Пресс-конференция на тему: «Презентация книги «Лица Победы» - 2077983056 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт халҡының ысын улы

Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Артур Әхмәтханов  донъя ҡуйҙы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров  үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Дуҫым китеп барҙы. Яугир. Башҡорт халҡының ысын улы. Ул ҡаты сирләй ине. Һуңғы һулышына тиклем көрәште», — тип яҙҙы. Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы 1962 йылдың 15 ноябрендә БАССР-ҙың Салауат районында тыуған. Юғары белемле. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын тамамлаған. Енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем юл үткән, алты йылға яҡын республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына етәкселек итә, 2005-2008 йылдарҙа —Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы. 2008 йылда  Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.  

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостанда “Сүп-сар реформаһы” нисек эшләй? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Сүп-сар реформаһы” нисек эшләй?

 Өфө районы ауылдарында йәшәүселәр сүп-сарҙы әле лә ялан уртаһына түгеүҙе хуп күрә. Урындағы халыҡ быны ауылдарҙа махсус контейнерҙар юҡлығы менән аңлата. Яңы йылдан ингән ҡанун ҡасан ныҡлап эшләй башлар? Өфө районының Шемәк ауылы янында урынлашҡан сүплек әллә ҡайҙан күренеп ята. Тиҫтә йылдар...

2 апреля 2019
Смотреть видео Ни өсөн Салауатта тыуым кимәле түбән? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн Салауатта тыуым кимәле түбән?

Ошо көндәрҙә Башҡортостан, ә атап әйткәндә Салауат ҡалаһы бөтә илдең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Республика хөкүмәте “Генус” компанияһы менән Салауат балалар йорто буйынса концессион килешеүҙе өҙөү тураһында ҡарар сығарҙы. Кисә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Рәсәй” медиаүҙәгендә ошо...

2 апреля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Шоумен еңеү яуланы. Украинала президент һайлауында халыҡтың күңелен асыусы Владимир Зеленский 30 процент, быға тиклем илгә етәкселек иткән Петр Порошенко ни бары 18 процент тауыш йыя алды. Шулай итеп, был кандидаттар президенот һайлауының икенсе турына сыға. Америка “Төнъяҡ ағым-2” газ...

2 апреля 2019
Смотреть видео Йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә | ГТРК «Башкортостан»

Йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә

Башҡортостан предприятиелары һәм фермерҙарына быйыл йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә.Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан илдә аттар һаны буйынса алдынғылар рәтендә. Ҡымыҙҙы тулайым етештереү күләмендә төбәктең өлөшө 45 процентҡа етә. Йылҡыларҙың...

2 апреля 2019
Смотреть видео Ташҡын осоронда бар хеҙмәттәрҙән дә килешеп эшләү талап ителә | ГТРК «Башкортостан»

Ташҡын осоронда бар хеҙмәттәрҙән дә килешеп эшләү талап ителә

Был хаҡта республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, ташҡын осоронда бар хеҙмәттәрҙән дә килешеп эшләү талап ителә. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров кадрҙар...

2 апреля 2019
Смотреть видео Республикала ташҡын осоронда барлыҡ көстәр тулы әҙерлек режимына күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ташҡын осоронда барлыҡ көстәр тулы әҙерлек режимына күсерелә

Яҙғы ташҡынды пилотһыҙ 14 аппарат ярҙамында күҙәтәсәктәр. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 491 пункт 117 мең кешене ҡабул итерҙә әҙер. Һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа йәшәүселәр алдан иҫкәртеләсәк.  8 йылғала гидропостар ҡуйыу ҡарала.  

2 апреля 2019
Смотреть видео Татар Нур театры “Һижрәт” спектаклен тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Татар Нур театры “Һижрәт” спектаклен тапшырҙы

Татар Нур театры актерҙары  Нәҡи Иҫәнбәт пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һижрәт” спектаклен тапшырҙы. Ғәҙәттә театр коллективтары тәүге тапҡыр спектаклде буш залға уйнай. Ә һижрәт спектаклен тамашасылар ҙа  килеп күрҙе.  20-се быуат башында Рәсәйҙә барған ваҡиғаларҙы сағылдыра ул. Ныҡ бай...

