәнең майҙаны 450 гектарҙан ашыу булыр тип көтөлә. 7 компания был зоналарға дәғүә белдергән дә инде. Уларҙың икәүһе менән килешеү төҙөлдө. Тағы ла бер инвест-проект тормошҡа ашырылырға әҙерләнә. Киләһе аҙанала...

2 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә

 Эштәрҙең барышы менән хөкүмәт йортонда  үткән “Мәғариф сәғәтендә” таныштылар. Белем биреү учреждениеларыныү әҙерлеген баһалау июлдә башланып, август уртаһында тамамланырға тейеш. Профилле комиссиялар составында мәғариф өлкәһе һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре. Төп иғтибар мәктәптәрҙеү...

2 августа 2019
Смотреть видео Өфөлә балалар баҡсалары берҙәм туҡланыу операторына күсте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә балалар баҡсалары берҙәм туҡланыу операторына күсте

Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе хәҙер "Балалар диеталы туҡланыу үҙәге" ашатасаҡ. Башҡалала берҙәм балалар менюһы ла барлыҡҡа килде. Уны технологтар ике аҙна һайын яңыртып, бала организмына кәрәкле витаминдарҙы иҫәпкә алып тулыландырып торасаҡ. Ошо көндәрҙә мәктәп һәм балалар  туҡланыу үҙәге ҡайнап...

1 августа 2019
Смотреть видео Республикала оноколоник сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлеге арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала оноколоник сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлеге арта

Өфөлә ПЭТ-технолоджи ядро медицинаһы үҙәгендә икенсе позитрон-эмиссион томографияһы сканеры эшләй башланы. Медицина үҙәге эшмәкәрлеге менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. Яңы заманса аппарат ярҙамында һаулыҡ һаҡлау учрежденияһы йылына ике тапҡыр ярымға күберәк, йәғни кәмендә 12 меңдән...

1 августа 2019
Смотреть видео Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре яҡшы

Әммә был тынысланырға сәбәп түгел. Республика хөкүмәтендә Башҡортостандың социаль – иҡтисади үҫешенә ярты йыллыҡ йомғаҡтарҙы барлап Рәдий Хәбиров шулай тине. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, бихисап тармаҡтарҙа үҫеш күҙәтелә. 2019 йылдың беренсе ярты йыллығы прогноз күрһәткесәтәренән дә яҡшы булып...

1 августа 2019
Смотреть видео Республикала һәүәҫәкәр балыҡсылыҡ тураһындағы закон ҡабул ителде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала һәүәҫәкәр балыҡсылыҡ тураһындағы закон ҡабул ителде

Был документ балыҡты нимә менән тоторға ярауын, ниндәй сикләүҙәр булыуын билдәләй. Ҡала һәм көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итеү өсөн күп кәрәкмәй. Ҡармаҡ тотоп яр башында ултырыу ҙа етә. Әммә ошондай, тәү ҡарашҡа, ябай шөғөлдә лә хоҡуҡи яҡты оноторға ярамай. Бөтәһе лә һыу буйына килгәс тә башлана. Нимә...

31 июля 2019
Смотреть видео Радик Мәсәғүтовтың апелляция ялыуы 20-се августа ҡараласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Радик Мәсәғүтовтың апелляция ялыуы 20-се августа ҡараласаҡ

Башҡортостандың Юғары суды ошондай ҡарар ҡабул итте. Сөнки, бөтә яҡтар ҙа апелляция материалдары менән танышып бөтмәгән. Шуға күрә, юғары инстанция судты һуңғараҡҡа күсерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, психотерапевт Радик Мәсәғүтов 16 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнә. Өфөнөң Совет районы суды уны 9 йылға...

31 июля 2019
Смотреть видео Сит ил фильмдарына оҡшаш уҙыш | ГТРК «Башкортостан»

Сит ил фильмдарына оҡшаш уҙыш

Полиция хеҙмәткәрҙәре башҡалала иҫерек водитель артынан ҡыуғын ойоштора. Руль артында иҫерек ҡыҙ үҙенең әхирәттәре менән ошо рәүешле шаярған, күрәһең. Әммә водитель таныҡлығы ла булмаған автоһәүәҫкәрҙе ҡәтғи ҡарар көтә. Был хаҡта Рәсәй медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында республиканың баш...

31 июля 2019
Смотреть видео Буласаҡ донъя чемпионы | ГТРК «Башкортостан»

Буласаҡ донъя чемпионы

Өфөлә йәшәүсе Вильдан Ғәлеасҡаров джиу-джитсу буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал яулап ҡайтты. Әммә, 8 йәшлек спортсы бының менән генә туҡтап ҡалырға уйламай. Ул ата-әсәһенә мотлаҡ донъя чемпионы буласаҡмын тип вәғәҙәләгән. Уңыш – ул мөғжизә түгел, уңыш – ул көн һайын тырышып эшләү, ти...

30 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә билдәле шәхестәрҙең портреттарын һатыу арҡаһында ығы-зығы ҡуба | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә билдәле шәхестәрҙең портреттарын һатыу арҡаһында ығы-зығы ҡуба

Йәш рәссамдың был ҡылығы ҡайһы берәүҙәргә бик үк оҡшап етмәй. Рәссам, әлбиттә, атайымдың ҡарашын, эске хис-тойғоларын тулыһынса асып бирә алған, ти Руслан Баҙыҡов. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовҡа портрет бер һүҙһеҙ оҡшай, тик уның һатыуға ҡуйылыуына билдәле...

30 июля 2019
Смотреть видео Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре

Гонконгта хөкүмәткә ҡаршы сығыштар дауам итә. Үткән ялдарҙа 250 меңдән ашыу кеше манифестта ҡатнашҡан. Акция рөхсәтһеҙ үткәрелгән, шуға демонстрацияға йыйылғандарҙы таратыр өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Әйтергә кәрәк, Гокнонгта сыуалыштар ике ай дауам итә. Халыҡ...

30 июля 2019
Смотреть видео Иҫке йорттан - яңы иҫке йортҡа | ГТРК «Башкортостан»

Иҫке йорттан - яңы иҫке йортҡа

Өфөнөң Дим районынында “Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү” программаһы буйынса тапшырылған фатирҙар йәшәү өсөн яраҡһыҙ булып сыға. Урындағы халыҡ 4 йылдан ашыу ғәҙеллек өсөн көрәшә. Дим районының Якуб Колас урамында урынлашҡан йорттарҙағы проблемалар бер-нисә йыл дауам итә. Яңы...

30 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә

Оҙон блға сығыусы пассажирҙарҙың хәҙер уңайлы һәм заман талаптарына яуап биргән транспортта оҙон юлға сығыу мөмкинлеге буласаҡ. Республиканың төп автотранспорт предприятеһы “Башавтотранстың” техник базаһы яңыртыла. Ойошмаға өр-яңы 6 автобус бирелде. Нефтекамалағы заводта сығарылған машиналар Өфө...

30 июля 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне

Августан һәр райондың бизнес-шерифы буласаҡ. Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эште йәһәтерәк атҡарыу бурысын ҡуйҙы республика етәксеһе. Уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе оператив кәңәшмәнең...

30 июля 2019
Яндекс.Метрика