Өфөгә Волга буйы федераль округы ҡотҡарыусылары йыйылды

Улар аварияла бәләгә тарыған кешеләрҙе автомобилдән сығарыу, беренсе ярҙам күрһәтеү кеүек ярышта көс һынашты. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында авария-ҡотҡарыу эштәренең һәр минуты ҡәҙерле ти, белгестәр. Авария урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар иң беренсе хәлде баһалай, төрлө ҡатмарлыҡтарҙы билдәләй һәм авария-ҡотҡарыу ҡоролмаһын әҙерләй.Һуңынан янғын һүндереүселәр автомобилдең капотын аса һәм аккумуляторҙың сымдарын ҡырҡа. Был тәү сиратта ҡыҫҡа ялғаныштан янғын сығып китмәһен өсөн эшләнә. Ҡотҡарыусылар машинаның артҡы тәҙрәһен ватып инә һәм салонда ултырған кешеләрҙең хәлен билдәләп, беренсе ярҙам күрһәтә. Һуңынан уларҙы сығарыу буйынса операция башлана.Статистика буйынса, янғын һүндереүселәрҙе саҡырыуҙың һәр бишенсеһе юл-транспорт ваҡиғаларына тура килә. Бындай ярыштар авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә янғын һүндереүселәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу өсөн уҙғарыла. Уҙған йылда республикала 118 кеше аварияға тарыған автомобилдән ҡотҡарылған, уларҙың 13-сө балалар.  Автомобилдең ишектәре һәм ҡыйығы ҡырҡып алынғас, зыян күргәндәрҙе ҡотҡарыу башлана. Шарттар буйынса, командаларға йәрәхәтләнгәндәрҙе ипләп кенә һәм шул уҡ ваҡытта тиҙ генә автомобилдән сығарырға кәрәк. Артабан йәнә медицина ярҙамы күрһәтелә һәм шунан һуң ғына табиптарға тапшырыла. Өфөлә үткән ярышта Волга буйы федераль округынан 14 команда ҡатнашты. Киров өлкәһе, Татарстан, Удмурт республикалары һәм Пермь крайынан ҡотҡарыусылар финалға сыҡты. Был сара Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ярыштарының өсөнсө этабы булып тора. Йомғаҡлау өлөшө Мәскәүҙә үтә һәм Өфөлә еңгән команда Волга буйы федераль округы исеменән ил күләмендә сығыш яһай.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәйге гастролдәренән бер аҙ ял итеп, йәнә эшкә сумды | ГТРК «Башкортостан»

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәйге гастролдәренән бер аҙ ял итеп, йәнә эшкә сумды

Әлеге ваҡытта легендар коллектив Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә йыйына. Был турала ансамблдең етәкселәре матбуғат конференцияһында һөйләне.  Репетициялар араһында тамашасылары өсөн ҡыҙыҡлы флешмоб та әҙерләп өлгөрә бейеүселәр. 18 сентябрҙә гастроль турының тәүге концерты, ул Мәскәүҙең...

13 сентября 2019
Смотреть видео Гөлли Мөбәрәкованың уйланыуҙары | ГТРК «Башкортостан»

Гөлли Мөбәрәкованың уйланыуҙары

Бөйөк актриса Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға бағышланған яңы китап донъя күрҙе. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның исем туйы үтте.  Китаптың авторы - драматург, журналист Владимир Жеребцов кисәлә була алманы, шулай ҙа залда Гөлли Мөбәрәкованың үҙен, ижадын...

13 сентября 2019
Смотреть видео Йәш археологтар табыштары менән таныштыра | ГТРК «Башкортостан»

Йәш археологтар табыштары менән таныштыра

Көнъяҡ Урал йәштәр археология мәктәбе ҡаҙыу эштәре миҙгелен йомғаҡлай. Табылған артефакттарҙы өйрәнер өсөн ғалимдарға бихисап ваҡыт талап ителә. Әммә тәүге һығымталар менән улар бөгөндән бүлешергә әҙер. Быйылғы йәй ямғырлы, йылы көндәргә һаран булды. Әммә һауа торошо мауығыусан йәштәргә ҡамасау...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда йыйылған спорт машиналары бөтә илгә билдәле | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йыйылған спорт машиналары бөтә илгә билдәле

Иглин районында йәшәүсе автомеханик багилар йыйыу менән мауыға. Сифатлы техникалары менән билдәлелек яулап өлгөргән Руслан Ғүмәровтың ҡул эштәрен Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һатып алалар. Был видеояҙмалар хәҙер Ғүмәровтарҙың ғаилә архивында ҙур иҫтәлек булып һаҡлана. Бөтә ерҙән үтә алған һәм...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда балалар ҡатнашлығында авариялар һаны утыҙ процентҡа кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда балалар ҡатнашлығында авариялар һаны утыҙ процентҡа кәмегән

