К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Францияла “һары жилеттарҙың” сираттағы акцияһы тыныс шарттарҙа үткән. Полиция менән бәрелештәр теркәлмәгән, тип хәбәр итә Раше Тудей телеканалы. Париждың үҙәк райондарында ҡаршылыҡ акциялары үткәреү ҡәтғи тыйылған.
  • Ҡырғыҙстанда нефть базаһында сыҡҡан янғын сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Джалал-Абад өлкәһендә ҡара ҡуйын төтөн аҫтында ҡалған 2 мең кеше имен урындарға күсерелгән, ут менән көрәшкә республиканың граждандарҙы һаҡлау хеҙмәте йәлеп ителгән.
  • Ҡырым ярҙарында бынан 100 йыл элек батҡан “Генерал Коцебу” пароходына махсус экспедиция ойошторолған. Унда ҡатнашыусылар Иван Айвазовский картиналарына юлыҡҡан. Судно ярҙан 12 саҡырым алыҫлыҡта 40 метр тәрәнлектә ята.
  • Багам утрауҙарында йәшәүселәр өсөн килем сығанағына әйләнгән сусҡаларға ҡарата ҡаты мөғәләмә итеү осраҡтары йышайған. Хайуандарҙы һаҡлаусылар ошо йәһәттән ҙур борсолоу белдергән. Һуңғы йылдарҙа сусҡалар утрауына сәйәхәт ҡылырға теләүселәр ҡырҡа артҡан. Туристар был хайуандарҙы ашатыу өсөн генә түгел, хатта фотоға төшөү өсөн махсус ошо утрауға килә икән.
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика