Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Американың Иллинойс штатында химзавод шартлаған. Был мәлдә бинала 9 кеше булған. Дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ уларҙың берәүһе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Фажиғә урынында тағы ла бер эшсенең мәйете табылған. Көслө шартлауҙан эргә-тирәләге биналар ҙа зыян күргән.
  • Буэнос-Айрес, Нью-Йорк, Гонконг: донъяның төрлө ҡалаларында “Үлемһеҙ полк” акцияһы үткән. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сарала Америка Ҡушма штаттары ҡалаларының 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң күләмлеһе Нью-Йоркта 2 мең ҡатнашыусыны йыйған. Австралияның Мельбурн ҡалаһында ла йөҙләгән кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарының фоторәсемдәрен тотоп, акцияға ҡушылған.  Гонконг та беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк”ка ҡушылған.
  • Санкт-Петербургта боҙватҡыстар фестивале үткән. Алтынсы рәттән уҙғарылған сарала флоттың Капитан Сорокин, Невская застава, Иван Крузенштерн һәм Санкт-Петербург исемле суднорлары ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарға асыҡ палубалар буйлап экскурсиялар ойошторолған. 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән боҙватҡыстар фестиваленә 70 меңдән ашыу кеше ҡарарға килгән.
Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсүл Ҡрабулатов үҙенең  күркәм юбилейын билдәләй. | ГТРК «Башкортостан»

Рәсүл Ҡрабулатов үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

Легендар «Карауанһарай» төркөмө солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәсүл Ҡарабулатов үҙенең  күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан ул “Башҡортостан” концерт залында юбилей дуҫтарын йыйҙы. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында энә төртөр ҙә...

12 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Лос Анджелес ҡалаһында билдәһеҙ кеше кеше барҙа атыш ойошторған. Кәмтигәндә 11 кеше яраланған, һәләк булыусылар тураһында теүәл мәғлүмәт юҡ. Украина сәйәсмәндәре береһенән-береһе ахмағыраҡ белдереүҙәр яһай. Юғары рада депутаты, әйтейек, ҡышты тыйырға саҡырҙы. Уны башҡа депутаттарҙа...

12 ноября 2018
Смотреть видео Сираттағы эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы эш сәфәре

Ял көндәрендә республика етәксеһе төнъяҡ-көнсығыш райондарҙа эш сәфәре менән булды. Радий Фәрит улы Мәсетле һәм Салауат райондарында социаль һәм медицина объекттарыныү торошон тикшерҙе. Республика етәксеһе Дыуан районында 2020-се йылға тиклем ике яңы мәктәп төҙөргә ҡушты. Мәсетле районындағы “...

12 ноября 2018
Смотреть видео Яҡтыға ынтылыусылар | ГТРК «Башкортостан»

Яҡтыға ынтылыусылар

Сираттағы мәғлүмәтте “Яҡтыға” тип исемләргә мөмкин. Әммә һүҙ халыҡ яҙыусыһының бөйөк трилогияһы түгел, ә башҡала биҫтәләрендә йәшәгән кешеләренең егерме беренсе быуатта ҡараңғылыҡҡа ҡаршы көрәше  тураһында. Яңы торлаҡ биҫтәһенә ике йыл элек күсенгән был балалар иртәле-кисле мәктәпкә ҡараңғы...

12 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостандың экология министрының вазифаһынан китеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың экология министрының вазифаһынан китеүе ихтимал

Һәр хәлдә бөгөн Республика етәксеһе Хөкүмәт премьер-министрынан был урынға икенсе кешене тәҡдим итергә ҡушты. Радий Фәрит улы министрлыҡтың тәбиғәт байлыҡтарына ҡарашы һәм уларҙы файҙаланыуҙы контролдә тотоуы менән риза түгел. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура бәйләнештә. Ғәзиз,...

12 ноября 2018
Смотреть видео Торлаҡ файҙаланыу участкаһы Өфөләге күп ҡатлы йортта пандус ҡуйыуҙы фатир хужалары иңенә һалырға тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ файҙаланыу участкаһы Өфөләге күп ҡатлы йортта пандус ҡуйыуҙы фатир хужалары иңенә һалырға тәҡдим итә

Торлаҡ файҙаланыу участкаһы Өфөләге күп ҡатлы йортта пандус ҡуйыуҙы фатир хужалары иңенә һалырға тәҡдим итә. Физик мөмкинлеге сикле бала тәрбиәләгән ғаилә иһә дөрөҫлөк эҙләй. Һигеҙ йәшлек Камила өлкәндәр ярҙамынан башҡа урамға сыға алмай. Ә дүрт мөйөшкә бикләнеп ултырыу бала ғына түгел, оло кешене...

9 ноября 2018
Смотреть видео Ҡыйыҡ та юҡ, аҡса ла юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыйыҡ та юҡ, аҡса ла юҡ

Благовещен ҡалаһында 2008 –се йылдан алып күп ҡатлы йорт төҙөлөп бөтә алмай. Урындағы хакимиәт ун йыл был мәсьәләне хәл итә алмай. Мирсаяповтар ғаиләһе Благовещен ҡалаһында күп ҡатлы йорттан 2009-сы йылда фатир һатып алған. Яңы ҡыйыҡ өсөн улар ике бүлмәле фатирын һатҡан. Ун йыл үткән. Йәш ғаилә...

9 ноября 2018
Смотреть видео Туҡтатырға ярамай йөрөргә | ГТРК «Башкортостан»

Туҡтатырға ярамай йөрөргә

Ниһәйәт, Башҡортостан етәкселеге был һөйләмдә тыныш билдәһен ҡайҙа ҡуйырға һайланы. Йәмәғәт транспорты эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәрҙе халыҡ төрлөсә ҡабул итте. Пассажирҙарҙың ҡайһылары туҡталыштарҙа оҙаҡ тороуға зарланды, икенселәре легаль булмаған ойошмаларҙың юҡ ителеүенә шатланды. Ә бына эшһеҙ...

9 ноября 2018
Смотреть видео Республикаға тәүге һыуыҡтар килә | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға тәүге һыуыҡтар килә

Синоптиктар белдереүенсә, 11 ноябрь Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында 25 градускаса һыуытасаҡ. Иртәгә епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. 11 ноябрь яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төнъяҡ-көнсығыштан. Һауа теператураһы төнөн урыны менән -25 градусҡаса етәсәк, ти Башҡортостан...

9 ноября 2018
Смотреть видео Башҡалабыҙҙа  тағы ла бер спорт залы барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалабыҙҙа тағы ла бер спорт залы барлыҡҡа килде

 Уны рәсми асыу тантанаһы  Өфөнөң  сауҙа-иҡтисад колледжында үтте. Көрәш, грэплинг, бокс. Яңы асылған спорт залында һәр кем үҙе өсөн кәрәкле спорт төрөн һайлай ала. Бындағы тренерҙар Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә билдәлелек алған спортсылар. Спорт залын йыһазландырыуҙа инвесторҙар...

8 ноября 2018
Яндекс.Метрика