Урман мәңгелекме?

Ошо көндәрҙә республиканың урмандарында һәмурман хужалыҡтарында ла эш ҡайнай. Орлоҡ,үҫентеләр әҙерләнә, питомниктар ултыртыла, янғынға ҡаршы көрәш һәм башҡа мәшәҡәттәр. Башҡортостан урманы, йәғни йәш ҡарағай, шыршы ағастары тап ошо урында башланғыс ала. Тубырсыҡ киптереү цехы уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, ул элеккесә тулы көсөнә эшләүен дауам итә. Ноябрь айынан апрелгәсә йыйылған тубырсыҡтарҙан бында орлоҡ әҙерләнә. 24 сәғәт буйына киптерелгән тубырсыҡтарҙың температура режимын теүәл үтәр өсөн бында хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә эшләргә тейеш. Һуңынан  буласаҡ орлоҡтар барабан аша үтә һәм сорттарға бүлеү өсөн махсус  ҡоролмаға оҙатыла. Бер тонна тубырсыҡтан – 10 кг самаһы орлоҡ етештерелә. Һуңынан улар питомниктарға таратыла. Әле Башҡортостанда барлығы 31 урман хужалығы һәм 105 питомник  иҫәпләнә. Бәләбәй урман хужалығының Михайловка участкаһы питомнигы  үҙенең таҙалығы менән айырылып тора.  Стәрлетамаҡ урман хужалығы Белогорск участкаһында урынлашҡан питомник үҫентеләренең төрлөлөгө менән дан тота. Ылыҫлы ағастарҙың ғына бында бер-нисә төрлөһө бар.  Өс йылдан ашҡан ағас-ҡыуаҡтар иһә,  һатыу өсөн тәғәйенләнгән. Бейеклеге бер метрҙан ашҡандарының хаҡы – 1500-2000 һумға баҫа. Үҫентеләрҙең бер, ике йыллыҡтары — Башҡортостан урмандарына ултыртыла. Ун йылдан был бәләкәй шыршылар ҡупшы ағастарға әйләнәсәк һәм  әлеге биләмә ҡуйы урман буласаҡ.  Оло юл буйҙарын йәшәртеү, тау-ташлы урындар трассаға шыуып төшмәһен өсөн дә ҡарағайҙарҙы ултыртыу иң отошло алым, ти белгестәр.  Йәш ағастарҙы ваҡытында ултыртҡан кеүек, урманды үҙ ваҡытында ҡырҡып алыу ҙа мотлаҡ, ти белгестәр. Сөнки зарарлы, сирле ағастарҙың ауырыуы башҡаларға ла күсеү ҡурҡынысы янай. Белгестәр әйтеүенсә, ҡарағайҙың йәшен уның олонона ҡарап иҫәпләп сығарырға мөмкин… Хәҙер ошо ағасҡа нисә йәш икәнлеген билдәләп ҡарайбыҙ…  11 йәш, тимәк. Ҡырҡылған ағастар урынына үҫентеләрҙе ҡайҙан алып ултыртыу, тигән һорау, беҙҙең республикаға янамай, ти урман хужалығы министры.  Ә бына кадрҙар  мәсъәләһе киреһенсә киҫкен тора, ти Марат Искәндәр улы. Урманды йәшәртеү өсөн үҫентеләр, йәш ағастар етерлек булһа ла, йәшеллекте һаҡларға, уны ҡурсаларға кәрәклеген халыҡ онотмаһа ине. Туйындырған да, йылытҡан да, кейендергән урман. Хоҙай биргән ошо байлыҡ урмансыларға ышанып тапшырылған икән, беҙ был бурысты намыҫ менән атҡарырға тейешбеҙ, – тигән фекерҙә урман хужалығы белгест        әре.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикаға эҫе көндәр ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға эҫе көндәр ҡайта

Синоптиктар ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 34 градусҡа етер, тип фаразлай. Бөгөндән иһә тотош республикала 30 градуслы эҫе көндәр торасаҡ. Бындай һауа торошо киләһе ял көндәренә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә.

5 августа 2020
Смотреть видео Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә

 Ҡала паркында ул 30 йыл торғандан һуң урындағы хакимиәт, ниһәйәт, уны яңыртырға ҡарар иткән. Ишембай машина эшләү заводы хәрби техника етештереүе менән бөтә илгә билдәле. Үҙенең 40 йыллыҡ тарихында ул 2 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлы транспорт етештергән. Әле иһә Рәсәй оборона министрлығы заказы...

5 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә.

Башҡортостан бал етештереү сәнәғәте буйынса халыҡ-ара проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров “Отрада” компаниялары төркөмө акционерҙары һәм Франция инвесторҙарын ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәктә экспорт йүнәлешле бал етештереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Инвестиция...

5 августа 2020
Смотреть видео Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә

Башҡортостанда әле тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаҡтарҙы арттырыу мәсьәләһен ентекләп тикшерегә ҡушты.Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн...

5 августа 2020
Смотреть видео Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы

Өфө районы  Миловка ауыл советы  биләмәһендә зыярат төҙөү ҡарала. Ҡәберлек өсөн  86 гектар ер бүленгән. Проект күптән әҙер, әммә эргә-тирәләге ауыл халҡы был төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдерә.  Зөлфиә Аҡбашеваның инде күптән күңеле тыныс түгел. Уның баҡсаһынан 50 метр алыҫлыҡта ғына...

5 августа 2020
Смотреть видео 866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк

 Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль фонд республикала проблемалы йорттар төҙөлөшөн финанслаясаҡ. Улар Иглин районында урынлашҡан. Республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо мәсьәлә тикшерелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе...

5 августа 2020
Смотреть видео Иглин һуғаны | ГТРК «Башкортостан»

Иглин һуғаны

Ғалимдар юғалып барған данлыҡлы Иглин һуғанын тергеҙә. Яңы сорт «Иглин-2» тип аталасаҡ. 89 йәшен тултырып килеүсе Татьяна Емельяновнаға һуған үҫтереү серҙәре бала саҡтан таныш. Бар ғүмерем ошо йәшелсә менән бәйле, ти ул. Әле лә баҡсала 20 сорт һуған ултыртылған.Савичевтар ғаиләһе өсөн һуған үҫтереп...

4 августа 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ юлдар | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ юлдар

Өфөлә  хәүефле юл участкалары тикшерелде. Бигерәк тә мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырыу, яҡтыртыу бурысы ҡуйылды. Башҡаланың Жуков урамының был өлөшөндә машиналар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә йөрөй. Ә юл аша ғына ҙур сауҙа үҙәге урынлашҡан. Йыш ҡына авариялар...

4 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

4 августа 2020
Смотреть видео Ер бүлеме урынына 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер бүлеме урынына 250 мең һум

Башҡортостанда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүлеме урынына 250 мең һум аҡса бирелеүе ихтимал. Был проектты  сентябрҙән ғәмәлгә ашыра башлау ҡарала. Түләүгә кемдәр дәғүә итә ала, уны нимәгә тотонорға мөмкин? Был яланда һуңғы тапҡыр арыш йыйыла. Оҙаҡламай ошо биләмәлә...

4 августа 2020