1 апреля 2019
Смотреть видео Сибайҙа “Урал аръяғы” тауышы фестивале юғары кимәлдә үтте | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа “Урал аръяғы” тауышы фестивале юғары кимәлдә үтте

Быға тиклем Сибай халҡы “Ирәндек моңдары” конкурсы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ине. Хәҙер  тағы ла бер проект барлыҡҡа килде. Ул Урал аръяғында эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған “Урал аръяғы” вокал шоу проекты.

1 апреля 2019
Смотреть видео 2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында 80-дән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнаша | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында 80-дән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнаша

Был хаҡта Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко бишенсе Халыҡ-ара гуманитар Ливадия форумын ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.Валентина Матвиенко әйтеүенсә, бындай саралар  мәҙәниәтебеҙҙең байлығын бөтә донъяға күрһәтеүҙән тыш, сит илдәрҙән күберәк фекерҙәштәр  йәлеп...

1 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда балалар өсөн велосипед спорты буйынса үҙәк төҙөү планлаштырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда балалар өсөн велосипед спорты буйынса үҙәк төҙөү планлаштырыла

Унда Рәсәй йыйылма командаһы өсөн спортсылар әҙерләнәсәк. Әле велосипед спорты буйынса ил командаһының төп өлөшөн республиканан сыҡҡан вәкилдәр биләй. Беҙҙә 20 йылдан ашыу был спортҡа ҙур иғтибар бүленеп килде. Сөнки, Башҡортостанда бөтә шарттар тыуҙырылған. Ошо турала республика етәксеһе Радий...

1 апреля 2019
Смотреть видео Бәләкәй саҡтан һөнәр һайлау | ГТРК «Башкортостан»

Бәләкәй саҡтан һөнәр һайлау

Өфө ҡалаһының 48-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре 2 йәштән төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре менән таныша. Балалар баҡсаһы 2016 йылдан “оҫталар ҡалаһы” проекты буйынса эшләй. Өфө ҡалаһының 48-се балалар баҡсаһына ингәс тә ошондай эмблема элеүле тора. Бында оҫталар ҡалаһының схемаһы күрһәтелгән....

1 апреля 2019
Смотреть видео Өфөлә беренсе-бишенсе класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә беренсе-бишенсе класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә

Мәктәптә белем биреүгә арналған тәүге форумда сығыш яһағанда биш көндөк уҡыуға күсергә республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне. Бынан һуң балалар улар ял көндәрен ата-әсәһе янында үткәрә ала. Биш көнлөк уҡыуға күсеүҙән уҡытыусыларҙың эш хаҡтары үҙгәрмәйәсәк. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына ике...

1 апреля 2019
Смотреть видео Республикала  контрафакт  спиртлы эсемлектәрҙе асыҡлау буйынса күләмле рейдтар үтә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала контрафакт спиртлы эсемлектәрҙе асыҡлау буйынса күләмле рейдтар үтә

Иглин районында муниципалитет етәксеһе халыҡ менән осрашып бындай спиртлы эсемлек эсеү эҙемтәһенең фажиғәле булыуы тураһында һөйләне. Бындай ялған араҡы һатыусылар тураһында мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәк. Контрафактлы спиртлы эсемлектәр һатыуға ҡаршы көрәштә ирекмәндәрҙең...

1 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда меңдән ашыу кеше аҡсаһыҙ ҡалды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда меңдән ашыу кеше аҡсаһыҙ ҡалды

Улар йыйған аҡсаларын үҙ ҡулдары менән ҡулланыусылар кооперативына алып барып тапшырған. Бер тәүлектә был ойошманың барлыҡ офистары ла ябылды. Халыҡ инде сираттағы тапҡыр аҡсаны нисек кире ҡайтарырға тигән һорау бирә. Етенсе тиҫтәһен ваҡлап барыусы Әлфира ханым тормош иптәше вафат булғас,...

1 апреля 2019
Смотреть видео Ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә

Башҡортостанда апрелдә төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә.  Ваҡытлыса сикләү пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, хайуандар ташыған, ҡотҡарыусылар, юл хеҙмәттәре, ауыл хужалығы техникаһына ҡағылмай. Ауыр йөк машиналары өсөн шулай уҡ 1 июндән 31...

