Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Американың Иллинойс штатында химзавод шартлаған. Был мәлдә бинала 9 кеше булған. Дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ уларҙың берәүһе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Фажиғә урынында тағы ла бер эшсенең мәйете табылған. Көслө шартлауҙан эргә-тирәләге биналар ҙа зыян күргән.
  • Буэнос-Айрес, Нью-Йорк, Гонконг: донъяның төрлө ҡалаларында “Үлемһеҙ полк” акцияһы үткән. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сарала Америка Ҡушма штаттары ҡалаларының 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң күләмлеһе Нью-Йоркта 2 мең ҡатнашыусыны йыйған. Австралияның Мельбурн ҡалаһында ла йөҙләгән кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарының фоторәсемдәрен тотоп, акцияға ҡушылған.  Гонконг та беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк”ка ҡушылған.
  • Санкт-Петербургта боҙватҡыстар фестивале үткән. Алтынсы рәттән уҙғарылған сарала флоттың Капитан Сорокин, Невская застава, Иван Крузенштерн һәм Санкт-Петербург исемле суднорлары ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарға асыҡ палубалар буйлап экскурсиялар ойошторолған. 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән боҙватҡыстар фестиваленә 70 меңдән ашыу кеше ҡарарға килгән.
Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Транспорт сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Транспорт сәғәте

“Транспорт сәғәтендә” Республиканың транспорт һәм юл инфрастуктураһын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Хөкүмәт ағзалары, ведомство предприятиелар һәм муниципалитет етәкселәре видеокәңәшмә режимында фекер алышты. Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәттәрен айына бер...

27 ноября 2018
Смотреть видео Үлемесле авариялар арта | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле авариялар арта

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Үлемесле авариялар арта. Был, тәү сиратта, водителдәрҙең ихтибарһыҙлығына, ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүенә лә бәйле. Бөрө районында бөгөн ВАЗ машинаһы ҡаршы яҡ юлға сығып Форд менән бәрелеште. Бер кеше һәләк...

27 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә

Бөгөн айырым райондарҙа юлдарҙы көрт баҫыуы, көньяҡ райондарҙа епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.  29 ноябрҙән көндәрҙе 25 градусҡаса һыуытасаҡ. Әле республикала коммуналь хужалыҡтар  тәүлек әйләй. Өфөлә ике сменалы эш режимы индерелгән. Урамдарҙы, йорт алдарын  ҡарҙан...

27 ноября 2018
Смотреть видео Башҡа таштар | ГТРК «Башкортостан»

Башҡа таштар

Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радио тапшырыуҙар компанияһы “Башҡа таштар” тапшырыуҙар циклын дауам итә. Унда серле көскә эйә булған шифалы таштар тураһында һүҙ бара. Иртәгә “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуында таштар һәм ҡөръән сүрәләре ярҙамында дауалаған Нәcимә Әлмөхәмәтова менән...

26 ноября 2018
Смотреть видео Фольклориаданың логотибы барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориаданың логотибы барлыҡҡа килде

Башҡортостан ике йылдан күләмле сара-фольклориадала ҡатнашыусылдарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Донъя кимәлендә үтәсәк был мәҙәни сараның үҙ логотибы барлыҡҡа килде. Ул дизайнер Андрей Масленниковтың эше. Конкурсҡа 70-тән ашыу ғариза бирелгән. Еңеүсе — аҡсалата приз, ә барлыҡ ҡатнашыусылар рәхмәт...

26 ноября 2018
Смотреть видео Ноябрьскийҙа “башҡорт ихатаһын” булдырырға ниәтләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Ноябрьскийҙа “башҡорт ихатаһын” булдырырға ниәтләйҙәр

Алыҫ Себерҙәге был ҡалала йәшәүсе башҡорт йүнселдәре үҙ ихатаһында ҡош-ҡорт, мал – тыуар тота.  “Мәңгелек боҙлоҡ” илендә йәшәүселәр өсөн һыйыр- кәзәләр, тауыҡ-ҡаҙҙар ят күренеш. Шуға ла, Алик менән Зөлфиә Иҫәновтар ихатаһы экскурсияға килгән балалар менән тулы.

26 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең хәрби-космос көстәре  Сүриәнең Алеппо ҡалаһына химик боеприпастар менән һөжүм иткән террорсыларҙың базаларын утҡа тотто. Был турала Рәсәй оборона министрлығының рәсми вәкиле, генерал-майор Игонрь Конашенков белдерҙе. Рәсәй федераль именлек хеҙмәте беҙҙең сикте законһыҙ үткән ...

26 ноября 2018
Смотреть видео Фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә | ГТРК «Башкортостан»

Фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә

Башҡала үҙәгендә торлаҡ йорттар төҙөлөшөн йәйелдергән ике ойошма бер-береһен ялғанлыҡта ғәйепләй. Бәхәс һөҙөмтәһендә фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә. “Инициатива” атамалы фирма НФСК исемле партнеры менән беренсе йыл ғына хеҙмәттәшлек итмәгәнен таный. Йорт күтәргән өсөн әҙер фатирҙар...

26 ноября 2018
Смотреть видео Республика етәксеһе юлдарҙа фажиғәләрҙе кәметеү өсөн етди саралар күреүҙе талап итә | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе юлдарҙа фажиғәләрҙе кәметеү өсөн етди саралар күреүҙе талап итә

Юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү мәсьәләһе бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә лә күтәрелде. Башҡортостанда 2018 йылдың 10 айында аварияларҙа 148 кеше һәләк булған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров фажиғәләрҙе кәметеү өсөн етди саралар күреү бурысын ҡуйҙы.

26 ноября 2018
Смотреть видео  Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде

Республикала коммуналь хеҙмәттәр, ысын мәғәнәһендә, ҡар менән көрәшә. Бына өсөнсө көн туҡтауһыҙ ҡар яуа. Көнөн дә, төнөн дә ҡала урамдарында техника эшләүенә һәр кем тиерлек иғтибар иткәндер.  Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде.  Ошо көндәрҙә генә башҡаланан әллә...

26 ноября 2018
Яндекс.Метрика