Был турала Өфөлә үткән “Хәүефһеҙ юлдар” проекты менән таныштырыу барышында белдерҙеләр. Был ҡаҙанаштың төп нигеҙе-балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм йәмәғәтселек ҡатнашлығындағы төрлө акциялар һөҙөмтәһе. 7 ай эсендә акция барышында бөтәһе өс мең практик сара...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан умартасылары яңы ысулдар үҙләштерә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан умартасылары яңы ысулдар үҙләштерә

Бөрөлә мәҫәлән йүнселдәрҙең береһе Рут ысулын үҙләштерә. Илдең Алыҫ Көнсығышында киң таралған умарталар ҡорттоң баш һанын арттырыуға йүнәлтелгән. Игорь Волочков умартасылыҡ менән 50 йылдан ашыу шөғөлләнә. 60-сы йылдарҙа Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышынан ғаиләһе менән Башҡортостанға күсеп килгәс, халыҡ...

13 сентября 2019
Смотреть видео Канадала үткән Апимондия конгрессында Башҡортостан 7 миҙал яуланы | ГТРК «Башкортостан»

Канадала үткән Апимондия конгрессында Башҡортостан 7 миҙал яуланы

Умартасылар федерациялары конгрессы был көндәрҙә Монреаль ҡалаһында үтә. Ишембай районынан конгрессҡа алып барылған йүкә балы тәме буйынса иң яҡшыһы тип танылды һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Форум эксперттары саған балының татын да юғары баһаланы. Башҡортостан экспозицияһы, шулай уҡ бал...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан колледждарҙа бюджет урындарын арттыра | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан колледждарҙа бюджет урындарын арттыра

Ә колледждар өсөн Республика башлығы гранттарын булдырыу көтөлә. “Мәғариф сәғәтененең” сираттағы ултырышы Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм именлек колледжында үтте. Урта белем алған үҫмерҙәр һаны күбәйә, ә һөнәри белем биреү йорттарында бюджет урындары етмәй. Мәғариф министры вазифаһын...

13 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр

Быға Өфөлә шаурма ашап 15 кеше ағыуланыу осрағы сәбәпсе булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл Сипайловолағы бистроларҙың береһендә теркәлә, осраҡ буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сипайлово биҫтәһендәге Шаурма нөктәһенән ризыҡ алып ашағандан һуң кинәт ауырып бер кистә генә 15 кеше Йоғошло...

13 сентября 2019
Смотреть видео Шишмәләргә бай район | ГТРК «Башкортостан»

Шишмәләргә бай район

“Алтын бишек” акцияһында ҡатнашыусы ауылдың иһә үҙендә генә 6 сығанаҡ сылтырап аға. Ауылды ҡайһы берҙәр Шүлгән тип тә атай, әммә тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса ауылдың атамаһы – Шулған.  Башҡортостандың төнъяҡ өлөшөндә урынлашҡан Тәтешле районының иң ҙур ауылы – Шулған халҡы, уларҙың...

12 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан башлығы ихаталары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан башлығы ихаталары

Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе. Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе....

12 сентября 2019
Смотреть видео Өҫтәмә белем алыуға бушлай сертификаттар | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтәмә белем алыуға бушлай сертификаттар

Яңы уҡыу йылынан республиканың 36 районында өҫтәлмә белем биреү буйынса өр-яңы пилот проекты эш башлаясаҡ. 5 йәштән 18 йәшкәсә булған һәр балаға муниципаль бюджеттан 8 мең 800 һум бүленә. Әле иҫәп сертификаттарын биреү башланған. Алты йәшен саҡ тултырған Камалияның бүлмәһен тиҫтәләгән миҙал, маҡтау...

11 сентября 2019
Смотреть видео “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары һайлауҙа лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ еңеүгә өлгәште | ГТРК «Башкортостан»

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары һайлауҙа лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ еңеүгә өлгәште

 Партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев белдереүенсә, Башҡортостан һайлаусылары  Берҙәм Рәсәй кандидаттарына иң күп тауыш биргән, был һан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән күпкә юғары. “Һаулыҡ һуҡмағы” проекты артабан үҫтерелә, “Әкиәт урманы” төҙөлә һәм “Торос” тергеҙелеп...

11 сентября 2019
Смотреть видео Республикала Башҡорт ихаталары программаһының беренсе этабы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала Башҡорт ихаталары программаһының беренсе этабы тамамлана

 6 йылға иҫәпләнгән программа сиктәрендә төбәктә барлығы өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырыла. Әле Өфөнөң Киров районында эштәрҙең һуңғы этабы бара. Өфөнөң Менделеев урамында төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында.  Ихата эсенә асфальт һалынған, бордюрҙар ҡуйылған,...