1 апреля 2019
Смотреть видео Бөйөк Урал юлы | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Урал юлы

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында «Бөйөк Урал юлы» туристик проектының исем туйы үтте. Үҙенсәлекле проект Рәсәйҙең алты субъектында федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен берләштерә һәм туристар өсөн яңы – өйрәнелмәгән Уралды аса. 5 мең...

1 апреля 2019
Смотреть видео Быйыл республикала ағас ултыртыу буйынса күләмле акция старт ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл республикала ағас ултыртыу буйынса күләмле акция старт ала

Был башланғыс менән Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Беренсе Урман форумында сығыш яһағайны. “Йәшел Башҡортостан” тип аталған сараның маҡсаты ауыл, ҡасаба, ҡалаларҙы йәшелләндереү.“Йәшел Башҡортостан” программаһы урмандарҙы тергеҙеүҙе лә үҙ эсенә ала. 20 апрелдән башлап урман фонды һәм ауыл...

1 апреля 2019
Смотреть видео Республикала яҙғы ташҡынды пилотһыҙ 14 аппарат ярҙамында күҙәтәсәктәр | ГТРК «Башкортостан»

Республикала яҙғы ташҡынды пилотһыҙ 14 аппарат ярҙамында күҙәтәсәктәр

Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 659 пункт 160 мең кешене ҡабул итерҙә әҙер. Һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа йәшәүселәр алдан иҫкәртеләсәк.  Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы  етәксеһе Марат Латыпов әйтеүенсә, республикала 12 мең кеше һәм 3 мең...

1 апреля 2019
Смотреть видео Сибайҙа “Урал аръяғы тауышы” фестивале юғары кимәлдә үтте | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа “Урал аръяғы тауышы” фестивале юғары кимәлдә үтте

Сибайҙа “Урал аръяғы тауышы” фестивале юғары кимәлдә үтте. Быға тиклем Сибай халҡы ,,Ирәндек моңдары,, конкурсы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ине. Хәҙер ҡаланың йөҙө булырҙай тағы ла бер проект барлыҡҡа килде. Урал аръяғының эстрада башҡарыусыларын асыҡлауҙы маҡсат иткән вокал шоу-проектының...

31 марта 2019
Смотреть видео “Волга буйы театры” фестивале | ГТРК «Башкортостан»

“Волга буйы театры” фестивале

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров театр йылы сиктәрендә ойошторолған “Волга буйы театры” тигән фестивалгә старт бирҙе. Сара меңдән ашыу мәктәп һәм 130-ға яҡын студент коллективтарын берләштерәсәк. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы спектакль”, “...

29 марта 2019
Смотреть видео Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында йәшәүселәрҙең тормошо менән Каринэ Хәбирова танышты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында йәшәүселәрҙең тормошо менән Каринэ Хәбирова танышты

Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында 242 кеше социаль хеҙмәт менән тәъмин ителә. Ярҙамға мохтаж кешеләргә бында тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеге бар. Уларҙың көнкүреше менән Каринэ Хәбирова танышты. Баймаҡ районында тыуып үҫкән Нәзимә Юлыева ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Бәйләм...

29 марта 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Һыуҙа батыусы мигранттарҙы ҡотҡарыусы булмаясаҡ. Евросоюз “София” тип аталған хәрби-диңгеҙ операцияһын туҡтата. Ул 2015 йылда Ливияла миграция көрсөгө мәлендә ҡасаҡтарҙы ҡотҡарыу һәм яр буйын һаҡлау маҡсаты менән ойошторолғайны. Хәрби-һауа көстәре тағы ла ярты йыл Урта диңгеҙҙәге хәлде һауанан...

29 марта 2019
Смотреть видео Башҡортостандың хәрби комиссариаты йыл да юғары уңыштарға ирешә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың хәрби комиссариаты йыл да юғары уңыштарға ирешә

Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы Мария Большакова Республиканың хәрби хеҙмәткә йыйылыу пункты эшмәкәрлеге менән танышты. Рәсәйҙең Хәрби-гражданлыҡ мөнәсәбәттәре буйынса даими комиссия рәйесе билдәләүенсә, Башҡортостандың...

