Алтын бишек - 1743933243 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт халҡының ысын улы

Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Артур Әхмәтханов  донъя ҡуйҙы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров  үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Дуҫым китеп барҙы. Яугир. Башҡорт халҡының ысын улы. Ул ҡаты сирләй ине. Һуңғы һулышына тиклем көрәште», — тип яҙҙы. Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы 1962 йылдың 15 ноябрендә БАССР-ҙың Салауат районында тыуған. Юғары белемле. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын тамамлаған. Енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем юл үткән, алты йылға яҡын республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына етәкселек итә, 2005-2008 йылдарҙа —Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы. 2008 йылда  Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.  

Хәбәрҙәр

Смотреть видео

Ҡотҡарыусылар баш ҡалабыҙ пляждарын тикшерҙе

Рейд барышында ҡырағай пляждарҙы үҙ итеүселәр байтаҡ булыуы асыҡланды.  Аңлатыу эштәре даими алып барылыуға ҡарамаҫтан, халыҡ рөхсәт ителгән пляждарҙан ситкәрәк китеп ял итеүҙе хуп күрә. Хатта «Һыу инеү тыйыла» тигән яҙыу ҙа,  халыҡты ҡурҡытмай. Рәсми рәүештә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа...

3 августа 2015

Өфөнөң Социнвестбанкы 6-сы августҡа тиклем эшләмәйәсәк

Был турала банктың рәсми сайтында әйтелгән.   Эре финанас учреждениеһының ни сәбәпле ябылғаны тураһында рәсми мәғлүмәттәр юҡ. Шулай ҙа ҡайһы бер мәғлүмәт саралары Үҙәк банк Анатолий Мотылев төркөмөнә ингән банктарҙың лицензияһын тартып алғас Социнвестбанк ҡыйынлыҡтар кисерә башланы тип...

3 августа 2015

Республикала кеше үлеме менән тамамланған авариялар һаны арта

Кушнаренко юлында Тойота Камри һәм Форд Фокус бәрелешә. Һөҙөмтәлә Форд водителе алынған йәрәхәттәрҙән фажиғә урында йән бирә.Мәрхүмдең Нижневартовскийҙа йәшәгәне билдәле. Аварияла Тойота ғәйепле. Водитель төндә ҡаршы яҡ юлға килеп сыға. Сибай –Аҡъяр трассаһында иһә бөгөн төндә егерме йәшлек...

3 августа 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Халыҡ-ара валюта фонды Грецияға яңы кредит биреүҙән баш тартҡан. Беҙ һөйләшеүҙәр алып барырға риза, әммә финанс ярҙам тураһында һүҙ бармай тип белдергәндәр фонд вәкилдәре. Шулай итеп, афиндарға ил иҡтисадын ҡотҡарып ҡалыу өсөн өсөнсөгә кредит бирелмәйәсәк. Халыҡ-ара валюта фонды был мәсьәләгә...

31 июля 2015
Смотреть видео

Шишмә районы Абрай ауылында мәсеткә нигеҙ ташы һалынды

Иман йорто иҫке мәктәп урынында төҙөләсәк. Мәсет бер ҡатлы буласаҡ.  Унда намаҙ уҡыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға айырым бүлмә эшләү ҙә ҡарала. Киләсәктә изге йорт тирәһендә мәҙрәсә төҙөү ҙә планға индерелгән. Мәсеттең проектын эшләүҙе, финанслауҙы ошо ауылдан сығыусылар үҙ өҫтөнә алған.  

31 июля 2015
Смотреть видео

Сергиев зыяраты янында йәшәүселәр яңы ҡәберҙәр барлыҡҡа килеүгә борсолоу белдерә

70-се йылдар башында уҡ ябылған Сергиев зыяраты янында йәшәүселәр бында яңы ҡәберҙәр барлыҡҡа килеүгә борсолоу белдерә һәм ошо мәсьәләгә  ҡала хакимиәттәренең иғтибарын талап итә. Өфө ҡалаһындағы Сергиевск зыяратының әллә ҡасандан уҡ ябыҡ икәне билдәле. Тик урындағы халыҡ бында һаман ерләүҙәре...

31 июля 2015
Смотреть видео

Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра

Республикала геморрагик биҙгәк менә ауырыусылар арта. Ярты йыл эсендә 40 районда һәм 9 ҡалала сысҡан ауырын йоҡтороуҙың 728 осрағы теркәлгән. Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына  мөрәжәғәт иткән сирлеләрҙең ауырыуҙы эләктереү тарихы оҡшаш. Улар ял көндәрен йылға буйҙарында, урманда,...

31 июля 2015
Смотреть видео

Республикала «Трактор-2015» операцияһы үткәрелә

Операция барышында ҡала һәм райондар буйлап рейдтар ойошторола. Шуларҙың береһендә хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова ла ҡатнашты.Илвир Солтанов ун бер йыл тракторсы булып эшләй. Техник күҙәтеүҙе ул йылына бер тапҡыр түгел, ә көн һайын үткәреү мотлаҡ тип һанай.Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү...

31 июля 2015
Смотреть видео

Өфөлә бөгөн хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Башҡортостандың почет грамоталарын, республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе, фән эшмәкәре, артисы, энергетигы һәм башҡа бик күп маҡтаулы исемдәр үҙҙәренең эйәләрен тапты.  Уларҙы тәбрикләү тантанаһында беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты. Көндәрен техника янында үткәреүсе тракторсы, эштәрҙе оҫта...

30 июля 2015

Бушлай эфир ваҡыты бүленде

Бөгөн Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында 2015 йылдың 13 сентябрендә үтәсәк 15-се Күмертау округынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәлмә һайлауҙа теркәлгән кандидаттар араһында бушлай эфир ваҡытына йәрәбә һалынды. Йәрәбәлә ҡатнашыусылар  агитация алып барыу өсөн «Рәсәй-Башҡортостан»,...

30 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Евротуннель аша мигранттар Франциянан Бөйөк Британияға күсенә. Француз полицияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, поез, машина аҫтында ҡалып һәләк булыусылар бар. Кале ҡалаһы янында кәм тигәндә 5 мең кеше туннель аша Лондонға сығырға йыйына. Франция һәм Бөйөк Британия полицияһы көсәйтелгән эш режимына...

30 июля 2015

Бурыстар арта

Башҡортостандың йылылыҡ бүлеү селтәре йәмғиәте Өфөләге айырым торлаҡ хужалыҡтарын тикшереүҙе һорап прокуратураға мөрәжәғәт итте. Уларҙың йәмғиәткә йөҙҙәрсә миллион бурысы бар. Әле идарасы 23 компанияның эшмәкәрлеге тикшерелә. Полиция һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре  йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн...

30 июля 2015
Смотреть видео

Ҡышҡы йылы өсөн йәйен түләү

Өфөләге йорттарҙың береһендә йәшәүселәрҙе торлаҡ өсөн хаҡтарҙың ҡапыл артыуы ғәжәпләндерә.  Ғәҙеллекме, ҡағиҙәме, аңлашылмаусанлыҡмы? Торлаҡ хужалары һәм идарасы компания вәкилдәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ошо хәлгә асыҡлыҡ индерергә тырышты. Революция урамындағы 66-сы йортта йәшәүселәр июнь...

30 июля 2015
Смотреть видео

Стәрлетамаҡта ВАЗ машинаһы пассажирҙар тейәгән Газель микроавтобусына бәрелгән

Авария мәлендә төшөрөлгән видео интернет селтәренә бөгөн  ҡуйылған. Тура юлдан китеп барған ВАЗ машинаһы ҡапыл һулға борола һәм ҡаршы яҡ юлға сығып туҡталыштан ҡуҙғалып ҡына киткән микроавтобусҡа төкөлә. Рәсәй машинаһы бер-ни тиклем ваҡыттан төтәй башлай. Юл-транспорт фажиғәһендә һәләк...

