Республиканың һәр бер ауылы, һәр ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы

  • Республиканың һәр бер ауылы, һәр ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы - 806085931 | ГТРК «Башкортостан»
  • Республиканың һәр бер ауылы, һәр ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы - 1366473705 | ГТРК «Башкортостан»
  • Республиканың һәр бер ауылы, һәр ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы - 1757716403 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров төбәктә  9-сы май байрамын билдәләү иң юғары кимәлдә үтте, тип белдерҙе. Рәсәй өсөн төп тантаналарҙың береһенә республика халҡы ҙур ихтирам һәм теләк менән ҡушылды. Бөйөк Еңеүҙең 74  йыллығына арналған сараларҙы, киләһе йылдың 9-сы май көнө үтәсәк тантаналарҙың генераль репетицияһы тип баһаларға ла мөмкин. Тап был юлы, байрам мәлендә республиканың һәр бер ауылы һәм ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы. Өфөнөң үҙәк магистрале – Октябрь проспектына был юлы 112  меңдән ашыу кеше сыҡты. Уларҙың барыһының да ҡулында яу яланында ятып ҡалған,йәки һуғыштан иҫән ҡайтҡан атай-олатайҙары, әсәй- өләсәйҙәренең фотоһүрәте. “Үлемһеҙ полк”тың тәүге рәтендә аҡ торналар кейеемдәге балалар. Был символик мәғәнә. Тап торналар тубы Бөйөк Ватан һуғышы биләде. Өфөләге “Үлемһеҙ полк”ҡа ҡушылыусылар кәм тигәндә лә 5 саҡрым оҙонлоҡ колоннаға һуҙылды. Бер–береһенә таныш булмаһалар ҙа уларҙы уртаҡ тарих, уратҡ иҫтәлектәр һәм уртаҡ хәтирәләр – һуғыш берләштерә. Фронтта ҡатнашыусылар өсөн был полк ысын мәғәнәһендә үлемһеҙ акция. Яуҙан ҡайтмаһалар ҙа улар беҙҙең менән. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Үлемһеҙ полк” – мәңгелек йылъяҙмаһы. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда быйылғы “Үлемһеҙ полккҡа” 450  мең кеше ҡушылған. Был әлегә рәсми мәғлүмәттәр. Әгәр ҙә һәр ауылды һәр ҡасабаны иҫәпләгәндә, һандарҙың байтаҡҡа күберәк буласаҡ. Илеш, Балтас, Ишембай, Күгәрсен, Салауат. Һәр ҡала һәм һәр районда ла замандаштарыбыҙ ветерандарҙы иҫкә ала. Илдең төп байрамы – туғыҙынсы майҙа Өфөлә хәрби парад та уҙҙы. Мең өс йөҙ кеше һәм тиҫтәләгән махсус техника. Улар араһында легендар Т-34 танкы.  Туғыҙынсы май, еңеү көнө кисен Өфөнө еңеү салюты уттары биҙәне.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде | ГТРК «Башкортостан»

“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

 “Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына...

9 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

9 июля 2020
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк

Радий Хәбиров республика табиптарына күсмә маммография автомашинаҙы асҡыстарын тапшырҙы. Тәгәрмәсле биш маммография кабинеты Белорет, Бөрө, Нефтекама, Сибай, Күмертау үҙәк дауаханаларына юлланды. Был техника күкрәк биҙе яман шешен башланғыс мәлендә асыҡлау мөмкинлеген бирә һәм сиргә дусар...

9 июля 2020
Смотреть видео Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы

Нефтекамала “Интеграл” компанияһы өлөшсөләренә, ниһәйәт, фатир асҡыстары тапшырылды.  Күптәрҙе йылдар дауамында борсоған мәсьәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ярҙамында хәл ителде. 15 ғаилә фатир асҡыстарын алып ҡыуанды. Киләһе йылда тағы ла бер йорт файҙаланыуға тапшырылыр, 38 ғаилә өй...

9 июля 2020
Смотреть видео Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк

Башҡортостанда күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы координациялау буйынса штаб ойошторола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйып уның рәйесе итеп хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәғәйенләне. Тәү сиратта штаб «Эрмитаж. Горсовет», «...

9 июля 2020
Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә

Рәсәйҙә күсмә телефон аша аралашыуҙың хаҡы 14 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был фаразды Content Review агентлығы тикшереренүҙәренә таянып "Российская газета" килтерә. Коронавирус пандемияһының ҡабатланыу ихтималлығы иһә иҫәпкә алынмаған. Йылдың тәүге яртыһында минималь тариф пакеттары 8 процентҡа...

8 июля 2020
Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға | ГТРК «Башкортостан»

Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға

Йыл буйына көтөп алған йәйге әүҙем ялдан һуң эшкә сығыр алдынан үҙеңә өҫтәмә ваҡыт ҡалдырырға кәрәк, ти психологтар. Сәйәхәттән бер нисә көн алдан ҡайтып тәнгә һәм күңелгә ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу мәлен бирергә кәрәк. Кешенең йәкшәмбе кис ҡайтып  дүшәмбе иртән эшкә барыуға бәйле биоритмдары...

8 июля 2020
Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы | ГТРК «Башкортостан»

Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы

Башҡортостанда эҫе көндәр дауам итә. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Һауа температураһы 35 градустан да юғары. Табиптар кешеләргә баш кейемен ҡалдырмаҫҡа, ҡара күҙлек, аҡ төҫтәге әйберҙәр кейеп йөрөргә, саф йә минераль һыу, емеш-еләк һуттарын күберәк эсергә кәңәш итә.  Ҡыҙыу ҡояш нурҙары...

8 июля 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола.

2020 йылдың 17 июлендә Рәсәй Федерацияһында «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. Артабан уны йыл һайын уҙғарыу ҡарала. Башҡортостандың халыҡ ижады үҙәге акцияға ҡушылырға һәм социаль селтәрҙәргә, рәсми сайттарға УфаРЦНТРБ; МКРБ; ДеньФольклораРБ2020 хештегы менән тематик фотолар,...

8 июля 2020
Смотреть видео Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.  | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

Беҙҙең хәбәрселәр күп балалы Куликовтар ғаиләһе  менән танышып ҡайтты. Ата менән әсә үҙҙәренең өс балаһы янына балалар йортонан тағы ла алты бәләкәсте тәрбиәгә алып ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Куликовтарҙың йорто иртә-таңдан гөрләп тора. Уянып, иртәнге ашты ашап алғандан һуң ғаиләнең һәр...

8 июля 2020
Яндекс.Метрика