Имтихан асыҡ һәм ғәҙел булырға тейеш

Быйыл мәктәп тамамлаусыларҙың 63 меңгә яҡыны Дәүләт имтихандарын тапшырырға әҙерләнә. Берҙәм дәүләт имтиханы 27 майҙан 1 июлгә тиклем бара. Төп дәүләт имтиханы иһә 24 айҙан 2 июлгә тиклем дауам итә. Имтихандарҙы көнэлгәре биреү этабы юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Мәғлүмәт таралған йә ҡағиҙә боҙған осраҡтар теркәлмәне. Дәүләт аттестацияһына әҙерлек барышында республиканың үткән йылдарҙағы тәжрибәһе иҫәпкә алына. Имтихан тапшырыу-алыу барышын асыҡ һәм ғәҙел ойошторор өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәре һанын арттырыу, ә видеокүҙәтеүҙе 100 процентта тәьмин итеү ҡарала. Дәүләт имтихандарын һөҙөмтәле ойоштороу маҡсатында ҡала-райондарҙа әле уҡыусылар һәм ата-әсә араһында белешмә-мәғлүмәт эштәре алып барыла.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында махсус иҡтисади зоналар барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында махсус иҡтисади зоналар барлыҡҡа киләсәк

 Был турала Республика йортонда үткән инвестиция сәғәтендә хәбәр ителде. Дөйөм биләмәнең майҙаны 450 гектарҙан ашыу булыр тип көтөлә. 7 компания был зоналарға дәғүә белдергән дә инде. Уларҙың икәүһе менән килешеү төҙөлдө. Тағы ла бер инвест-проект тормошҡа ашырылырға әҙерләнә. Киләһе аҙанала...

2 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә

 Эштәрҙең барышы менән хөкүмәт йортонда  үткән “Мәғариф сәғәтендә” таныштылар. Белем биреү учреждениеларыныү әҙерлеген баһалау июлдә башланып, август уртаһында тамамланырға тейеш. Профилле комиссиялар составында мәғариф өлкәһе һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре. Төп иғтибар мәктәптәрҙеү...

2 августа 2019
Смотреть видео Өфөлә балалар баҡсалары берҙәм туҡланыу операторына күсте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә балалар баҡсалары берҙәм туҡланыу операторына күсте

Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе хәҙер "Балалар диеталы туҡланыу үҙәге" ашатасаҡ. Башҡалала берҙәм балалар менюһы ла барлыҡҡа килде. Уны технологтар ике аҙна һайын яңыртып, бала организмына кәрәкле витаминдарҙы иҫәпкә алып тулыландырып торасаҡ. Ошо көндәрҙә мәктәп һәм балалар  туҡланыу үҙәге ҡайнап...

1 августа 2019
Смотреть видео Республикала оноколоник сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлеге арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала оноколоник сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлеге арта

Өфөлә ПЭТ-технолоджи ядро медицинаһы үҙәгендә икенсе позитрон-эмиссион томографияһы сканеры эшләй башланы. Медицина үҙәге эшмәкәрлеге менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. Яңы заманса аппарат ярҙамында һаулыҡ һаҡлау учрежденияһы йылына ике тапҡыр ярымға күберәк, йәғни кәмендә 12 меңдән...

1 августа 2019
Смотреть видео Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре яҡшы

Әммә был тынысланырға сәбәп түгел. Республика хөкүмәтендә Башҡортостандың социаль – иҡтисади үҫешенә ярты йыллыҡ йомғаҡтарҙы барлап Рәдий Хәбиров шулай тине. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, бихисап тармаҡтарҙа үҫеш күҙәтелә. 2019 йылдың беренсе ярты йыллығы прогноз күрһәткесәтәренән дә яҡшы булып...

1 августа 2019
Смотреть видео Республикала һәүәҫәкәр балыҡсылыҡ тураһындағы закон ҡабул ителде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала һәүәҫәкәр балыҡсылыҡ тураһындағы закон ҡабул ителде

Был документ балыҡты нимә менән тоторға ярауын, ниндәй сикләүҙәр булыуын билдәләй. Ҡала һәм көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итеү өсөн күп кәрәкмәй. Ҡармаҡ тотоп яр башында ултырыу ҙа етә. Әммә ошондай, тәү ҡарашҡа, ябай шөғөлдә лә хоҡуҡи яҡты оноторға ярамай. Бөтәһе лә һыу буйына килгәс тә башлана. Нимә...

31 июля 2019
Смотреть видео Радик Мәсәғүтовтың апелляция ялыуы 20-се августа ҡараласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Радик Мәсәғүтовтың апелляция ялыуы 20-се августа ҡараласаҡ

Башҡортостандың Юғары суды ошондай ҡарар ҡабул итте. Сөнки, бөтә яҡтар ҙа апелляция материалдары менән танышып бөтмәгән. Шуға күрә, юғары инстанция судты һуңғараҡҡа күсерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, психотерапевт Радик Мәсәғүтов 16 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнә. Өфөнөң Совет районы суды уны 9 йылға...

31 июля 2019
Смотреть видео Сит ил фильмдарына оҡшаш уҙыш | ГТРК «Башкортостан»

Сит ил фильмдарына оҡшаш уҙыш

Полиция хеҙмәткәрҙәре башҡалала иҫерек водитель артынан ҡыуғын ойоштора. Руль артында иҫерек ҡыҙ үҙенең әхирәттәре менән ошо рәүешле шаярған, күрәһең. Әммә водитель таныҡлығы ла булмаған автоһәүәҫкәрҙе ҡәтғи ҡарар көтә. Был хаҡта Рәсәй медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында республиканың баш...

31 июля 2019
Смотреть видео Буласаҡ донъя чемпионы | ГТРК «Башкортостан»

Буласаҡ донъя чемпионы

Өфөлә йәшәүсе Вильдан Ғәлеасҡаров джиу-джитсу буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал яулап ҡайтты. Әммә, 8 йәшлек спортсы бының менән генә туҡтап ҡалырға уйламай. Ул ата-әсәһенә мотлаҡ донъя чемпионы буласаҡмын тип вәғәҙәләгән. Уңыш – ул мөғжизә түгел, уңыш – ул көн һайын тырышып эшләү, ти...

30 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә билдәле шәхестәрҙең портреттарын һатыу арҡаһында ығы-зығы ҡуба | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә билдәле шәхестәрҙең портреттарын һатыу арҡаһында ығы-зығы ҡуба

Йәш рәссамдың был ҡылығы ҡайһы берәүҙәргә бик үк оҡшап етмәй. Рәссам, әлбиттә, атайымдың ҡарашын, эске хис-тойғоларын тулыһынса асып бирә алған, ти Руслан Баҙыҡов. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовҡа портрет бер һүҙһеҙ оҡшай, тик уның һатыуға ҡуйылыуына билдәле...

30 июля 2019
Смотреть видео Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре

Гонконгта хөкүмәткә ҡаршы сығыштар дауам итә. Үткән ялдарҙа 250 меңдән ашыу кеше манифестта ҡатнашҡан. Акция рөхсәтһеҙ үткәрелгән, шуға демонстрацияға йыйылғандарҙы таратыр өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Әйтергә кәрәк, Гокнонгта сыуалыштар ике ай дауам итә. Халыҡ...

30 июля 2019
Смотреть видео Иҫке йорттан - яңы иҫке йортҡа | ГТРК «Башкортостан»

Иҫке йорттан - яңы иҫке йортҡа

Өфөнөң Дим районынында “Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү” программаһы буйынса тапшырылған фатирҙар йәшәү өсөн яраҡһыҙ булып сыға. Урындағы халыҡ 4 йылдан ашыу ғәҙеллек өсөн көрәшә. Дим районының Якуб Колас урамында урынлашҡан йорттарҙағы проблемалар бер-нисә йыл дауам итә. Яңы...

30 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә

Оҙон блға сығыусы пассажирҙарҙың хәҙер уңайлы һәм заман талаптарына яуап биргән транспортта оҙон юлға сығыу мөмкинлеге буласаҡ. Республиканың төп автотранспорт предприятеһы “Башавтотранстың” техник базаһы яңыртыла. Ойошмаға өр-яңы 6 автобус бирелде. Нефтекамалағы заводта сығарылған машиналар Өфө...

30 июля 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне

Августан һәр райондың бизнес-шерифы буласаҡ. Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эште йәһәтерәк атҡарыу бурысын ҡуйҙы республика етәксеһе. Уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе оператив кәңәшмәнең...

30 июля 2019
Смотреть видео “Көмөш аҡбуҙат” кинофестиваленә әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Көмөш аҡбуҙат” кинофестиваленә әҙерлек

Август айында башҡалабыҙ йәнә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны ҡаршылай. Өфөлә 4-се тапҡыр “Көмөш аҡбуҙат”кинофестивале үтә. Быйыл форумдың даирәһе киңерәк: конкурс программаһында милли, этник әҫәрҙәрҙән тыш социаль һәм мотивацион фильмдар ҙа күрһәтеләсәк. Фестиваль сиктәрендәге уникаль фильмдарҙы...

26 июля 2019
Смотреть видео Донъя һәм хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Донъя һәм хәбәрҙәре

Африка тағуны Болгарияла. Республиканың бер-нисә ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Мәҫәлән, Бра́шлен тип аталған ауылда үлемесле ауырыу илдәге иң ҙур сусҡа фермаһында табылған. Инфекция таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн фремалағы 40 меңдән ашыу сусҡаны юҡ итергә тура киләсәк.  Властар...

26 июля 2019
Смотреть видео Республиканың поликлиника һәм дауаханаларына йәш белгестәр эшкә ҡайтасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың поликлиника һәм дауаханаларына йәш белгестәр эшкә ҡайтасаҡ

Башҡорт дәүләт медицина университетының бер төркөм ординаторҙарына дипломдар тапшырылды. Тантаналы сара һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Быйыл барлығы 667 ординатор юғары белем алыу тураһында таныҡлыҡ алды. Буласаҡ табиптарҙың күбеһе маҡсатлы йүнәлмәләр буйынса белем алған.

26 июля 2019
Смотреть видео Табип менән сәйәхәт | ГТРК «Башкортостан»

Табип менән сәйәхәт

Ошо исем аҫтында сит илдәрҙә ун йыллап үткәрелгән сараға Рәсәй ҙә ҡушылды. Сибай ҙа был социаль акциянан ситтә ҡалманы. Аҙна һайын ҡала халҡы урындағы табиптар менән бергә саф һауала йөрөргә сыға. Йәнле аралашыу файҙалы кәңәштәр менән үрелеп бара. Теләгән һәр кем баш табибы Радик Нәҙерғоловҡа һәм...

26 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда онкология сирҙәренә дусар булыусылар һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда онкология сирҙәренә дусар булыусылар һаны арта

Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, яман шеш менән ауырыусылар 6,7 процентҡа күберәк теркәлгән. Был турала Республика Йортонда уҙған “Сәләмәтлек сәғәтендә” әйтелде. Башҡортостан буйынса был ҡурҡыныс исемлектең беренсе урынында Стәрлебаш районы килә. Саҡмағош, Көйөргәҙе, Федоровкала ла онкология...

26 июля 2019
Смотреть видео Мәктәпһеҙ ҡалған балалар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпһеҙ ҡалған балалар

Прокуратура Өфөнөң Кузнецов затонында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлөшөн суд аша талап итәсәк. Бында меңәрләгән ғаилә балалары менән йәшәй, әммә, бер генә лә мәғариф учреждениеһы юҡ. Быға тиклем беҙҙең хәбәрселәр мәсьәлә тураһында бәйән иткәйне. Хәбәрҙәрҙән һуң, хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү башланы....

26 июля 2019
Смотреть видео Сәнәғәт сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Сәнәғәт сәғәте

Башҡортостандың төп сәнәғәт үҙәктәренең береһе – Октябрьскийҙа яңы проекттар бойомға ашырыла. Уларҙың барыһы ла ҡаланың  индустриаль селтәре программаһына ярашлы  үтәләсәк.  Ошо турала Республика Йортонда уҙған “Сәнәғәт сәғәте” ултырышында әйтелде. Башҡортостандың көнбайышындағы ҡала...

26 июля 2019
Смотреть видео Өфө төтөн тотҡононда | ГТРК «Башкортостан»

Өфө төтөн тотҡононда

Кисә баш ҡаланы ҡуйы томан ҡаплап алды. Белгестәр фаразлауынса, бының сәбәбе Красноярск крайындағы урман янғындары. Уттан сыҡҡан төтөн Урал һәм Волга буйына тиклем барып етеүе ихтимал. Синоптиктар баш ҡалалағы һауаны тикшерҙе һәм унда кеше һаулығы өсөн зарарлы матдәләр табылмауы тураһында хәбәр...

26 июля 2019
Смотреть видео Луиза Хәйруллина эҙенән... | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина эҙенән...

Өфөлә банк кассаһын бушатҡан сираттағы кассир суд алдына баҫты. Лилиә Аҙнабаеваға ҡарата тәүге суд ултырышы үтте. Башҡала банктарының береһенең өлкән кассиры 6 млн ярым һум аҡса урлауҙа ғәйепле тип танылды. Лилиә Аҙнабаева суд залына һыу уртлағандай бер тынһыҙ инеп ултырҙы. Өлкән кассир эштә лә...

26 июля 2019
Яндекс.Метрика