29 марта 2019
Смотреть видео Өфөнөң Нижегородка биҫтәһе тулыһынса һыу аҫтында ҡалды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһе тулыһынса һыу аҫтында ҡалды

Хәбәрһеҙ юғалыусылар бар. Халыҡты ҙур һыуҙан ҡотҡарыу өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре йәлеп ителде. Был биҫтәлә үткән күнекмә сценарийы. Яҙғы ташҡын ваҡытында бәләгә тарығандарға тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн  күнекмәләр йыл да  үтә. Өфөлә быйыл оло һыуға әҙерлек сиктәрендә 23...

29 марта 2019
Смотреть видео Динар Ғилметдинов тип үҙен таныштырыусыны иркенән мәхрүм иттеләр | ГТРК «Башкортостан»

Динар Ғилметдинов тип үҙен таныштырыусыны иркенән мәхрүм иттеләр

Башҡортостан буйынса баш автоинспектор Динар Ғилметдинов тип үҙен таныштырып, өҫтәл әҙерләүҙе һәм уның иҫәбенә аҡса күсереүҙе һорап тотолған мутлашыусы Динис Зиновҡа суд ҡарары сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мутлашыусы Сочи ҡалаһынан Өфөләге ресторандарҙың береһенә шылтыратып, тиҙ арала телефон...

29 марта 2019
Смотреть видео Башҡортостандың район-ҡалаларында инвестиция сәғәттәре үтә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың район-ҡалаларында инвестиция сәғәттәре үтә

 Был республика етәксеһе Радий Хәбиров инициативаһы. Ошо рәүешле муниципалитеттар инвесторҙар менән һөҙөмтәлерәк эшләр тип көтөлә. Көнэлгәре ошондай беренсе кәңәшмә Сибайҙа үтте. Бында киләһе йылда тамамланасаҡ ваҡлау һәм сорттарға айырыу комплексының төҙөлөшө, шулай уҡ, һөт эшкәртеү һәм һөт...

29 марта 2019
Смотреть видео Газон-тротуарҙарҙа машина ҡалдырыусыларҙы ҙур штраф көтә | ГТРК «Башкортостан»

Газон-тротуарҙарҙа машина ҡалдырыусыларҙы ҙур штраф көтә

Газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машина ҡалдырыусыларҙы ҙур штраф көтә һәм ҡала–райондар хакимиәттәре башлыҡтарының эш сәғәте оҙайтылыуы ихтимал.  Башҡортостан парламенты яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышында ошондай закон проекттарын тикшерҙе. Көн тәртибенә сығарылған 40...

29 марта 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров Ҡырғыҙстан премьер-министры Мухаммедкалый Абылгазиев менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Ҡырғыҙстан премьер-министры Мухаммедкалый Абылгазиев менән осрашты

 Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында фекер алышты. Башҡортостан етәксеһенең эш сәфәре ике туғандаш халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә яңы этәргес көс бирәсәк, тине Ҡырғыҙстан республикаһының хөкүмәт етәксеһе. Шулай уҡ, тауар әйләнешен арттырыусы хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул...

29 марта 2019
Смотреть видео “Зәйнетдин” этно-шоу проектының һуңғы тамашаһы  | ГТРК «Башкортостан»

“Зәйнетдин” этно-шоу проектының һуңғы тамашаһы

29 мартта Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Зәйнетдин” этно-шоу проектының һуңғы тамашаһы үтәсәк. Дүрт йәшенән тамашасылар алдында сығыш яһай башлаған  рухлы, һәләтле башҡорт егете сәхнәнән китеүе тураһында хәбәр итте.  Уның ижадын һөйөүселәр был ҡарарҙың асылына төшөнөргә тырыша....

28 марта 2019
Смотреть видео Сибайҙа интернет күргәҙмә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа интернет күргәҙмә асылды

Халыҡ-ара театрҙар көнө уңайынан Сибай ҡала хакимиәтенең архив бүлеге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрының тарихына арналған интернет күргәҙмә әҙерләне. Унда  360 экспонат ҡуйылған. Виртуаль күргәҙмә  менән ҡала хакимиәте сәхифәһендә танышырға мөмкин. Үткән быуаттың...

28 марта 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика