16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала

Республикала янғындарға бәйле хәл тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы. Әле 16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала. Көндәрҙең эҫе тороуы хәлде уғата ҡатмарлаштыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда урмандарҙың 45 гектарҙан ашыу майҙаны уттан зыян күргән.  Байрам уңайынан ял көндәрендә сыҡҡан биш янғындың бөгөнгә өсәүһе һүндерелгән. Йәнә 26 гектарҙа янғынға сик ҡуйылған, уны бөтөрөү эштәре дауам итә. Республикала янғын хәүефе тураһында иғлан ителгәндән башлап 81 тәбиғи янғын теркәлгән. 1200-ҙән ашыу биләмә уттан зыян күргән. Үткән йылдың ошо осоронда иһә янғындар һаны бары 37 булған. Республиканың йәнә бер тармағы – ауыл хужалығы ла тәбиғи шарттарға бәйле киҫкен хәл кисерә. 42 районда ужым культуралары һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Премьер-министр урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы Илшат Фазрахманов күрелгән зыян күләме бер миллиард һум тирәһе, әле баҫыуҙарҙа ашлыҡты яңынан сәсеү ойошторолған, тип белдерҙе.Хужалыҡтар шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәрен әүҙем алып бара. Һауа торошона ҡарап улар быйыл ике аҙнаға алдараҡ башланды. Сәсеүлектәрҙең алтмыш проценттан ашыуында эштәр тамам. Ә бына юл төҙөкләндереү, атап әйткәндә “Юл эксперты” программаһының эше бер аҙ һүлпәнәйгән. Ҡайһы бер райондарҙа халыҡ юлдарҙағы соҡор-саҡырҙар тураһында белдереп мобиль ҡушымтаға һирәк мөрәжәғәт итә. Республика башлығы вазифаһы ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был тәңгәлдә ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәү мөҺим, тип белдерҙе. Юл-транспорт ваҡиғалары һаны үткән аҙнала кәмегән. Фажиғәле һәләк булғандар иҫәбе лә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Һәләкәткә йышыраҡ водителдәр үҙ ғәйебе менән тарый. Әммә ҡағиҙә боҙоуҙан башҡа юлдарҙа тейешле һыҙаттарҙың яһалмаған, юл билдәләре етешмәгән осраҡтар ҙа бар. Ҡағиҙәләрҙе бөгөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнгәндәр ҙә әүҙем ҡабатлай. Быйыл мәктәп тамамлаусыларҙың 63 меңгә яҡыны Дәүләт имтихандарын тапшырырға әҙерләнә. Был хаҡта мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе.  Берҙәм дәүләт имтиханы 27 майҙан 1 июлгә тиклем бара. Төп дәүләт имтиханы иһә 24 айҙан 2 июлгә тиклем. Имтихандарҙы көнэлгәре биреү этабы юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Мәғлүмәт таралған йә ҡағиҙә боҙған осраҡтар теркәлмәне. Дәүләт аттестацияһына әҙерлек барышында республиканың үткән йылдарҙағы тәжрибәһе иҫәпкә алына. Башҡортостан имтихан алыуҙың “һары” ышаныс зонаһынан “йәшеленә” өлгәшеү бурысын ҡуя. Имтихан тапшырыу-алыу барышын асыҡ һәм ғәҙел ойошторор өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәре һанын арттырыу, ә видеокүҙәтеүҙе 100 процентта тәьмин итеү ҡарала.     Дәүләт имтихандарын һөҙөмтәле ойоштороу маҡсатында ҡала-райондарҙа әле уҡыусылар һәм ата-әсә араһында белешмә-мәғлүмәт эштәре алып барыла.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә, Воровский урамы ҡапҡаһында, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара. Оҙонлоғо 668, киңлеге 16,7 метрлы ҡоролма “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә һалына.  Проект документацияһына ярашлы төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән. Тәүҙә...

21 мая 2020
Смотреть видео Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар

Башҡортостанда иген культураларын сәсеү тамамлана. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренең киләһе этабына күсте.  Ҡайһы бер ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йылы яртҡан культураларҙы – кукуруз, борсаҡ  сәсеүгә тотондо. Бынан тыш республикала беренсе тапҡыр баҫыуҙарға торма һәм етен ултыртыласаҡ....

21 мая 2020
Смотреть видео Күңелле, тик хәүефле | ГТРК «Башкортостан»

Күңелле, тик хәүефле

Өфө хакимиәте йәштәрҙең ирекле һәм күпләп осрашыу урындарын күҙәтеүгә алырға йыйына. Айырыуса Салауат Юлаев майҙаны алдындағы машиналар ҡуйыу урыны иғтибарҙы йәлеп итә. Әлегә тиклем бында битлек режимы үтәләшен полиция һәм йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәткәрҙәре контролдә тота ине.  ...

21 мая 2020
Смотреть видео Тиҙҙән ҡурай тажы асыла | ГТРК «Башкортостан»

Тиҙҙән ҡурай тажы асыла

Өфө эргәһендәге инфекцион госпиталь төҙөлөшө тамамланыуға бара. Объектты ҡулланыуға тапшырыу өсөн бер аҙналай ваҡыт ҡалды. Дауахананың корпустары төҙөлгән, әле биләмәне йәшелләндереү, ҡыйыҡ төҙөү, биҙәү эштәре башҡарыла. Яңы дауахана ниндәй була? Был хаҡта беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән репортажда...

21 мая 2020
Смотреть видео Ат сабыш турниры | ГТРК «Башкортостан»

Ат сабыш турниры

Башҡортостан – Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыу осоронда спорт ярыштарын уҙғара башлаған беренсе төбәк. 23 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турнирының өсөнсө этабы була. Ярыштар тамашасыһыҙ үткәрелә. Өсөнсө этапта ипподром аттарында Архангел, Бөрө,...

20 мая 2020
Смотреть видео Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды

Ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Бассейн заманса итеп эшләнгән, залда ҡоролмалар һәм һикереү өсөн вышка урынлаштырылған. 1967 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем бер тапҡыр ҙа ремонт башҡарылмаған булған һәм ул 70 процентҡа иҫкергән. Объектта...

20 мая 2020
Яндекс.Метрика