16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала

Республикала янғындарға бәйле хәл тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы. Әле 16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала. Көндәрҙең эҫе тороуы хәлде уғата ҡатмарлаштыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда урмандарҙың 45 гектарҙан ашыу майҙаны уттан зыян күргән.  Байрам уңайынан ял көндәрендә сыҡҡан биш янғындың бөгөнгә өсәүһе һүндерелгән. Йәнә 26 гектарҙа янғынға сик ҡуйылған, уны бөтөрөү эштәре дауам итә. Республикала янғын хәүефе тураһында иғлан ителгәндән башлап 81 тәбиғи янғын теркәлгән. 1200-ҙән ашыу биләмә уттан зыян күргән. Үткән йылдың ошо осоронда иһә янғындар һаны бары 37 булған. Республиканың йәнә бер тармағы – ауыл хужалығы ла тәбиғи шарттарға бәйле киҫкен хәл кисерә. 42 районда ужым культуралары һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Премьер-министр урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы Илшат Фазрахманов күрелгән зыян күләме бер миллиард һум тирәһе, әле баҫыуҙарҙа ашлыҡты яңынан сәсеү ойошторолған, тип белдерҙе.Хужалыҡтар шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәрен әүҙем алып бара. Һауа торошона ҡарап улар быйыл ике аҙнаға алдараҡ башланды. Сәсеүлектәрҙең алтмыш проценттан ашыуында эштәр тамам. Ә бына юл төҙөкләндереү, атап әйткәндә “Юл эксперты” программаһының эше бер аҙ һүлпәнәйгән. Ҡайһы бер райондарҙа халыҡ юлдарҙағы соҡор-саҡырҙар тураһында белдереп мобиль ҡушымтаға һирәк мөрәжәғәт итә. Республика башлығы вазифаһы ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был тәңгәлдә ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәү мөҺим, тип белдерҙе. Юл-транспорт ваҡиғалары һаны үткән аҙнала кәмегән. Фажиғәле һәләк булғандар иҫәбе лә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Һәләкәткә йышыраҡ водителдәр үҙ ғәйебе менән тарый. Әммә ҡағиҙә боҙоуҙан башҡа юлдарҙа тейешле һыҙаттарҙың яһалмаған, юл билдәләре етешмәгән осраҡтар ҙа бар. Ҡағиҙәләрҙе бөгөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнгәндәр ҙә әүҙем ҡабатлай. Быйыл мәктәп тамамлаусыларҙың 63 меңгә яҡыны Дәүләт имтихандарын тапшырырға әҙерләнә. Был хаҡта мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе.  Берҙәм дәүләт имтиханы 27 майҙан 1 июлгә тиклем бара. Төп дәүләт имтиханы иһә 24 айҙан 2 июлгә тиклем. Имтихандарҙы көнэлгәре биреү этабы юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Мәғлүмәт таралған йә ҡағиҙә боҙған осраҡтар теркәлмәне. Дәүләт аттестацияһына әҙерлек барышында республиканың үткән йылдарҙағы тәжрибәһе иҫәпкә алына. Башҡортостан имтихан алыуҙың “һары” ышаныс зонаһынан “йәшеленә” өлгәшеү бурысын ҡуя. Имтихан тапшырыу-алыу барышын асыҡ һәм ғәҙел ойошторор өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәре һанын арттырыу, ә видеокүҙәтеүҙе 100 процентта тәьмин итеү ҡарала.     Дәүләт имтихандарын һөҙөмтәле ойоштороу маҡсатында ҡала-райондарҙа әле уҡыусылар һәм ата-әсә араһында белешмә-мәғлүмәт эштәре алып барыла.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде | ГТРК «Башкортостан»

“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

 “Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына...

9 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

9 июля 2020
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк

Радий Хәбиров республика табиптарына күсмә маммография автомашинаҙы асҡыстарын тапшырҙы. Тәгәрмәсле биш маммография кабинеты Белорет, Бөрө, Нефтекама, Сибай, Күмертау үҙәк дауаханаларына юлланды. Был техника күкрәк биҙе яман шешен башланғыс мәлендә асыҡлау мөмкинлеген бирә һәм сиргә дусар...

9 июля 2020
Смотреть видео Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы

Нефтекамала “Интеграл” компанияһы өлөшсөләренә, ниһәйәт, фатир асҡыстары тапшырылды.  Күптәрҙе йылдар дауамында борсоған мәсьәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ярҙамында хәл ителде. 15 ғаилә фатир асҡыстарын алып ҡыуанды. Киләһе йылда тағы ла бер йорт файҙаланыуға тапшырылыр, 38 ғаилә өй...

9 июля 2020
Смотреть видео Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк

Башҡортостанда күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы координациялау буйынса штаб ойошторола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйып уның рәйесе итеп хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәғәйенләне. Тәү сиратта штаб «Эрмитаж. Горсовет», «...

9 июля 2020
Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә

Рәсәйҙә күсмә телефон аша аралашыуҙың хаҡы 14 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был фаразды Content Review агентлығы тикшереренүҙәренә таянып "Российская газета" килтерә. Коронавирус пандемияһының ҡабатланыу ихтималлығы иһә иҫәпкә алынмаған. Йылдың тәүге яртыһында минималь тариф пакеттары 8 процентҡа...

8 июля 2020
Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға | ГТРК «Башкортостан»

Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға

Йыл буйына көтөп алған йәйге әүҙем ялдан һуң эшкә сығыр алдынан үҙеңә өҫтәмә ваҡыт ҡалдырырға кәрәк, ти психологтар. Сәйәхәттән бер нисә көн алдан ҡайтып тәнгә һәм күңелгә ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу мәлен бирергә кәрәк. Кешенең йәкшәмбе кис ҡайтып  дүшәмбе иртән эшкә барыуға бәйле биоритмдары...

8 июля 2020
Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы | ГТРК «Башкортостан»

Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы

Башҡортостанда эҫе көндәр дауам итә. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Һауа температураһы 35 градустан да юғары. Табиптар кешеләргә баш кейемен ҡалдырмаҫҡа, ҡара күҙлек, аҡ төҫтәге әйберҙәр кейеп йөрөргә, саф йә минераль һыу, емеш-еләк һуттарын күберәк эсергә кәңәш итә.  Ҡыҙыу ҡояш нурҙары...

8 июля 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола.

2020 йылдың 17 июлендә Рәсәй Федерацияһында «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. Артабан уны йыл һайын уҙғарыу ҡарала. Башҡортостандың халыҡ ижады үҙәге акцияға ҡушылырға һәм социаль селтәрҙәргә, рәсми сайттарға УфаРЦНТРБ; МКРБ; ДеньФольклораРБ2020 хештегы менән тематик фотолар,...

8 июля 2020
Смотреть видео Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.  | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

Беҙҙең хәбәрселәр күп балалы Куликовтар ғаиләһе  менән танышып ҡайтты. Ата менән әсә үҙҙәренең өс балаһы янына балалар йортонан тағы ла алты бәләкәсте тәрбиәгә алып ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Куликовтарҙың йорто иртә-таңдан гөрләп тора. Уянып, иртәнге ашты ашап алғандан һуң ғаиләнең һәр...

8 июля 2020
Яндекс.Метрика