30 июля 2015

ЮХХДИ көсәйтелгән эш режимына күсә

Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы йома һәм шәмбе көсәйтелгән эш режимына күсерелә.  Алдағы ял көндәрендә Баймаҡ, Хәйбулла, Ҡариҙел, Дыуан, Асҡын райондары һәм Сибай аша үтеүсе трассалар айырым күҙәтеүгә алына. Инспекторҙар иҫерек килеш руль артына ултырған...

30 июля 2015
Смотреть видео

Сентябрҙә Өфөлә тыл ҡаһармандары хөрмәтенә һәйкәл асыласаҡ

Комплекс Еңеү паркында урын ала, ул сентябрҙә асылыр тип көтөлә. Һәйкәлдең  бейеклеге - 8, скульптур төркөмө - 5 ярым метр. Был төркөм 7 һындан тора. Ошонда уҡ Башҡортостандан фронтҡа оҙатылған продукция – авиация двигателдәре, ҡорос, нефть, аҙыҡ-түлек тә  һынландырыла. Хәбәрсебеҙ Гүзәл...

29 июля 2015
Смотреть видео

Республикала урып-йыйыу эштәре йылдам бара

Ауыл хужалығы эшсәндәре сыуаҡ көндәрҙән файҙаланып ҡалырға ашыға. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгә ужым культуралары 25 мең гектарҙан ашыу майҙанда сабылған, 7,2 гектарҙа һуғылған. Гектар ҡеүәте 23 центнер тирәһе. Был күрһәткес Өфө районында иң юғарыһы....

29 июля 2015

Республика башлығы Өфөлә йәшәүселәрҙе ҡаланы бысратмаҫҡа саҡырҙы

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, башҡаланы төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡаралды һәм хәҙер уны танырлыҡ түгел, республиканың башҡалаһы яңы кимәлгә күтәрелде. Өфө һәр ваҡыт уңайлы, бөхтә һәм матур ҡала булырға тейеш.  Был йәһәттән күп нимә ошо ҡалала йәшәүселәрҙән тора, тигән республика...

29 июля 2015

Бөгөн Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты йыйыны уҙа

ВДНХ күргәҙмәләр комплексында һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү, граждандарҙы сифатлы һәм арзан медицина хеҙмәттәре менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу мәсьәләләре тикшерелә. Форум эшендә Республика делегацияһы ла ҡатнаша. Халыҡ фронты эксперттары йыйын алдынан төбәктәрҙә 14 дөйөм мониторинг үткәргән. Киң...

29 июля 2015
Смотреть видео

Ямғырҙар яуыу сәбәпле быйыл башҡорт балына хаҡ артыуы ихтимал

Әле үк умартасылар өс литрлыҡ һауыттарға тултырылған балды 1 мең 300-1 мең 500 һумға тәҡдим итә. Солоҡ балы иһә 12 мең һумға етә. Иглин районында йәшәүсе Вәлиәхмәтовтарҙың умарталығы ауылдан  5 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡын ара, шулай ҙа юлдар тик трактор менән генә үтерлек. Ямғырлы йәй...

29 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Паҡстанда һыу баҫыу сәбәпле 81 кеше һәләк булған.  Йәрәхәтләнеүселәр һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар тураһында  мәғлүмәттәр юҡ. Илдең бер нисә виләйәтендә көслө ямғырҙар яуа. Синоптиктар фаразлауынса, улар август урталарына тиклем дауам итәсәк. Интернет селтәрендә халыҡ-ара космос...

