Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Американың Иллинойс штатында химзавод шартлаған. Был мәлдә бинала 9 кеше булған. Дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ уларҙың берәүһе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Фажиғә урынында тағы ла бер эшсенең мәйете табылған. Көслө шартлауҙан эргә-тирәләге биналар ҙа зыян күргән.
  • Буэнос-Айрес, Нью-Йорк, Гонконг: донъяның төрлө ҡалаларында “Үлемһеҙ полк” акцияһы үткән. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сарала Америка Ҡушма штаттары ҡалаларының 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң күләмлеһе Нью-Йоркта 2 мең ҡатнашыусыны йыйған. Австралияның Мельбурн ҡалаһында ла йөҙләгән кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарының фоторәсемдәрен тотоп, акцияға ҡушылған.  Гонконг та беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк”ка ҡушылған.
  • Санкт-Петербургта боҙватҡыстар фестивале үткән. Алтынсы рәттән уҙғарылған сарала флоттың Капитан Сорокин, Невская застава, Иван Крузенштерн һәм Санкт-Петербург исемле суднорлары ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарға асыҡ палубалар буйлап экскурсиялар ойошторолған. 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән боҙватҡыстар фестиваленә 70 меңдән ашыу кеше ҡарарға килгән.
Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә дөйөм ятаҡтар төҙөлә башлай | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дөйөм ятаҡтар төҙөлә башлай

 2020 йылға Башҡорт дәүләт университеты студенттары яңы йәшәү урынын туйлар, тип күҙаллана. Әле сиратта меңдән ашыу мохтаждар бар. Быға аптырарға ла түгел, сөнки 45 йыллап яңы ятаҡтар бөтөнләй сафҡа индерелмәгән. Ә иң иҫке бина 60 йыл элек төҙөлгән. Бер университет, әммә төрлө факультетта...

16 ноября 2018
Смотреть видео Медицина өлкәһендә яңы асыш | ГТРК «Башкортостан»

Медицина өлкәһендә яңы асыш

Организмдың ҡайһы аллергик сирҙәргә бирешеүсәнлеген асыҡлар өсөн күп ваҡыт та, табип юлламаһы ла кәрәкмәй. Һәр теләгән кеше генетик тикшереүҙәр аша буласаҡ ауырыуҙы туҡтата ала. Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәрҙәре ғилми тикшереү өсөн республика премияһына лайыҡ булды.  Тәү ҡарамаҡҡа...

16 ноября 2018
Смотреть видео Сәләмәтлек сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек сәғәте

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров кесе йома һайын сәләмәтлек сәғәтен ойошторасаҡ. Уның тәүгеһендә видео селектор аша  республиканың район хакимиәте башлыҡтары, Өфөнөң һәм райондарҙың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостан...

16 ноября 2018
Смотреть видео Инвестиция сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Инвестиция сәғәте

Кесаҙна һайын Башҡортостан хөкүмәте Инвестиция сәғәте уҙғарасаҡ. Был аҙнала ошондай тәүге ултырыш үтте. Маҡсаты – республиканың инвестицион әүҙемлеген арттырыу.  2017 йылда төбәккә йәлеп ителгән инвестициялар күләме 30 процентҡа кәмене. Республика етәксеһе Радий Хәбиров нвестиция проекттары...

16 ноября 2018
Смотреть видео Әсәләр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Әсәләр көнө

Башҡортостанда социаль сәйәсәт, шулай уҡ ғаилә һәм балалыҡты яҡлау йәһәтенән яңы ҡанундар ҡабул ителәсәк. Был йәһәттән төрлө программалар ҙа донъя күрәсәк. Ошо турала республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн, Әсәләр көнөнә арналған ултырышта белдерҙе. Был тантанала...

16 ноября 2018
Смотреть видео  Яңы осоу аппараты | ГТРК «Башкортостан»

Яңы осоу аппараты

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты  яңы осоу аппаратын уйлап сығарған. Был аппарат квадракоптерҙан 3 тапҡырға  бәләкәйерәк һәм уның пропеллерҙары ҡаплаулы. Бындай  сифаттар урмандарҙа, кеше барып етә алмаған урындарҙа, биналарҙың эсендә һәм ҡотҡарыу операцияларында...

15 ноября 2018
Смотреть видео Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә

Хәҙер тауыш биреү өсөн стационар нөктәләр асылды. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.  “Рәсәйҙең Бөйөк исемдәре” проектының өсөнсө этабы 30 ноябрҙә тамамлана. “Рәсәйҙең Бөйөк исемдәре” проектының өсөнсө этабы тулы кимәлдә бара. Финалға 3 шәхес сыҡты. Республика халҡы ла был акция ла әүҙем...

15 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тәмгә авторлыҡ хоҡуғы юҡ. Кеше хеҙмәтенең емеше булмағанға күрә, аҙыҡ-түлек продукцияһы авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланыуы мөмкине түгел, тигән ҡарар сығарған Евросоюз суды. Быға тиклем Голландияның бер  компанияһы икенсеһен сырҙың репептын урлауҙа ғәйепләй ине. Улар йәшелсә ҡушылған йомшаҡ сырҙы...

15 ноября 2018
Смотреть видео Өфөнөң Адмирал Макаров урамында урынлашҡан йорттарҙы кем хеҙмәтләндерергә тейеш? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Адмирал Макаров урамында урынлашҡан йорттарҙы кем хеҙмәтләндерергә тейеш?

Бында йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре эштәр барышы менән ҡәнәғәт түгел һәм яңы идаралыҡ компанияһына күсергә теләй. Әммә, төрлө сәбәптәр арҡаһында был килеп сыҡмай. Ғәмәлдәге “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәтен яҡлаусылар ҙа бар.  Лифт эшләмәгәс Вера Ткаченкоға көн һайын бер-нисә ҡат йәйәү...

15 ноября 2018
Смотреть видео Республика бюджеты | ГТРК «Башкортостан»

Республика бюджеты

2019 йылға Республика бюджеты тураһындағы закон проекты буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай асыҡ фекер алышыуҙар ойошторҙо. Был сарала ҡатнашырға теләгән граждандардарҙан көнэлгәре ғаризалар 2 ноябрҙән 11-нә тиклем ҡабул ителде.

15 ноября 2018
Яндекс.Метрика