Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Францияла “һары жилеттарҙың” сираттағы акцияһы тыныс шарттарҙа үткән. Полиция менән бәрелештәр теркәлмәгән, тип хәбәр итә Раше Тудей телеканалы. Париждың үҙәк райондарында ҡаршылыҡ акциялары үткәреү ҡәтғи тыйылған.
  • Ҡырғыҙстанда нефть базаһында сыҡҡан янғын сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Джалал-Абад өлкәһендә ҡара ҡуйын төтөн аҫтында ҡалған 2 мең кеше имен урындарға күсерелгән, ут менән көрәшкә республиканың граждандарҙы һаҡлау хеҙмәте йәлеп ителгән.
  • Ҡырым ярҙарында бынан 100 йыл элек батҡан “Генерал Коцебу” пароходына махсус экспедиция ойошторолған. Унда ҡатнашыусылар Иван Айвазовский картиналарына юлыҡҡан. Судно ярҙан 12 саҡырым алыҫлыҡта 40 метр тәрәнлектә ята.
  • Багам утрауҙарында йәшәүселәр өсөн килем сығанағына әйләнгән сусҡаларға ҡарата ҡаты мөғәләмә итеү осраҡтары йышайған. Хайуандарҙы һаҡлаусылар ошо йәһәттән ҙур борсолоу белдергән. Һуңғы йылдарҙа сусҡалар утрауына сәйәхәт ҡылырға теләүселәр ҡырҡа артҡан. Туристар был хайуандарҙы ашатыу өсөн генә түгел, хатта фотоға төшөү өсөн махсус ошо утрауға килә икән.
Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо уңайҙан республикала ирекмәндәр көн дә Өфө урамдарында кешеләргә кәрәкле мәғлүмәт бирә. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тулы мәғлүмәтте ирекмәндәр һәр кешегә еткерергә тырыша. Төҙәтмәләргә...

18 июня 2020
Пенсия ни өсөн кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Пенсия ни өсөн кәмегән

Башҡортостанда ҡайһы бер хаҡлы ялдағылар пенсия күләменең кәмеүе тураһында хәбәр итә. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән белешмәлә был хәл йәй башланыу менән коммуналь хеҙмәттәр өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация кимәленең түбәнәйеүе менән...

17 июня 2020
Граффити конкурсы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Граффити конкурсы тергеҙелә

Өфөлә йыл да үткәрелгән граффити ярыштары быйыл коронавирус инфекцияһы сәбәпле кисектерелеп торҙо. Башҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығы 23 мартта старт алған бәйгененең дауамын иғлан итә. Рәсем эскиздары 19 июнгә тиклем ҡабул ителә. Замана ижады төрөндә 10 йәше тулған балаларҙан алып  30 йәшкә...

17 июня 2020
Президент гранттарына махсус конкурс | ГТРК «Башкортостан»

Президент гранттарына махсус конкурс

Коронавирус инфекцияһы мәлендә мохтаждарға ярҙам иткән коммерция булмаған ойошмалар Фондтың махсус грантына дәғүә итә ала. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса өҫтәмә финанс ярҙамға пандемия осоронда иң йомшаҡ тип танылған социаль төркөм вәкилдәренә бушлай ярҙам иткән...

17 июня 2020
Баҡсасы мәнфәғәттәре депутаттар иғтибары үҙәгендә | ГТРК «Башкортостан»

Баҡсасы мәнфәғәттәре депутаттар иғтибары үҙәгендә

Баҡсасылыҡты көйләү һәм яҡлауҙы республика башҡарма власы органы үҙ иңенә алыуы ихтимал. Республика парламентының яҙғы сессияла һуңғы пленар ултырышының көн тәртибендә сниффингҡа юл ҡуймау, тәмәке һәм кальян тартыуҙы сикләү һәм баҡсасылар мәнфәғәттәрен хәстәрләү тураһындағы һәм башҡа мәсьәләләр -...

17 июня 2020
Ҡайҙа нисек тауыш бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡайҙа нисек тауыш бирергә

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү ғәҙәттәге участкаларҙан тыш күсмә һайлау урындарында ла ойошторола.  Ситтән тороп тауыш бирергә теләгәндәр өсөн илдең бер нисә төбәгендә электрон тауыш биреү саралары хәстәрләнгән. Мәскәү, Түбәнге Новгород халҡы өйҙән сыҡмай ғына...

17 июня 2020
Смотреть видео Быйыл Табын иконаһы көндәрендә күмәк саралар үткәрелмәйәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Табын иконаһы көндәрендә күмәк саралар үткәрелмәйәсәк

Был илдәге һәм республикалағы эпидемиологик хәлгә бәйле. Башҡортостан митрополияһында байрам уңайынан Тәре йөрөштәре үткәрелмәй. Шулай уҡ, 19 июндә Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастырендә байрам хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылыуҙа Митрополия башлығы ҡатнашмаясаҡ. Был көндәге литургияны онлайн режимда Бөрө һәм...

17 июня 2020
Смотреть видео “Минең ихатам” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Минең ихатам” конкурсы

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған “Минең ихатам” конкурсында тауыш биреү башланды. Бының өсөн гтрк.тв сайтындағы “Проекты” бүлегендә, “Конкурс Моя любимая усадьба” тигән яҙыуҙы табып, шунда инергә кәрәк. Ҡатнашыусыларҙың видеоларын ҡарап, шиғырҙарын тыңлап, үҙегеҙгә оҡшағанын...

17 июня 2020
Смотреть видео Ауырғазы районында еләк питомнигы үҙ эшен башланы | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазы районында еләк питомнигы үҙ эшен башланы

Ауырғазы районы Үтәймулла ауылы эргәһендәге еләк питомнигы үҙ эшен башланы. Өфөнән алыҫ булмаған еләк баҡсаһынан инде 25 йылдан ашыу кеше өҙөлмәй. Бында хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр. Рәүиә Суфиянова еләк йыйыу өсөн Ғафури районы Табын ауылынан килгән. Бындағы еләк татлылығы, эрелеге менән үҙенә...

17 июня 2020
Смотреть видео Мең һумлыҡ мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы | ГТРК «Башкортостан»

Мең һумлыҡ мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы

Тәтешле районы хакимиәте хужалыҡтарға һәм фермерҙарға ярҙамға килгән. Пандемия сәбәпле райондың хужалыҡ субъекттары ҡыйынлыҡтарға юлыҡһа ла, эшмәкәрлеген туҡтатмаған. Был тәү сиратта, яҙғы баҫыу эштәрен алып барыусы ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тураһында һүҙ. Улар...

17 июня 2020
Яндекс.Метрика