Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Францияла “һары жилеттарҙың” сираттағы акцияһы тыныс шарттарҙа үткән. Полиция менән бәрелештәр теркәлмәгән, тип хәбәр итә Раше Тудей телеканалы. Париждың үҙәк райондарында ҡаршылыҡ акциялары үткәреү ҡәтғи тыйылған.
  • Ҡырғыҙстанда нефть базаһында сыҡҡан янғын сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Джалал-Абад өлкәһендә ҡара ҡуйын төтөн аҫтында ҡалған 2 мең кеше имен урындарға күсерелгән, ут менән көрәшкә республиканың граждандарҙы һаҡлау хеҙмәте йәлеп ителгән.
  • Ҡырым ярҙарында бынан 100 йыл элек батҡан “Генерал Коцебу” пароходына махсус экспедиция ойошторолған. Унда ҡатнашыусылар Иван Айвазовский картиналарына юлыҡҡан. Судно ярҙан 12 саҡырым алыҫлыҡта 40 метр тәрәнлектә ята.
  • Багам утрауҙарында йәшәүселәр өсөн килем сығанағына әйләнгән сусҡаларға ҡарата ҡаты мөғәләмә итеү осраҡтары йышайған. Хайуандарҙы һаҡлаусылар ошо йәһәттән ҙур борсолоу белдергән. Һуңғы йылдарҙа сусҡалар утрауына сәйәхәт ҡылырға теләүселәр ҡырҡа артҡан. Туристар был хайуандарҙы ашатыу өсөн генә түгел, хатта фотоға төшөү өсөн махсус ошо утрауға килә икән.
Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Эпидимилогик хәлгә бәйле, Салауат Юлаев көндәрен онлайн форматта үткәрергә ҡарар ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Эпидимилогик хәлгә бәйле, Салауат Юлаев көндәрен онлайн форматта үткәрергә ҡарар ителгән

Быйыл халыҡ батырының тыуыуына 266 йыл тула. 12 июндән 16 июнгә тиклем республиканың барлыҡ район-ҡалаларында байрам саралары уҙғарыла. Республика Милли музейында видеокәңәшмә режимында «Герой һәм шағир. Салауат Юлаев шәхесенең Башҡортостан тарихындағы роле» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция...

11 июня 2020
Смотреть видео “Суперпейв” инновациялы технология ярҙамында юл төҙөклөндөрәләр | ГТРК «Башкортостан»

“Суперпейв” инновациялы технология ярҙамында юл төҙөклөндөрәләр

Асфальт етештереү өсөн әҙерләнгән материал махсус лента аша юғары температуралы мейескә оҙатыла. Билдәле булыуынса,  “Суперпейв” инновациялы технология транспорт баҫымын һәм һауа шарттарын иҫәпкә алып, тәғәйен файҙаланыу үҙенсәлектәренә эйә булған асфальт составын проектлай. Материал 170...

11 июня 2020
Смотреть видео Килем кеше һаулығына ҡарағанда мөһимерәк | ГТРК «Башкортостан»

Килем кеше һаулығына ҡарағанда мөһимерәк

Өфө урамдарында рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәр арта. Тикшереү барышында, күптәренең ҡулында емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙең сифатын асыҡлаған документтары юҡлығы асыҡланды. Өҫтәүенә, лаборатор тикшереүҙәр ҙә яҡшы һөҙөмтә бирмәй. Ҡағиҙә буйынса, Өфө урамдарында һатыу итеүселәр ҡулында тауарҙарының сифатын...

11 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 4 меңдән ашыу йәтимдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә тейештәр. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 4 меңдән ашыу йәтимдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә тейештәр.

Башҡортостанда 4 меңдән ашыу йәтимдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә тейештәр. Әммә был мөмкинлек менән бөтәһе лә ваҡытында ҡуллана алмай. Сиратты көтөүе оҙаҡ, ә исемлек йылдан-йыл арта. Ни өсөн улай һуң? Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты. Был бүлмәлә оҫтахана булмаһа ла, бында ижад кешеһе йәшәй....

11 июня 2020
Смотреть видео «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» исеме лә биреләсәк | ГТРК «Башкортостан»

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» исеме лә биреләсәк

Рәсәйҙә беренсегә «Герой ҡала» исеме менән бер рәттән «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» исеме лә биреләсәк. Ошо рәүешле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәткәрҙәре батырлығы  әңгеләштереләсәк. Маҡтаулы исемгә Өфө ҡалаһы ла дәғүә итә. Башҡалабыҙ халҡы Бөйөк еңеүгә ниндәй өлөш индергән...

11 июня 2020
Смотреть видео Мәғариф министрлығы һәм ректорҙар советы брифингы | ГТРК «Башкортостан»

Мәғариф министрлығы һәм ректорҙар советы брифингы

Бөгөн киске сәғәт етелә республиканың мәғариф министрлығы һәм ректорҙар советы ҡатнашлығында махсус брифинг үтәсәк. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы гтрк.тв сайтында ҡалдыра алаһығыҙ. Кәңәшмәнең тура трансляцияһын “Башҡортостан 24” каналында ҡарағыҙ.   

10 июня 2020
Смотреть видео Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү | ГТРК «Башкортостан»

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү өсөн бюллетендәр баҫтырыла башланы. Башҡортостанда бөтәһе  3 телдә  3 миллион бланк әҙерләү планлаштырыла. Шулай уҡ йәшәгән урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза тапшырыу башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ...

10 июня 2020
Смотреть видео Республикаға эҫе көндәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға эҫе көндәр килде

Синоптиктар хәбәр итеүенсә был аҙнала беҙҙе аномаль эҫе көндәр көтә.Төбәккә көслө антициклон яҡынлаша, шул сәбәпле һауа температураһы  30 градусҡа тиклем күтәреләсәк.  Был осорҙа республика биләмәләрендә урман янғыны хәүефе юғары. Бигерәк тә көнъяҡ райондарҙа, бында урыны менән һауа...

9 июня 2020
Смотреть видео Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде

Рәсәйҙә социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде. Пандемия ваҡытында оло йәштәгеләр һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамына айырыуса мохтаж.  Изге һөнәр эйәләре рәтенә ҡушылыусылар бармы? Социаль хеҙмәткәрҙәргә хөкүмәттән ярҙам бүленгәнме? Социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе...

9 июня 2020
Смотреть видео Төбәк башлығы эш сәфәре менән Баҡалы һәм Шаран райондарында булды | ГТРК «Башкортостан»

Төбәк башлығы эш сәфәре менән Баҡалы һәм Шаран райондарында булды

Республика бюджетынан   «ҡара генерал»  Даян Мурзин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәжиб Асанбаев исемдәрен йөрөткән музей һәм мәҙәниәт йортона 10 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров Баҡалы һәм Шаран райондарына эш сәфәре барышында белдерҙе. Төбәк...

9 июня 2020
Яндекс.Метрика