Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр

Өфөләге балалар баҡсаһының береһендә тәрбиәләнеүселәр көнөн емерек йорттар янында үткәрә. Черниковкалағы 5-се һанлы мәктәпкәсә учреждение янындағы барактар ярым емерек, унда асарбаҡтар һәм берәҙәк эттәр эйәләшкән. Ата-әсәләр төрлө ергә мөрәжәғәт итә, әммә бер кем дә бында тәртип урынлаштырырға ашыҡмай. Урам шат балалар тауышына тулған. Бәләкәстәр өсөн үҫешер бөтә шарттар ҙа бар. Өфөнөң Герцен урамындағы 5-се һанлы балалар баҡсаһы тәү ҡарашҡа башҡа мәктәпкәсә учреждениеларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Хатта күпкә төҙөгөрәк тә, 2011 йылда ғына бында капиталь ремонт эшләнгән. Тик балалар баҡсаһынан сығыу менән күҙ алдында харабалар хасил була. Әйтерһең, был урында шартлау булған. Емерек диуарҙар, таҡта, шифер онтаҡтары, күсеп китеүселәрҙән ҡалған мебель. Быны эргә-тирәлә йәшәүселәр һәм балаларын йөрөткән ата-әсәләр көҙҙән бирле күҙәтә. “Йылы” урынға асарбаҡтар ҙа эйәләшеп өлгөрә. Балалар баҡсаһындағы шат тауыштарҙы ваҡыты-ваҡыты менән әшәке һүҙҙәр бүлдереп ала.Харабалар янында берәҙәк эттәр ҙә йыйыла. Хатта улырҙың балалар баҡсаһына килеүселәргә һәм үтеп барыусыларға ташланыу осраҡтары ла булған, әммә сара күреүсеһе юҡ ти күрше урамда йәшәүсе Валентина Рассказова.Үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән йорттар хәҙер ҡот осҡос хәлдә. Көндәр йылыныу менән бында төрлө сирҙәр тарала башлауы ихтимал тип боросла урындағы халыҡ. Асыҡланыуынса, күсерелгән йорттарҙы һүтеү эштәре ҡағыҙҙа әле бөтөнләй башланмаған. Күрәһең кемгә утыны, кемгә шиферы кәрәк ҡутарып алғандар. Ҡала хакимиәтендә биләмәне таҙартыуға аукцион ошо көндәрҙә буласаҡ.Ә әлегә чиновниктар көтөргә һәм уңайһыҙлыҡтарҙы түҙергә генә кәңәш итә ала, черниковкалағы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәргә иһә тормош ысынбарлығын китаптан уҡып түгел үҙ күҙҙәре менән күреп өйрәнергә ҡала.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

21 минута 38 секунд назад
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

22 минуты 7 секунд назад
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

24 минуты 43 секунды назад
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә, Воровский урамы ҡапҡаһында, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара. Оҙонлоғо 668, киңлеге 16,7 метрлы ҡоролма “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә һалына.  Проект документацияһына ярашлы төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән. Тәүҙә...

21 мая 2020
Смотреть видео Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар

Башҡортостанда иген культураларын сәсеү тамамлана. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренең киләһе этабына күсте.  Ҡайһы бер ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йылы яртҡан культураларҙы – кукуруз, борсаҡ  сәсеүгә тотондо. Бынан тыш республикала беренсе тапҡыр баҫыуҙарға торма һәм етен ултыртыласаҡ....

21 мая 2020
Смотреть видео Күңелле, тик хәүефле | ГТРК «Башкортостан»

Күңелле, тик хәүефле

Өфө хакимиәте йәштәрҙең ирекле һәм күпләп осрашыу урындарын күҙәтеүгә алырға йыйына. Айырыуса Салауат Юлаев майҙаны алдындағы машиналар ҡуйыу урыны иғтибарҙы йәлеп итә. Әлегә тиклем бында битлек режимы үтәләшен полиция һәм йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәткәрҙәре контролдә тота ине.  ...

21 мая 2020
Яндекс.Метрика