Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Американың Иллинойс штатында химзавод шартлаған. Был мәлдә бинала 9 кеше булған. Дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ уларҙың берәүһе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Фажиғә урынында тағы ла бер эшсенең мәйете табылған. Көслө шартлауҙан эргә-тирәләге биналар ҙа зыян күргән.
  • Буэнос-Айрес, Нью-Йорк, Гонконг: донъяның төрлө ҡалаларында “Үлемһеҙ полк” акцияһы үткән. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сарала Америка Ҡушма штаттары ҡалаларының 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң күләмлеһе Нью-Йоркта 2 мең ҡатнашыусыны йыйған. Австралияның Мельбурн ҡалаһында ла йөҙләгән кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарының фоторәсемдәрен тотоп, акцияға ҡушылған.  Гонконг та беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк”ка ҡушылған.
  • Санкт-Петербургта боҙватҡыстар фестивале үткән. Алтынсы рәттән уҙғарылған сарала флоттың Капитан Сорокин, Невская застава, Иван Крузенштерн һәм Санкт-Петербург исемле суднорлары ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарға асыҡ палубалар буйлап экскурсиялар ойошторолған. 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән боҙватҡыстар фестиваленә 70 меңдән ашыу кеше ҡарарға килгән.
Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Фольклориаданың логотибы барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориаданың логотибы барлыҡҡа килде

Башҡортостан ике йылдан күләмле сара-фольклориадала ҡатнашыусылдарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Донъя кимәлендә үтәсәк был мәҙәни сараның үҙ логотибы барлыҡҡа килде. Ул дизайнер Андрей Масленниковтың эше. Конкурсҡа 70-тән ашыу ғариза бирелгән. Еңеүсе — аҡсалата приз, ә барлыҡ ҡатнашыусылар рәхмәт...

26 ноября 2018
Смотреть видео Ноябрьскийҙа “башҡорт ихатаһын” булдырырға ниәтләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Ноябрьскийҙа “башҡорт ихатаһын” булдырырға ниәтләйҙәр

Алыҫ Себерҙәге был ҡалала йәшәүсе башҡорт йүнселдәре үҙ ихатаһында ҡош-ҡорт, мал – тыуар тота.  “Мәңгелек боҙлоҡ” илендә йәшәүселәр өсөн һыйыр- кәзәләр, тауыҡ-ҡаҙҙар ят күренеш. Шуға ла, Алик менән Зөлфиә Иҫәновтар ихатаһы экскурсияға килгән балалар менән тулы.

26 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең хәрби-космос көстәре  Сүриәнең Алеппо ҡалаһына химик боеприпастар менән һөжүм иткән террорсыларҙың базаларын утҡа тотто. Был турала Рәсәй оборона министрлығының рәсми вәкиле, генерал-майор Игонрь Конашенков белдерҙе. Рәсәй федераль именлек хеҙмәте беҙҙең сикте законһыҙ үткән ...

26 ноября 2018
Смотреть видео Фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә | ГТРК «Башкортостан»

Фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә

Башҡала үҙәгендә торлаҡ йорттар төҙөлөшөн йәйелдергән ике ойошма бер-береһен ялғанлыҡта ғәйепләй. Бәхәс һөҙөмтәһендә фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә. “Инициатива” атамалы фирма НФСК исемле партнеры менән беренсе йыл ғына хеҙмәттәшлек итмәгәнен таный. Йорт күтәргән өсөн әҙер фатирҙар...

26 ноября 2018
Смотреть видео Республика етәксеһе юлдарҙа фажиғәләрҙе кәметеү өсөн етди саралар күреүҙе талап итә | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе юлдарҙа фажиғәләрҙе кәметеү өсөн етди саралар күреүҙе талап итә

Юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү мәсьәләһе бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә лә күтәрелде. Башҡортостанда 2018 йылдың 10 айында аварияларҙа 148 кеше һәләк булған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров фажиғәләрҙе кәметеү өсөн етди саралар күреү бурысын ҡуйҙы.

26 ноября 2018
Смотреть видео  Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде

Республикала коммуналь хеҙмәттәр, ысын мәғәнәһендә, ҡар менән көрәшә. Бына өсөнсө көн туҡтауһыҙ ҡар яуа. Көнөн дә, төнөн дә ҡала урамдарында техника эшләүенә һәр кем тиерлек иғтибар иткәндер.  Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде.  Ошо көндәрҙә генә башҡаланан әллә...

26 ноября 2018
Смотреть видео Киләһе ялдарҙа көндәр һыуына | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе ялдарҙа көндәр һыуына

Һауа температураһы 25 градусҡа тиклем төшәсәк, тип хәбәр итә синоптиктар. 24 ноябрҙең төнөндә -14, аяҙайытҡанда -25кә тиклем етәсәк. Арктиканың һыуыҡ ағымы ҡыҫҡаса була, 25 ноябргә бер аҙ йылыта. Төндә 13, көндөҙ 9 градусҡа тиклем һалҡын булыуы күҙаллана. Әйтергә кәрәк, күпләп яуған яуым-төшөмдән...

23 ноября 2018
Смотреть видео 38 көндән-Яңы йыл | ГТРК «Башкортостан»

38 көндән-Яңы йыл

 Өфөлә йыр-бейеү, күңелле уйындар менән төп шыршыны ҡаршы алдылар. Ел-дауыл, буранға ҡарамай, уны уҙған төндә Благовещен районынан килтерҙеләр. Йәшел ҡупшыҡайҙы Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Юл-хәрәкәте дәүләт инспекцияһы һәм “Горзеленхоз” хеҙмәткәрҙәре ҡаршыланы. Яңы йыл символы Ленин майҙанында урын...

23 ноября 2018
Смотреть видео 60 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп | ГТРК «Башкортостан»

60 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Тамара һәм Юрий Гудаловтар гәүһәр туйҙарын билдәләне. Юрий Гудалов бер байрамда ла үҙенең тормош иптәшен гөлләмәһеҙ ҡалдырмай. Был юлы ла ул үҙҙәренең 60 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итеүҙәре хөрмәтенән һөйгән йәренә бүләк эшләргә була. Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер итеүсе...

23 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа илдәрендә йәшәүсе һәр алтынсы кешенең психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған. Был турала Еврокомиссия докладында әйтелә. Ундағы мәғлүмәттәргә ярашлы, күңел төшөнкөлөгө, невроз, кәйеф ҡырылыу кеүек ауырыуҙар башлыса спиртлы эсемлектәр һәм наркотиктар ҡулланыуҙар барлыҡҡа килә. Был проблемалар бигерәк тә...

23 ноября 2018
Яндекс.Метрика