Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Францияла “һары жилеттарҙың” сираттағы акцияһы тыныс шарттарҙа үткән. Полиция менән бәрелештәр теркәлмәгән, тип хәбәр итә Раше Тудей телеканалы. Париждың үҙәк райондарында ҡаршылыҡ акциялары үткәреү ҡәтғи тыйылған.
  • Ҡырғыҙстанда нефть базаһында сыҡҡан янғын сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Джалал-Абад өлкәһендә ҡара ҡуйын төтөн аҫтында ҡалған 2 мең кеше имен урындарға күсерелгән, ут менән көрәшкә республиканың граждандарҙы һаҡлау хеҙмәте йәлеп ителгән.
  • Ҡырым ярҙарында бынан 100 йыл элек батҡан “Генерал Коцебу” пароходына махсус экспедиция ойошторолған. Унда ҡатнашыусылар Иван Айвазовский картиналарына юлыҡҡан. Судно ярҙан 12 саҡырым алыҫлыҡта 40 метр тәрәнлектә ята.
  • Багам утрауҙарында йәшәүселәр өсөн килем сығанағына әйләнгән сусҡаларға ҡарата ҡаты мөғәләмә итеү осраҡтары йышайған. Хайуандарҙы һаҡлаусылар ошо йәһәттән ҙур борсолоу белдергән. Һуңғы йылдарҙа сусҡалар утрауына сәйәхәт ҡылырға теләүселәр ҡырҡа артҡан. Туристар был хайуандарҙы ашатыу өсөн генә түгел, хатта фотоға төшөү өсөн махсус ошо утрауға килә икән.
Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ни өсөн прокурорҙар закон боҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн прокурорҙар закон боҙа?

Өфө ҡалаһы Совет районы прокурорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ул 5 миллион һумлыҡ ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Уның 180 миллион һумлыҡ мөлкәте табылды. Рәмил Ғәрифуллин үҙенең эш бүлмәһендә  ҡулға алынды. Был операцияны Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы Республика...

12 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда тыуым арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуым арта

Июль айында республикала 4 мең 400 бала донъяға килгән. Был үткән айҙағынан күпкә артығыраҡ. Демографияның яҡшырыуына республикала һәм федераль кимәлдә алып барылған эштәр ярҙам итте тип билдәләй белгестәр. Башҡортостанда яңы тыуған тәүге бала өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр 300...

11 сентября 2018
Смотреть видео Зинин, Жилин һәм Ногаев ауылдарында йәшәүселәр ауылдар араһында зыярат төҙөүгә ҡаршы | ГТРК «Башкортостан»

Зинин, Жилин һәм Ногаев ауылдарында йәшәүселәр ауылдар араһында зыярат төҙөүгә ҡаршы

Ни өсөн ғәҙәти хәл халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙыра? Был яңылыҡ аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды, ти Өфө эргәһендә урынлашҡан өс ауыл халҡы. Балаларын урындағы мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөткәндәр иһә бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелгән.Йәш ғаиләләр балалары өсөн һағайып, артабан нисек йәшәргә, ҡайҙа...

11 сентября 2018
Смотреть видео Лидер позицияһын ҡайтанан нығытыу - оҙайлы һәм етди эш һөҙөмтәһе | ГТРК «Башкортостан»

Лидер позицияһын ҡайтанан нығытыу - оҙайлы һәм етди эш һөҙөмтәһе

Ошо хаҡта Берҙәм Рәсәйҙең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев Башҡортостан парламентына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре буйынса ойошторған матбуғат конференцияһында белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай составында киҫкен үҙгәрештәр көтөлмәй, әммә һайлаусылар күрергә теләгән сәйәси төрлөлөк...

11 сентября 2018
Смотреть видео Йәштәргә йәшел юл | ГТРК «Башкортостан»

Йәштәргә йәшел юл

Башҡортостанда йәштәргә эшкә урынлашыуҙа яңы ысулдар ҡулланылырға тейеш. Уҡыусыларға һөнәр һайлау ҙа айырым иғтибарға алынасаҡ. Һөнәри йүнәлеште билдәләү бөгөн төп маҡсатҡа әйләнде. Был хаҡта республика башлығы Профуспех форумында белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин беҙҙең студия менән тура...

11 сентября 2018
Смотреть видео Тилерткес матдәләр тартып алынды | ГТРК «Башкортостан»

Тилерткес матдәләр тартып алынды

Ҡазан ҡалаһында юл-патруль хеҙмәткәрҙәре  Мәскәүҙән 28 йәшлек наркотиктар ташыусы ике ирҙе  ҡулға алды. Уларҙың машинаһы багажнигында гашиш, мефедрон, кокаин, ЛСД, амфетамин кеүек тилерткес матдәләр табылған. Бөтәһе 116 килограммдан ашыу наркотик тартып алынған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса...

11 сентября 2018
Смотреть видео Йылдарҙа-беҙҙең тарих | ГТРК «Башкортостан»

Йылдарҙа-беҙҙең тарих

Парламентҡа 110 депутат һайланасаҡ. Үткән быуаттағы һайлау бөгөнгөһөнән нимә менән айырыла? 1906 йылдың 27 апрелендә Санкт-Петербургтың Таврия һарайында Рәсәй империяһының Дәүләт Думаһының тәүге саҡырылышы  йыйыла. Бөтә халыҡ өсөн ҙур байрам булып һаналған сара парламентаризмдың нигеҙе булып...

10 сентября 2018
Смотреть видео Иглиндар әүҙем тауыш бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Иглиндар әүҙем тауыш бирҙе

Иглин территориаль һайлау комиссияһы Красногорск һайлау округының үҙәге булып тора. Унда шулай уҡ Нуриман, Архангель райондарында урынлашҡан ҡайһы бер һайлау участкалары комиссиялары ла бюллетендәрен тапшырҙы. Иглин ауылында барыһы 10 һайлау участкаһы урынлашты.  Һайлау комиссиялары үҙҙәренең...

10 сентября 2018
Смотреть видео Республикала һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Республикала һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте

Башҡортостан етәксеһе тәүгеләрҙән булып үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Башҡаланың 109-сы һайлау участкаһында исемлектә 2671 һайлаусы теркәлгән. Тауыш биреү барышын КОИБ 2017 ҡорамалдары иҫәпләй. Участкала һайлаусылар өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған һәм хәүефһеҙлек саралары күрелгән.Был һайлауҙа...

10 сентября 2018
Яндекс.Метрика