Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Францияла “һары жилеттарҙың” сираттағы акцияһы тыныс шарттарҙа үткән. Полиция менән бәрелештәр теркәлмәгән, тип хәбәр итә Раше Тудей телеканалы. Париждың үҙәк райондарында ҡаршылыҡ акциялары үткәреү ҡәтғи тыйылған.
  • Ҡырғыҙстанда нефть базаһында сыҡҡан янғын сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Джалал-Абад өлкәһендә ҡара ҡуйын төтөн аҫтында ҡалған 2 мең кеше имен урындарға күсерелгән, ут менән көрәшкә республиканың граждандарҙы һаҡлау хеҙмәте йәлеп ителгән.
  • Ҡырым ярҙарында бынан 100 йыл элек батҡан “Генерал Коцебу” пароходына махсус экспедиция ойошторолған. Унда ҡатнашыусылар Иван Айвазовский картиналарына юлыҡҡан. Судно ярҙан 12 саҡырым алыҫлыҡта 40 метр тәрәнлектә ята.
  • Багам утрауҙарында йәшәүселәр өсөн килем сығанағына әйләнгән сусҡаларға ҡарата ҡаты мөғәләмә итеү осраҡтары йышайған. Хайуандарҙы һаҡлаусылар ошо йәһәттән ҙур борсолоу белдергән. Һуңғы йылдарҙа сусҡалар утрауына сәйәхәт ҡылырға теләүселәр ҡырҡа артҡан. Туристар был хайуандарҙы ашатыу өсөн генә түгел, хатта фотоға төшөү өсөн махсус ошо утрауға килә икән.
Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Күҙе томаланғандар | ГТРК «Башкортостан»

Күҙе томаланғандар

Быға тиклем ике иҫерек водитель ғәйебе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Иглин районында фажиғәле авариялар теркәлде. Радий Хәбиров юлдарҙағы хәлде ныҡлы күҙәтеүгә алырға, ата-әсәләрҙе уяу булырға саҡырҙы. Башҡортостан юлдарында көн һайын бихисап авария теркәлә. Уҙған аҙнала ғына 66 юл-транспорт...

8 июля 2020
Смотреть видео Эскән водителдәргә ҡаршы көрәш башланды | ГТРК «Башкортостан»

Эскән водителдәргә ҡаршы көрәш башланды

Кисәле-бөгөнлө водителдәр юл буйҙарында юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең күплегенә иғтибар иткәндер.  Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республика етәксеһе Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына, Дәүләт автоинспекцияһына эскән водителдәр...

8 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ирекмәндәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ирекмәндәр бүләкләнде

Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев пандемия ваҡытында мохтаж булыусыларға ярҙам иткән ирекмәндәрҙе бүләкләне. Республикала коронавирус пандемияһы шарттарында ирекмәндәр хәрәкәте айырыуса әүҙемләште. Улар оло кешеләргә һәм карантин ваҡытында өйҙәренән сыға алмаусыларға ниндәй ярҙам...

8 июля 2020
Смотреть видео Тырышҡан табыр... | ГТРК «Башкортостан»

Тырышҡан табыр...

Башҡортостанда беренсе тапҡыр алданған өлөшсөләр граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау федераль фондына мөрәжәғәт итеп, аҡса бүлдереүгә ирешә алды. Күп балалы әсә Галина Бухарова 2010-сы йылда йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡала уртаһынан фатир һатып алырға ҡарар итә. Был ваҡытта төҙөлөш әүҙем бара ине әле...

8 июля 2020
Смотреть видео “Жилстройсбережение” программаһы оҙайтыла | ГТРК «Башкортостан»

“Жилстройсбережение” программаһы оҙайтыла

Башҡортостан хөкүмәтендә “Жилстройсбережение” программаһы мөмкинлектәрен киңәйтергә һәм 3 йылға тиклем оҙайтырға уйлайҙар. Документ хөкүмәттең президиум ултырышында тикшерелде. Проект 2014 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Ошо арауыҡта 2 меңдән ашыу кеше беренсе иғәнә туплап, хөкүмәттән өҫтәмә субсидия...

8 июля 2020
Смотреть видео Һыуға батып үлеүселәр араһында балалар булыуы борсоуға һала | ГТРК «Башкортостан»

Һыуға батып үлеүселәр араһында балалар булыуы борсоуға һала

Республика Хөкүмәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында билдәләнеүенсә, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда һәләк булыусылар 26 процентҡа күберәк. Йылға-күлдәрҙә үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында төбәктә өҫтәмә саралар күреләсәк.

8 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 20 кеше батып үлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 20 кеше батып үлгән

Бындай эҫе көндәрҙә күптәр йылға буйҙарына ашыға. Әммә унда ла бәлә көтөп кенә торғанын оноторға ярамай.  Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 20-гә яҡын кеше батып үлгән.  Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән. Ял итеүселәр именлек...

8 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда янғындар сығыу ихтималлығы арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда янғындар сығыу ихтималлығы арта

Рәсәйҙең гидрометүҙәге белгестәре илдең бер-нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда янғындар сығыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе бермә-бер арта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, киләһе көндәрҙә Республикала һауа температураһы...

8 июля 2020
Смотреть видео Геройҙар беҙҙең арала | ГТРК «Башкортостан»

Геройҙар беҙҙең арала

Башҡортостан буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәт  әлеге ваҡытта көсәйтелгән режимда эшләй. Утты үҙенә буйһондороусылар кеше ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте янғындан һаҡлай.  Әммә бының өсөн улар көн дә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең ижади төркөм  янғын ваҡытында күп...

7 июля 2020
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

 Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта. Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2020
Яндекс.Метрика