11 сентября 2019
Смотреть видео “Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәре

 “Ауыл табибы” программаһы буйынса Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләп йөрөгән 13 табип бер миллион һумлыҡ сертификат алды. Әйткәндәй быйылдан дәүләт субсидияһына тар йүнәлешле белгестәр ҙә дәғүә итә. Ике ҡатлы йортто төҙөп бөтөргә бер-нисә ай ғына ҡалды, тип ҡыуана Ринат  Рафиҡов....

11 сентября 2019
Смотреть видео Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү | ГТРК «Башкортостан»

Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү

Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү – ошо мәсъәлә буйынса пациенттар йәмәғәт ойошмалары  Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин менән осрашты. Ҡатмарлы һәм һирәк осраған сирҙәр менән яфаланған пациенттарҙы тотҡарлыҡһыҙ дарыуҙар, медицина...

11 сентября 2019
Смотреть видео Өфө халҡын бал йәрминкәһенә саҡыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халҡын бал йәрминкәһенә саҡыралар

Был аҙнала Ленин исемендәге майҙанда “Табындағы бал – ғаиләнең сәләмәтлеге” тип аталған фестиваль үтә. Бында төрлө райондарҙан умартасылар үҙ продукцияһын ҡуясаҡ. Халыҡҡа йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы, шулай уҡ солоҡ балы тәҡдим ителә. Бынан тыш, прополис, инә ҡорт һөтө, һитә һәм башҡа төр тауар...

10 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло һыйырҙар килтерелде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло һыйырҙар килтерелде

Был юлы Венгриянан голштин тоҡомло 157 баш тана ҡайтты. Әле улар карантинға ябылған. Тоҡомло һыйырҙар көнөнә 30 литрға яҡын һөт бирә ала. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. Башҡортостанда «голштин» тоҡомло һыйырҙар иң һөтлөләрҙән һанала. Йыл дауамында бер һыйырҙан уртаса ете мең килограмдан...

10 сентября 2019
Смотреть видео Өфөнөң төнъяғында яңы мәсет төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң төнъяғында яңы мәсет төҙөлә

Шаҡша биҫтәһендә ошо көндәрҙә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды. Изге йорт ике ҡатлы буласаҡ. Бинала ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым ғибәҙәт ҡылыу урындары булдырыла. Проект буйынса мәсет бер юлы өс йөҙләгән кешене ҡабул итә аласак.  Төҙөлөш эше башланған урында элек 7-8 метрлыҡ соҡор...

10 сентября 2019
Смотреть видео Торатау биләмәһе Рәсәйҙә иң уникаль геопаркы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Торатау биләмәһе Рәсәйҙә иң уникаль геопаркы буласаҡ

Был турала Радий Хәбиров тематик кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, геопаркка инвесторҙар йәлеп итеү өсөн инфраструктура булдырыу зарур. Проекттың концепцияһын Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре Сергей Капков тәҡдим итте. Ул биләмәне үҫтереү буйынса эшсе төркөмдө етәкләй. Геопарк составына...

10 сентября 2019
Смотреть видео Өфөлә “аҡыллы туҡталыш”тар бар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “аҡыллы туҡталыш”тар бар

Уларҙың тәүгеләрен Ленин урамында урынлаштырҙылар. Башҡортостан дәүләт концерт залы янындағы заманса туҡталыш видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Бында шулай уҡ телефон, гаджеттарға көс йыйыҙырырға, бушлай вай-фай менән ҡулланырға мөмкин. ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған электрон...

10 сентября 2019
Смотреть видео Хөкүмәт составында артыҡ үҙгәреш булмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәт составында артыҡ үҙгәреш булмаясаҡ

Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Вице-премьерҙар исемлегенә Андрей Назаров өҫтәлеүе хаҡында ла хәбәр итте төбәк етәксеһе. Оператив кәңәшмәне башлап республика етәксеһе йәкшәмбе көн үткән һайлауҙарҙың көнэлгәре һөҙөмтәләрен билдәләне һәм халыҡ бағлаған ышанысты аҡлау тәү...

10 сентября 2019
Смотреть видео Ышаныслы еңеү | ГТРК «Башкортостан»

Ышаныслы еңеү

Башҡортостан Башлығын һайлау һөҙөмтәләре эксперттар күҙаллаған һандарҙан артыҡ айырылмай. Алдан һорау алыуҙар ҙа Радий Хәбировтың башҡа кандидаттарҙан ҡарағанда байтаҡҡа күберәк тауыш йыя аласағын күрһәтте. Һөҙөмтә – 82.2 процент. Һайлау участкалары ябылыу менән Радий Хәбировты һайлауҙар барышын...

10 сентября 2019
Яндекс.Метрика