Балалар-беҙҙең киләсәк

Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Өфөлә демография һәм ғаилә сәйәсәтенә арналған Бөтә Рәсәй конгресы асылды. Ул илдә “Демография” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Балтас районы үҙәгендә йәшәгән Шаймөхәмәтовтар 11 бала  тәрбиәләй. Рәсәй кимәлендәге мәртәбәле йыйында ғаилә тик ошо ҡаҙанышы өсөн генә ҡатнашмай. Бөгөн улар изгелек сығанағы булараҡ рәхмәт хатына лайыҡ. Бәхетле бала саҡ бүләк итер өсөн һөнәри белем кәрәкмәй. Мәрхәмәтлек һәм иғтибар – Өфөлә йәшәгән Ибраһимовтар ҙа тап ошо мөнәсәбәттәр аша үҙенсәлекле ҡыҙҙары Айгөлдөң бөгөнгө һәм киләсәк уңыштары өсөн тырыша. 10 йыл элек “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалған ғаилә хәҙер республика буйынса йөҙәрләгән кешене берләштерә. Бала мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса Рәсәй вәкиле тәҡдиме менән ойошторолған “Баласаҡ векторы” проекттар бәйгеһенең маҡсаты – төбәктәрҙә ғаиләне, балалыҡты, әсәлекте, атайлыҡты яҡлауға йүнәлтелгән программаларҙы баһалап еңеүселәрҙе билдәләү һәм ошо тәжрибәне ил буйынса таратыу. Быйыл конкурсҡа 500-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Конгресс барышында шуларҙың унауһы бүләкләнде. Башҡортостандың “Ғаилә” район-ара үҙәге иһә махсус призға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Башҡортостан Татарстан, Ставрополь һәм Алтай крайҙары менән бер рәттән заманса технологиялар ҡулланып бойомға ашырылған социаль проекттар һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә. Башҡортостанда балалыҡты яҡлау маҡсатында күрелгән сараларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләп үтте. Мәктәптәрҙең биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеүе, ҡалаларҙа һөт кухнялары эшмәкәрлегенең тергеҙелеүе, балалар баҡсалары һәм урта белем биреү йорттарында туҡланыу тәртибен камиллаштырыу, мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырыу кеүек аҙымдар ил күләмендә ҡыҙыҡһыныу уятты. Радий Фәрит улы замана балалары өсөн етди хафаланыуын да белдерҙе.  Конгресс барышында мауыҡтырғыс күргәҙмәләр эшләй. “Әсәлек һәләттәрҙе аса” ижади вернисажында ғына тәҡдим ителгән 600-ҙән ашыу картинаның тик 212-һе һайлап алынған.  Күргәҙмә барышында үҙешмәкәр рәссамдарҙың Каринэ Хәбирова менән осрашыуы ойошторолдо. Күргәҙмәне ойошторорға Республика етәксеһенең тормош иптәше тәҡдим иткән. Ул үҙе әсә булғас рәсем төшөрөү менән мауыҡҡан һәм бик күп теләктәштәрен тапҡан. Был картина авторҙарының күбеһе үҙ ижади эштәрен ойоштороусыларға бүләк итә. Артабан улар балалар йорттары, приюттар кеүек әсә йылыһына мохтаж учреждениеларын биҙәй. Бөтә Рәсәй конгресына 85 төбәктән килгән 300-ҙән ашыу делегат араһында бала мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса төбәк вәкилдәре бар. Теүәл ун йыл элек ойошторолған был институт вәкилдәре бөгөн демография өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын барлай. Тәжрибә уртаҡлаша. Конгрестың икенсе көнө ғаилә сәйәсәте һәм демография үҫеше өлкәһендә Башҡортостан тәжрибәһенә арнала. Бөгөн, 16 майҙа, конгреста ҡатнашыусылар Өфөнөң мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау учреждениелары эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға ниәтләй. Тап ошо тармаҡтарҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлеге илдә “Демография” Милли проектын уңышлы бойомға ашырырға булышлыҡ итә.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

46 секунд назад
Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

1 минута 10 секунд назад
Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә, Воровский урамы ҡапҡаһында, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара. Оҙонлоғо 668, киңлеге 16,7 метрлы ҡоролма “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә һалына.  Проект документацияһына ярашлы төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән. Тәүҙә...

21 мая 2020
Яндекс.Метрика