29 июля 2015
Смотреть видео

Белорет районында йөк машинаһы упҡынға ҡолаған

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фура водителе тауҙан төшкәндә тиҙлекте арттырып ебәргән һәм машинаны бороп өлгөрмәгән. Был боролош Башҡортостанда юл-транспорт фажиғәләре күпләп теркәлгән участоктарҙың береһе.Был видео ла Белорет районында төшөрөлгән. Тағы ла бер ауыр йөк машинаһы тимер ҡоймаларҙы...

29 июля 2015
Смотреть видео

Инорс биҫтәһендә 11 йәшлек ҡыҙҙы тапаған Нефаз водителенең иреккә сығыуы ихтимал

Бөгөн республика юғары судында был эш буйынса аппеляция тикшерелде. 

29 июля 2015

Өфөлә 28 йәшлек егет йөк машинаһы аҫтында ҡалды

Октябрҙың 50 йыллығы урамынан Пархоменко урамына боролған ваҡытта водитель уң яҡта велосипедта китеп барыусыны күрмәй ҡала. Ике тәгәрмәсле транспорттағы егет машина аҫтында ҡала.  Фажиғәлә Лайт Эгейн төркөмөнөң басисты Иван Кияшко һәләк булды.

29 июля 2015

Балалар йортонда яңы етәксе

Ырымбур өлкәһендә балалар йорто етәксеһе һәм вазифа биләүсе хеҙмәткәрҙәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.Тап уларҙың вайымһыҙлығы арҡаһында элек хөкөм ителеүсе бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ 9 йәшлек малайҙы урлап алып сығып киткән. Енәйәтсе Силәбе өлкәһендә автовокзалда ҡулға алынды. Урланған малайҙы...

29 июля 2015
Смотреть видео

Бөгөн Өфө хакимиәтендә башҡаланың артабанғы үҫеш юлдары билдәләнде

Халыҡты борсоған төп мәсьәләләр-юлдар һәм айырым райондарҙа социаль инфраструктура үҫешмәүе.  Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин беҙҙең студия менән тура бәйләнештә. 

28 июля 2015
Смотреть видео

Урман-Бишҡаҙаҡта һаумыһығыҙ ауылдаштар байрамы үтте

Унда Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ошо ауылда тыуыусылар йыйылды. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында иртә менән аҙан тауышы иман йортона саҡырҙы. Һәр изге эштең, ғибәҙәттәрҙең фатиха алыуҙан башланыуы мосолман халҡына хас сифат. Урман-Бишҡаҙаҡта тәү тапҡыр үткән “Һаумыһығыҙ,...

28 июля 2015

Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек сифатын контролгә алалар

Президент Владимир Путин хөкүмәткә ошо системаны булдырырға һәм эшен көйләргә ҡушты. Документҡа ярашлы, үҙебеҙҙә етештерелгән дә, ситтән килтерелгән ризыҡ сифаты ла даими тикшерелеп барасаҡ. Хөкүмәттә бының өсөн вице-премьер Аркадий Дворкович яуаплы, үҙ сиратында ул системаны яйға һалыу бурысын...

28 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америкала президент һайлау кампанияһы бара. Си-Эн-Эн телекомпанияһы үткәргә социологик тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, республикандар партияһында Дональд Трампҡа етеүсе юҡ. Ул рәсми Вашингтон үткәргә сәйәсәткә ҡаршы булыуын белдереп, Рәсәй һәм уның президенты Владимир Путин менән мөнәсәбәттәрҙе мотлаҡ...

28 июля 2015
Смотреть видео

Бер-нисә көндән Борайҙа яңы биҫтәне район үҙәге менән тоташтырыусы күпер сафҡа инәсәк

Быға тиклем һаҙлыҡ аша һалынғанынан йөрөү балаларға ғына түгел, ололар өсөн дә хәүеф тыуҙырған. Шуға ла урындағы халыҡ күперҙе үҙ көстәре менән төҙөкләндерергә ҡарар иткән. Был эшкә йүнселдәр ҙә ҡушылған. Күмәк ҡулға эш түҙмәй, тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Элек-электән бар эште бергә башҡарырға...

28 июля 2015
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика