Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Американың Иллинойс штатында химзавод шартлаған. Был мәлдә бинала 9 кеше булған. Дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ уларҙың берәүһе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Фажиғә урынында тағы ла бер эшсенең мәйете табылған. Көслө шартлауҙан эргә-тирәләге биналар ҙа зыян күргән.
  • Буэнос-Айрес, Нью-Йорк, Гонконг: донъяның төрлө ҡалаларында “Үлемһеҙ полк” акцияһы үткән. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сарала Америка Ҡушма штаттары ҡалаларының 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң күләмлеһе Нью-Йоркта 2 мең ҡатнашыусыны йыйған. Австралияның Мельбурн ҡалаһында ла йөҙләгән кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарының фоторәсемдәрен тотоп, акцияға ҡушылған.  Гонконг та беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк”ка ҡушылған.
  • Санкт-Петербургта боҙватҡыстар фестивале үткән. Алтынсы рәттән уҙғарылған сарала флоттың Капитан Сорокин, Невская застава, Иван Крузенштерн һәм Санкт-Петербург исемле суднорлары ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарға асыҡ палубалар буйлап экскурсиялар ойошторолған. 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән боҙватҡыстар фестиваленә 70 меңдән ашыу кеше ҡарарға килгән.
Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Швейцарияла – яғыулыҡ етмәй. Йәй һәм көҙ миҙгелдәренең эҫе булыуы арҡаһында Рейн йылғаһында һыу кәмегән. Ә тап ошо һыу артерияһы буйлап илгә дизель яғыулығының 70 проценты  һәм бензиндың  дүрттән бер өлөшө килтерелә ине. Башҡа төр юлдар был дефицитты өлөшләтә генә ҡаплай ала. Әммә властар...

20 ноября 2018
Смотреть видео Баҡса һәм дачалар мәсьәләһе | ГТРК «Башкортостан»

Баҡса һәм дачалар мәсьәләһе

Өфө янында санитар зонала урынлашҡан баҡса һәм дачаларҙы хосусилаштырырға йә һатырға рөхсәт ителмәй. Әммә, улар менән файҙаланыуҙы бер кем дә сикләмәй. Башҡортостандың Коституция судында бөгөн баҡса һәм дача хужаларының дәғүәләре тикшерелде. Республиканың Министрҙар кабинеты 1995-се йылда ҡабул...

20 ноября 2018
Смотреть видео Цирк ҡайтып киткән, ә клоундар ҡалған | ГТРК «Башкортостан»

Цирк ҡайтып киткән, ә клоундар ҡалған

Шапито циркы артистары бер-нисә ай буйына эш хаҡын ала алмай. Төньяҡ Осетия артистарының Өфөләге ике айлыҡ гастролдәре ярты йылға һуҙыла. Цирк етәкселәре иһә көндә тиерлек вәғәҙәләр менән һыйлай.  Төньяҡ Осетияның цирк артистары эшләгән аҡсаларын  хәҙер талашып тигәндәй талап итергә...

20 ноября 2018
Смотреть видео Торлаҡ мәсьәләһе | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ мәсьәләһе

Өфө халҡын йәнә торлаҡ мәсьәләһе борсой. Ни өсөн төҙөлөш фирмалары кеше ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, йорттар һалыуын дауам итә? Өфө ҡалаһының затон биҫтәһендә төҙөләсәк өйҙәр мәсъәләһе йәнә бында йәшәгән халыҡты бергә йыйылырға мәжбүр итә. Бүленгән өс гектар ер ике йортҡа иҫәпләнгән, ни өсөн...

20 ноября 2018
Смотреть видео Цифралы телевидение мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы телевидение мөмкинлектәре

Цифралы телевидениеның мөмкинлектәрен Хөкүмәт йортонда барланылар. Республика еткәсеһе Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының директоры урынбаҫары, төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сәбитов һәм РТРС-тың генераль директоры Андрей Романченко менән осрашты. Улар төбәктең цифралы эраға...

20 ноября 2018
Смотреть видео Бәпкәне көҙ һанайҙар | ГТРК «Башкортостан»

Бәпкәне көҙ һанайҙар

 Республикала ҡаҙ өмөләре башланды. Ишембай районының Этҡол ауылында улар бигерәк тә күңелле үтә.  Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, үҙ-ара аралашыу, йәш быуынды эшкә өйрәтеү, үҙеңде күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу байрамы ла. Әбүбәкировтар ғаиләһе ҡара таңдан тороп, ҡаҙан аҫҡан....

19 ноября 2018
Смотреть видео Өфөлә йәнә ер убылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә ер убылды

Ғәҙәттән тыш ваҡиға ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә теркәлә.  Унға-ун метр ҙурлығындағы һәм метр ярым тәрәнлектәге соҡорға ике еңел автомобиль төшөп киткән. Һөҙөмтәлә һалҡын һыу үткәргес торбалары зыян күрә. Ҡотҡарыусылар билдәлеүенсә, эргә тирәләге йорттарға хәүеф янамай. Убылыу сәбәбен...

19 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй телевидениеһы яңы дәүергә күсә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй телевидениеһы яңы дәүергә күсә

Башҡортостан тулыһынса цифраға күсә. Заман һулышы һәм заман заңы булған “һанлы телевидение” хәҙер республика халҡы өсөн көндәлек күренешкә әйләнәсәк. Беренсе мультиплексҡа ингән каналдар һәм уның иң юғары сифаты. Башҡортостандың телевидение һәм радиоселтәрҙәр каналдары Европаныҡына тиңләшә. Һанлы...

19 ноября 2018
Смотреть видео Табиптар һәм дарыуҙар мәсьәләһе йәнә иғтибар үҙәгендә | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар һәм дарыуҙар мәсьәләһе йәнә иғтибар үҙәгендә

Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Туймазы районында эсәр һыу мәсьәләһен хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Шәмбе көнө эш сәфәре барышында Ғафур һәм Иҫке Туймазы ауылдарында йәшәүселәр проблема менән республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәйне. Радий Фәрит улы йомаға тиклем яуаплы етәкселәргә мәсьәләне хәл итеү...

19 ноября 2018
Смотреть видео Киҫкен һауа шарттары тураһында алдан иҫкәртеү мотлаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Киҫкен һауа шарттары тураһында алдан иҫкәртеү мотлаҡ

Хәбәр итеү тәртибен ҡайтанан ҡарау һәм киҫкен һауа шарттары тураһында көнэлгәре иҫкәртеү әмәлен күреү мотлаҡ. Радий Хәбиров Гидрометүҙәктең төбәк идаралығы хеҙмәтен тәнҡиткә тотто. Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе 17 ноябрҙә юл транспорт фажиғәһендә бер юлы 8 кешенең һәләк булыуында ҡарлы...

19 ноября 2018
Яндекс.Метрика