Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Американың Иллинойс штатында химзавод шартлаған. Был мәлдә бинала 9 кеше булған. Дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ уларҙың берәүһе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Фажиғә урынында тағы ла бер эшсенең мәйете табылған. Көслө шартлауҙан эргә-тирәләге биналар ҙа зыян күргән.
  • Буэнос-Айрес, Нью-Йорк, Гонконг: донъяның төрлө ҡалаларында “Үлемһеҙ полк” акцияһы үткән. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сарала Америка Ҡушма штаттары ҡалаларының 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң күләмлеһе Нью-Йоркта 2 мең ҡатнашыусыны йыйған. Австралияның Мельбурн ҡалаһында ла йөҙләгән кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарының фоторәсемдәрен тотоп, акцияға ҡушылған.  Гонконг та беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк”ка ҡушылған.
  • Санкт-Петербургта боҙватҡыстар фестивале үткән. Алтынсы рәттән уҙғарылған сарала флоттың Капитан Сорокин, Невская застава, Иван Крузенштерн һәм Санкт-Петербург исемле суднорлары ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарға асыҡ палубалар буйлап экскурсиялар ойошторолған. 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән боҙватҡыстар фестиваленә 70 меңдән ашыу кеше ҡарарға килгән.
Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула | ГТРК «Башкортостан»

Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула

Ил тарихында иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе – Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула. Тап ғинуар айында ошо тарихиты үҙгәрткән мөһим ваҡиғалар була.  1943 йылдың 18 ғинуарында ҡуласа өҙөлә һәм тағы ла бер йыл үткәс кенә, 1944 йылдың 27 ғинаурында Ленинград ҡамауҙан тулыһынса азат ителә...

15 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла “һары жилеттар”ҙың ҡаршылыҡ акцияһы барышында тағы ла 240 кеше ҡулға алынған. Париж, Марсель, Страсбург һәм башҡа ҡалаларҙың урамдарына 84 мең кеше сыҡҡан. Манифестанттарға ҡаршы полиция водометтар һәм күҙҙән йәш сығара торған газ ҡулланған. Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында газ...

15 января 2019
Смотреть видео Электрон чип. Әлегә хайуандарҙа | ГТРК «Башкортостан»

Электрон чип. Әлегә хайуандарҙа

Урам буйында ташландыҡ хайуандарға кем ярҙам итер? Ғинуар айында дүрт аяҡлыларҙы яҡлау буйынса закон үҙ көсөнә инде. Бынан тыш, хайуандарға электрон чип ҡуйыу ҙа был мәсьәләне хәл итеүгә этәргес булып тора, тип белгестәр. Влада Жаркая өсөн эт - иң тоғро һәм яҡын дуҫ. Бәләкәй сағынан был йорт...

15 января 2019
Смотреть видео Алданған өлөшсөләр менән тығыҙ бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Алданған өлөшсөләр менән тығыҙ бәйләнеш

Республика етәксеһе Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшөндә алданғандар менән даими осрашыуҙар ойошторорға ҡушты. Был турала ул "Төҙөлөш сәғәте" рәүешендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Алданған кешеләр менән әңгәмә системаһы бар. Көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Бындай осрашыуҙар даими булырға тейеш,...

15 января 2019
Смотреть видео Урман ҡупшыҡайҙары... сүплектә | ГТРК «Башкортостан»

Урман ҡупшыҡайҙары... сүплектә

 Иҫке йыл үтеү менән хужалар, ҡасандыр фатирҙы йәмләп торған шыршыларҙы  урамға ташлауҙы хуп күрә. Өфөлә хәҙер йәшел ҡупшыҡайҙарҙы эшкәртеп унан төҙөлөш материалы етештерәсәктәр. Үҙенсәлекле акция ойошмаларҙың береһе башланғысы менән  ойошторолған.  Ҡаланың торлаҡ идаралығы...

15 января 2019
Смотреть видео Ҡалдыҡтар сығарыу өсөн февралдә түләү башлана | ГТРК «Башкортостан»

Ҡалдыҡтар сығарыу өсөн февралдә түләү башлана

Башҡортостанда йәшәүселәр көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн февралдә түләй башлаясаҡ. Был турала вице-премьер, торлаҡ комммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев белдерҙе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтелгән хеҙмәт өсөн хаҡтарҙы төшөрөү талабын ҡуйҙы. 

15 января 2019
Смотреть видео Өфөлә архитектура ҡомартҡылары тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә архитектура ҡомартҡылары тергеҙелә

Свердлов урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә бер туған сауҙагәрҙәр Федор һәм Григорий Соловьевтар йәшәгән. Ҡомартҡыны яңыртыу 2 йыл элек башланғайны. Бер туған сауҙагәрҙәрҙең йорто 19 быуат аҙағында төҙөлгән. 1 ҡатлы йортта кесе Соловьев йәшәгән. 2 ҡатлы йортта иһә олкән ағаһы – Григорий...

14 января 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров эскелеккә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров эскелеккә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы

Бөгөн республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Учалылағы ғәҙәттән тыш хәлгә туҡталып Радий Хәбиров эскелеккә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы. Эскелек, спиртлы эсемлектәр эсеп ағыуланыуға ҡаршы  комплекслы программа кәрәк тине, республика етәксеһе.

14 января 2019
Смотреть видео Самолет Өфө аэропортына ултыра алманы | ГТРК «Башкортостан»

Самолет Өфө аэропортына ултыра алманы

Мәскәүҙән Өфөгә осоусы самолеттың Екатеринбург аэропортына ултырыуына ла һауа торошо сәбәпсе. Самолет ике тапҡыр Өфө аэропортына ултыра алмай, күрше ҡалаға осорға мәжбүр була. 143 пассажир Екатеринбургта отелгә урынлаштырылған, йылы аш менән тәьмин ителгән.

14 января 2019
Смотреть видео ЮХХДИ юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

ЮХХДИ юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра

Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра. Республикала көндәрҙе йылытып һыуытыу сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Авариялар артты. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, айырым райондарҙа көндөҙ 0-5 градус һыуыҡ булһа, төндә 20 градусҡаса һыуытасаҡ.

14 января 2019
Яндекс.Метрика