Йәш профессионалдар

Башҡортостан йыйылма командаһы “Йәш профессионалдар” тип аталған 7-се милли чемпионатҡа әҙерләнә. Быйыл ул Ҡазан ҡалаһында 20-се майҙан 24 –се майға тиклем үтәсәк. Чемпионатта төбәк-ара ярышта еңеүселәр ҡатнаша. Йәмғеһе 64 кеше 27 йүнәлештә һынау тотасаҡ. Улар араһында студенттар, мәктәп уҡыусылары бар, быйыл иһә конкурста 50 йәштән өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Чемпионат эшсе профессияларҙың әһәмиәтен күтәреү һәм йәштәрҙә төрлө һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторола.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Туймазы районында бөгөн төнгө авария сәбәптәре асыҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Туймазы районында бөгөн төнгө авария сәбәптәре асыҡлана

Бәләбәй-Баҡалы юлының Туймазы районы аша үткән өлөшөндә 30 йәшлек водитель идараны юғалтып юл ситенә сығып оса. Автомобиль бер-нисә тапҡыр түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 34 йәшлек пссажир һәләк була, водитель һәм тағы ла өс пассажир урындағы дауаханаға килтерелгән.

4 декабря 2018
Смотреть видео Бөгөн инвалидтар көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн инвалидтар көнө билдәләнә

Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь “халыҡ-ара инвалидтар” көнө тип билдәләнә. Халыҡ-ара инвалидтар көнөнөң төп маҡсаты- мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау,  тыныслығын һаҡлауға  йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, томал ишетмәгән ата-әсәнән...

3 декабря 2018
Смотреть видео Сәйәси батл кем файҙаһына? | ГТРК «Башкортостан»

Сәйәси батл кем файҙаһына?

Был ялдарҙа баш ҡала халҡы ҡыҙыҡлы осрашыуҙа ҡатнашты һәм ҡатнаш алыш буйынса донъя кимәлендә билдәле спортсыға ҡаршы сыҡты. Красногорск ҡала  Думаһы депутаты Джефф Монсон сәйәси баттлда сетерекле һорауҙарға яуап бирҙе. Америка Ҡушма Штаттары гражданины, тәжрибәле спортсы, әммә сәйәсәткә яңы...

3 декабря 2018
Смотреть видео Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Ошо уңайҙан Башҡортостанға был уҡыу йортон тамамлаған белгестәр бөтә Рәсәй төбәктәренән йыйылды.Университеттың тарихы 1941 йылдан башлана. Тап шул ваҡытта Черниковск ҡалаһына Мәскәүҙәге Губкин исемендәге нефть институты күсерелгән. Йәнә ете йылдан был уҡыу йортоноң Өфө филиалы асыла. Ете тиҫтә йыл...

3 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостанда медицина өлкәһе айырым иғтибарға алынасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда медицина өлкәһе айырым иғтибарға алынасаҡ

Республика етәксеһе исеменә октябрь һәм ноябрҙә генә медицина тармағына ҡағылышлы булған 725 мөрәжәғәт алынған. Граждандар урындарҙағы дауаханаларҙың хәленә зарлана. Белгестәргә күренеү өсөн, айырым райондарҙа кешеләр таңғы биштән сират алырға мәжбүр.

3 декабря 2018
Смотреть видео Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды

Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт премьер-министры  вазифаһынан китте, мәғариф министры алмашынды. Был турала бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров министрлыҡтар һәм ведомстволар, район һәм ҡала хакимиәттәрен башлыҡтары алдында яңы...

3 декабря 2018
Смотреть видео Юлаевсыларҙың еңелеүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Юлаевсыларҙың еңелеүҙәре

“Салауат Юлаев” үҙ көйәрмәндәре алдында Магниторск ҡалаһының “Металлург” командаһына  еңелә. Өфө клубы өсөн уйын беренсе минуттарҙан уҡ уңышһыҙ башлана. Тәүге периодта беҙҙең ҡапҡаға ҡаршы команда ике яуапһыҙ шайба ташлай. Уйындың ҡалған ике өлөшөндә берешәр шайба индерәләр. Шулай итеп, “...

30 ноября 2018
Смотреть видео 92 йәшлек көйәрмән | ГТРК «Башкортостан»

92 йәшлек көйәрмән

50 йылдан ашыу Салауат Юлаев хоккей клубының әүҙем көйәрмәне. Хәҙер инде уға 92 йәш. Әммә ул яратҡан клубына тоғро булып ҡала, уйындарҙы ҡарау өсөн Шаҡша биҫтәһенән Өфө аренаға тиклем йәйәүләп тә килгеләй.  Фәймә Сәйфүлғәлим ҡыҙы хоккей көйәрмәне. Совет заманынан алып әлеге ваҡытта уйнаған...

30 ноября 2018
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Йәсмин, миләүшә сәскәләренең һәм әфлисун ағасының хуш еҫтәре – Франциялағы Граса ҡалаһының визит карточкаһы. Урындағы парфюмерия сәнғәте бөтә донъяла танылыу яулаған. Хәҙер улар ҡулланған хушбуйҙарҙы етештереү ысулы ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Ошо рәүешле улар...

30 ноября 2018
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяғында ағиһел йылғаһы аша өсөнсө күпер төҙөләсәк. Яңы ҡоролма Ағиҙел йылғаһы аша үткән хәҙерге ике күперҙе тоташтырасаҡ. Бынан тыш шулай уҡ дуҫлыҡ монументы һәм Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспектындағы юл киҫелеше киңәйтеләсәк. Һуңғы ике йылда Өфө халҡы өсөн генә түгел, баш...

30 ноября 2018
Яндекс.Метрика