Әхәт Әхмәтйәновтың хәтере мәңгеләштерелде

 Ә Ишембай районы Маҡар ауылында һәйкәл асылды. Яҡташтары, туғандары һәм хеҙмәттәштәре Әхәт Әхмәтйәновтың хәтерен мәңгеләштерҙе. Кем ул? Ниндәй батырлыҡтары өсөн бөгөн уның исемен ҙурлайҙар? Һомғол буйлы, зәңгәр күҙле һәм иҫ киткес аҡыллы ине,  тип хәтерләй яҡташтары Әхәт Абдулхаҡ улы Әхмәтйәновты. Ә фронтта сағындағы фотоларында ул һәр ваҡыт ҡорал – снайпер мылтығы менән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы  иң өлгөлө снайпер иҫәбендә рәсми теркәлгәндәренән барыһы 502 немец һалдаты. Әхәт Әхмәтйәновтың атаһы Абдулхаҡ Ҡарамышевтың тәжрибәле һунарсы булыуы мәғлүм. Ул  Рус-Япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнаша, мәргәнлеге менән дан ала. 37-се йылда репрессиялана. Бәлки шуғалыр ҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 87 снайпер Советтар Союзы геройы исемен алғанда, яҡташыбыҙ ул исемлеккә инмәй ҡала. Шулай ҙа иленә һәм халҡына тоғро була. Атаһы кеүек яҡшы һунарсы ла ул.  Снайпер мылтығын тотоп  сыҡҡан тәүге көнөндә үк батыр ике немец һалдатын ала. Тиҙ арала уның даны бөтә илгә тарала, гәзит биттәрендә мәҡәләләр баҫыла: “атаҡлы снайпер-истребитель иҫәбендә 138 немец һалдаты..,293 фашист ғүмерен ҡыйыусы Әхәт Әхмәтйәнов.., 380 немецты юҡ иткән кеше.., Ленинград аҫтында  416 немец уның ҡулынан үҙ ҡәберен тапты. Педагог фронтта ла һөнәренә тоғро ҡала — снайперҙар әҙерләй. 200-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ уның кеүек оҫта йәшеренергә, дошманын табып юҡ итеү серҙәренә төшөнә. Әхәт Абдулхаҡ улының иҫәбендәге  204-се  немец  снайперын алыу хәтирәһе – уның  оҫталығын иҫбатлай. Дошманы йәшеренеү өсөн әҙерләгән пуля үтмәҫ тимер янына ул төндә барып аҡ ҡағыҙ киҫәге беркетелгән мина күмә. Немец снайперы урынына әйләнеп ҡатҡанын һағалай һәм аҡ ҡағыҙға атып  уны күккә осора. Хәҙер ҡыйыу һалдаттың үҙенең исемен күккә сөйә халҡы. Уға арналған һәйкәл янына яугир атай-олатайҙарының рәсемен тотоп килә. Ни тиклем бөйөк булмаһын, уның һынын кәүҙәләндереү  еңел һәм ыңғай булды, ти һәйкәл авторы. Ленинград блокадаһын өҙөүҙә Маҡар ауылынан ике снайпер ҡатнаша. Береһе – Әхәт Әхмәтйәнов булһа, икенсеһе – Бәхтийәр Рахманов. Уларҙың һәм башҡа батырҙарының исемдәрен ауыл халҡы ҡәҙерләп һаҡлай. Бер ваҡытта ла онотмай һәм ҡаһарман яҡташтары менән сикһеҙ ғорурлана.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Смотреть видео Ирекмәндәр страховкаланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәр страховкаланасаҡ

Үҙ пациенттарына йәш табип-педиатр Айгөл Нуриева ошо рәүешле кейенеп йөрөй.  Ул Ковид 19 диагнозы куйылған балалар  менән эшләй.  Был эшкә  үҙ ирке менән тотонған. Балаларҙы дауалау менән бер  рәттән ирекмәндәр  эшмәкәрлеген  дә алып бара.  Шуға ла, ...

26 мая 2020
Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Яндекс.Метрика