Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Американың Иллинойс штатында химзавод шартлаған. Был мәлдә бинала 9 кеше булған. Дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ уларҙың берәүһе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Фажиғә урынында тағы ла бер эшсенең мәйете табылған. Көслө шартлауҙан эргә-тирәләге биналар ҙа зыян күргән.
  • Буэнос-Айрес, Нью-Йорк, Гонконг: донъяның төрлө ҡалаларында “Үлемһеҙ полк” акцияһы үткән. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сарала Америка Ҡушма штаттары ҡалаларының 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң күләмлеһе Нью-Йоркта 2 мең ҡатнашыусыны йыйған. Австралияның Мельбурн ҡалаһында ла йөҙләгән кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарының фоторәсемдәрен тотоп, акцияға ҡушылған.  Гонконг та беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк”ка ҡушылған.
  • Санкт-Петербургта боҙватҡыстар фестивале үткән. Алтынсы рәттән уҙғарылған сарала флоттың Капитан Сорокин, Невская застава, Иван Крузенштерн һәм Санкт-Петербург исемле суднорлары ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарға асыҡ палубалар буйлап экскурсиялар ойошторолған. 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән боҙватҡыстар фестиваленә 70 меңдән ашыу кеше ҡарарға килгән.
Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Һайлауҙан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һайлауҙан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында күҙҙәре насар күргән һәм бөтөнләй күрмәгән кешеләр өсөн кәрәкле белешмә әҙерләнде. Брайль шрифты менән баҫылған документты уҡып, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттарҙы һайлауға бәйле мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Йыл һайын күреү һәләтенән мәхрүм кешеләр...

22 августа 2018
Смотреть видео Бөгөн илдә Дәүләт флагы көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн илдә Дәүләт флагы көнө билдәләнә

Был көндө 1991 йылда Мәскәүҙә беренсе тапҡыр өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. 1994 йылдан ил президенты указы менән был көн рәсми билдәләнә.Байраҡтағы аҡ төҫ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫлыҡ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡто, ҡыҙыл төҫ – көс һәм ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра...

22 августа 2018
Смотреть видео Башҡортостан киностудияһы Әмир Абдразаҡов исемен йөрөтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан киностудияһы Әмир Абдразаҡов исемен йөрөтәсәк

Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1990-сы йылда киностудияның беренсе директоры һәм ойоштороусыһы була.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Әмир Ғәбделмән улының «Ҡанаттарым минең» исемле фильмы тамамланмай ҡала. Фильм донъя...

21 августа 2018
Смотреть видео Бөгөн Салауат йәмиғ мәсетендә лә ғәйет намаҙы яңғыраны | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Салауат йәмиғ мәсетендә лә ғәйет намаҙы яңғыраны

Халыҡ иман йортона ағылды ла ағылды. Салауат йәмиғ мәсете, 1985 йылда төҙөлә башлай. Ул бик оҙаҡ төҙөлә. Тәүге намаҙ бында тик 2002 йылдың декабрендә уҡыла. Майҙаны буйынса мәсет Башҡортостанда Ләлә Тюльпандан һуң икенсе урынды биләй. Республиканың иң ҙур мәсеттәренең береһенә, төбәктең һәр...

21 августа 2018
Смотреть видео Йылдағыса, ҡорбан байрамына арналған  төп саралар Ләлә мәстендә үтте | ГТРК «Башкортостан»

Йылдағыса, ҡорбан байрамына арналған төп саралар Ләлә мәстендә үтте

Мәсет меңәрләгән мосолман өсөн 200-ләп баш һарыҡты ҡорбанға салды.

21 августа 2018
Смотреть видео Республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән Рөстәм Хәмитов ҡотланы | ГТРК «Башкортостан»

Республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән Рөстәм Хәмитов ҡотланы

Башҡортостан мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым! Республика мосолмандары хәйриә эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай, балаларҙа хеҙмәткә һәм ололарға һөйөү тәрбиәләй. Башҡортостанда яңынан-яңы мәсеттәр төҙөлә, дини белем биреү системаһы үҫешә, конфессия-ара...

21 августа 2018
Смотреть видео 2016 йылда  "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға бара | ГТРК «Башкортостан»

2016 йылда "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға бара

Миәкәнең район үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Муса Йәлил етәкселегендәге «Иҙел-Урал» йәшерен легион ағзаһы Ғәлләнур Бохараев исемендәге ял паркын төҙөкләндерәләр. 2016 йылда "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға...

20 августа 2018
Смотреть видео Нуриман районы Иҫке Күл ауылында яңы мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты | ГТРК «Башкортостан»

Нуриман районы Иҫке Күл ауылында яңы мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты

Мәҙәни усаҡ ,,Башҡортостандың 100 йыллығына йөҙ объект,, проекты сиктәрендә төҙөлдө. Яңы Күл ауылынан ҡунаҡҡа килеүсе ,,Гөлнәзирә,, ветерандар фольклор ансамбле мәҙәниәт йортон асыуға етди әҙерләнгән. Бейеү-йырҙан башҡа, тамбур сигеүен ҡулланып һәр береһенә алъяпҡыс, бал итәкле күлдәктәр тегеп...

20 августа 2018
Смотреть видео Ҡорбан Ғәйетен билдәләүгә республикала һуңғы әҙерлек эштәре бара | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан Ғәйетен билдәләүгә республикала һуңғы әҙерлек эштәре бара

Быйыл сараны үткәреүҙә бер аҙ  үҙгәрештәр ҙә бар. Быға тиклем һәр мәсет үҙ биләмәһендә ҡорбан сала ине, ә хәҙер Өфөлә бының өсөн дөйөм бер урын бүленгән. Барлыҡ малдарҙы башҡаланың Зинино ҡасабаһындағы "Ҡарауан" сауҙа үҙәге янына килтерәсәктәр. Әле бында һәр мәсет ҡорбан салыу өсөн үҙ...

20 августа 2018
Смотреть видео Бөгөн мосолмандар Ғәрәфә көнөн билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн мосолмандар Ғәрәфә көнөн билдәләй

Иртәгә 21 август Ислам диненең оло  байрамы - Ҡорбан ғәйете. Республикала ул ял көнө тип иғлан ителгән. Байрамды бөтә мосолмандар түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡорбан ғәйетендә барлыҡ мосолмандар иртә менән мәсеттәргә йыйылып, намаҙ уҡый. Шулай уҡ был көндө хәйер биреү, яҡындарың менән күрешеү, бүләк...

20 августа 2018
Яндекс.Метрика